Рим Хәсәнов – 400-ҙән ашыу йыр, баллада һәм романстар авторы. Рим Хәсәновтың «Өфө йүкәләре», «Ҡышҡы романс», «Әҡлимә» кеүек һәм башҡа йырҙары башҡорт эстрадаһының классик әҫәрҙәренә әүерелгән һәм башҡорт мәҙәниәте тарихында лайыҡлы урын алған. Композитор бик күп йырҙарының һүҙҙәрен дә үҙе яҙған. Рим Хәсәновтың йырҙары татар, инглиз, немец һәм башҡа телдәрҙә лә яңғырай. Рим Хәсәнов — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Рәсәйҙең Композиторҙар, Яҙыусылар берекмәләре ағзаһы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы 2010 йылдан күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барған өсөн тапшырыла.