Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
5 Апрель 2021, 09:15

«Яңы Моң» конкурсы жюрийында - Валерий Меладзе

«Яңы Моң» конкурсы жюрийында танылған йырсы, Рәсәй эстрадаһы йондоҙо Валерий Меладзе ҡатнашты.

Аҙна һайын «Яңы Моң» проекты жюрийына ике билдәле артист саҡырыла. Уҙған аҙнала Башҡортостан юлдаш телеканалы студияһына Башҡортостандың халыҡ артисы, актер, режиссер һәм эстрада йырсыһы Азат Йыһаншин да килде. Жюриҙың даими ағзалары – Радик Юлъяҡшин, продюсер Лина Арифуллина һәм йырсы Гөлназ Асаева.
Проектты Башҡортостан юлдаш телевидениеһында шәмбе киске 8-се 30 минутта ҡарарға мөмкин. Конкурс майға тиклем бара. Тамашасылар үҙҙәренә оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирә ала.
Башинформ.
Читайте нас