Спектаклдәрҙең тәүгеһе – “Ғүмерҙең бер мәле” тип атала. Ул 7 апрелдә Рус драма театрында уйналасаҡ. Икенсеһе – Сәрүәр Суринаның “Абау, димсе килә!” музыкаль комедияһы премьераһы 13 апрелдә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә буласаҡ.
“Ғүмерҙең бер мәле” – Ноғман Мусиндың “Ике ир һәм бер ҡатын” повесы буйынса сәхнәләштерелгән. Әйткәндәй, ул халыҡ яҙыусыһына 90 йәш тулыу айҡанлы ҡуйыла һәм театр сәхнәһенә беренсе тапҡыр сыға!
Әҫәр үткән быуаттың 70-се йылдарында яҙылған. Ваҡиғалар Советтар Союзы заманында бара. “Әлбиттә, һәр автор үҙ геройҙарын үҙенсә күрергә теләй, ә режиссерҙың үҙ ҡарашы. Шуға күрә ваҡиғалар хәҙерге заманға яраҡлаштырыбыраҡ күрһәтелә”, – тип аңлатты театрҙың баш режиссеры, спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы Лиана Ниғмәтуллина.
Төп ролде БР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Наҙгөл Иҫәнбаева башҡара. Бында ҡатын-ҡыҙ яҙмышы һүрәтләнә. Ҡатын-ҡыҙ эске донъяһы, эске күңеле менән бәхетле булырға тейеш. Шул саҡта ғына ул башҡаларҙы бәхетле итә ала. Әҫәргә шундай идея һалынған.
Йәнә лә шуныһы ҡыҙыҡ: Ноғман Мусин әҫәрҙәре тормошсан. Бында ла ваҡиғалар тормоштан алынған. Хатта исемдәр ҙә үҙгәртелмәгән. Мәҫәлән, журналист Райман роле (Әмир Үтәбаев уйнай) – ул беҙгә бик яҡшы таныш шәхес Райман Ишбаевтың прототибы. Күптәр уны иҫ киткес моң эйәһе булараҡ белә, ә бында уның журналист булараҡ эшләгән йылдары, һикәлтәле яҙмышы тураһында бәйән ителә. Беҙҙең ғүмер – бер мәл генә, кисә генә бала инек, бөгөн иһә үҫеп еткән кешеләр – әҫәр ошо хаҡта уйланырға мәжбүр итә. Ғөмүмән, бында һәр кем үҙ яҙмышын күрә ала.
– Беҙ традицион классик театрҙан саҡ ҡына ситкәрәк китеп, заманса алымдар ҡулланырға булдыҡ. Мәҫәлән, 1000 литр һыйышлы аквариум, – тип бүлеште уй-фекерҙәре менән спектаклдең режиссеры Лиана Ниғмәтуллина.
– Былтыр күптәр онлайн форматында эшләне, әлбиттә, был мәл күңелле булды тип әйтеп булмай. Шуға беҙ миҙгелде комедиянан башланыҡ, – тип дауам итте һүҙҙе художество етәксеһе. – Сәрүәр Суринаның “Абау, димсе килә!” музыкаль комедияһын режиссер Зиннур Сөләймәнов ҡуйҙы. Унда театрҙың бөтә коллективы ҡатнаша. Быныһы инде быйыл уҙғасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына бағышлана. Милли кейемдәр, халыҡ йолалары өҫтөнлөк итә. Был бик халыҡсан әйбер, еңелсә комедия. Кем башҡорт йолаларын ярата – улар өсөн. Хореографы – Сулпан Асҡарова
“Ни өсөн Рус театрында сығыш яһарға булдығыҙ?” – тигән һорауға театрҙың художество етәксеһе Рөстәм Фазылов:
– Театрҙар араһында гастролдәр менән алмашыу ысулы бар. Рус театры Салауат театрына йәки Салауат театры Стәрлетамаҡҡа килә. Стәрлетамаҡҡа беҙ ике театрға килә алабыҙ. Шулай уҡ башҡа театрҙар менән дә “алмаш гастролдәр” уҙғарабыҙ. – тип яуап бирҙе. – Шулай уҡ май, июнь айҙарында сит өлкәләргә: Татарстандың Яр Саллы, Иванов өлкәһенә фестивалдәргә юлланырға уйлайбыҙ, – тип тә өҫтәне етәксе.
Күптән түгел Салауат театры талантлы актер һәм ҡабатланмаҫ моң эйәһе Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиевты юғалтты. Матбуғат конференцияһында ошо турала ла һүҙ булды. “Риза Мәһәҙиев 27 йыл ғүмерен сәхнәгә арнаны. 19 мартта уға 49 йәш тулған булыр ине, уның яҡты рухына арнап хәтер кисәһе уҙғарҙыҡ. Актер йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуясаҡбыҙ”, – тине Рөстәм Фазылов.
Эйе, уның кеүек артистың арабыҙҙан китеүе – Стәрлетамаҡ башҡорт театры өсөн Филарит Бакиров, Азамат Хәлиловты юғалтҡан һымаҡ уҡ ҙур юғалтыу.
Пандемиянан һуң беренсе гастролдәр. Халыҡ бындай йәнле осрашыуҙарҙы һағынған. Ғөмүмән, премьераны ҡарағас, барыһын да үҙегеҙ күрерһегеҙ. Билеттарҙы Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе һәм Рус театры кассаларында һатып алырға була.
Белешмә өсөн телефон: 8-937-150-84-54.