Улар үҙ репертуарына элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар ғына башҡарған, һирәк яңғыраған милли көйҙәрҙе һәм йырҙарҙы һайлай. Программа 20 апрелдә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында яңғырай.
Концерт программаһында – заманса эшкәртелгән башҡорт халыҡ көйҙәре, шулай уҡ автор композициялары. «Хазина» төркөмө Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, композитор Урал Иҙелбаевтың әҫәрҙәрен дә башҡара.
Ҡыҙҙар концертта 2021 йылда сығырға тейешле беренсе альбомдың синглдары менән таныштыра. Ошо диск өҫтөндә эш 2020 йылда төркөм етәксеһе Земфира Рәшитованың «Таврида» Бөтә Рәсәй йәштәр форумында отҡан «HAZINA» мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса йәштәр музыкаль проекты» грантына индерелгән. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ эксперттары өсөнсө тапҡыр башҡорт ҡурайсыһының халыҡ фольклорын һаҡлау һәм пропагандалау идеяларын хупланы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы