Юбилей концерты менән сығыш яһаясаҡ коллективтың барлыҡ ҡаҙаныштарын барлап сыҡҡандан һуң ҡала мәҙәниәт бүлеге белгесе Раушания Күсмәева ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьевтың ҡотлау сәләмен еткерҙе һәм коллективта шөғөлләнеүселәрҙең барыһына ла мәҙәниәт бүлегенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ә Ҡала мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Светлана Баранова барлыҡ ижадташ коллективтар исеменән ихлас ҡотланы.
Сара «Ашҡаҙар нағыштары»на йөрөгән һәм арабыҙҙан киткән ағай-апайҙарҙы хәтергә алыуҙан башланып китте. Уларҙың барыһы ла беҙҙең «Ашҡаҙар» гәзитенең алыштырғыһыҙ яҡын дуҫтары ине. Шуға күрә экранда таныш йөҙҙәрҙе күргәндә ирекһеҙҙән иланым да ебәрҙем. Етмәһә ҡулъяулыҡ алмағанмын, күҙ йәштәремде эргәлә ултырыусыларҙан йәшерә-йәшерә битлегемә һөртөп ултырҙым. Балалар фольклор ансамблдәре «Арман»дың «Башҡорт һылыуҙары» һәм «Дуҫлыҡ» бейеүе һәм «Аҡ шоңҡар»ҙың «Перовский» бейеүе һәм «Соҡан батыр» йыры һағышлы кәйефтәрҙе күтәреп ебәрҙе. Ә бына Зинур Сәлимовтың «Таштура» йыры, Зилиә Мырҙағолованың «Кәкук», Рәлиә Сәғәҙиеваның «Хәйерле кис дуҫтарым, туғандарым» Вәрисә Рәфғүтдинованың «Бәхетле булһын балам», Фәйрүзә Ҡотлобаеваның «Әүлиә шишмәһе», Мәхмүзә Мырҙағолованың «Ғүмер үтеп бара» йырҙары беҙҙе үҙебеҙҙең йәш саҡтарға алып ҡайтты. Ә инде Салауат Фәткуллин, Динара Йосопова, Айгөл Хәмзина башҡарған йырҙар һәр тамашасының яҙғы күңел хистәренә ауаздаш булғандыр, тим. Шулай уҡ Регина Гәрәева башҡарған «Сафия» бейеүенә тамашасы залындағы кескәйҙәр ҙә ҡушылды. «Ашҡаҙар нағыштары»ның «Йөрәктау» халыҡ фольклор ансамбле менән бергәләп башҡарған «Һалдат хаты» фольклор композицияһы йөрәктән йөрәккә етте. Концертта айырым-айырым башҡарылған «Бибирәхилә», «Мирфәйзә йырҙары һәм таҡмаҡтар һәр кемдең күңеленә ятышлы булды. Ә инде Раим Очиловтың «Йөрәктау» халыҡ фольклор ансамбле менән башҡарған «Фатима» композицияһы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡалабыҙҙың Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Әлфиә Шәмсетдин ҡыҙы Зөбәйерованың сираттағы ижад емеше ул! Шулай уҡ «Ашҡаҙар нағыштары»ның «Аҫалы балаҫтар» фольклор композицияһы һәм сарала ҡатнашҡан барлыҡ ансамблдәрҙең бергәләп башҡарған «Башҡорт теле» композицияһы етәксенең ижади кредоһын билдәләй.Тимәк ҡалабыҙҙа халыҡ фольклорына бынан байтаҡ йылдар элек нигеҙ һалған һоҡланғыс шәхес Гөлсинә Батыршинаның эше бөгөн дә гөрләп дауам итә.