Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
30 Апрель 2021, 09:00

«Ашҡаҙар нағыштары»нан баҫылды һағыштарым

Ниһайәт, пандемиянан һуң яҙғы концерттарҙың башланып ҡына торған сағы… Ҡала мәҙәниәт һарайында «Ашҡаҙар нағыштары» халыҡ фольклор ансамбленең 20 йыллығына халыҡ, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләр күтәреп, эркелеп килде.

Юбилей концерты менән сығыш яһаясаҡ коллективтың барлыҡ ҡаҙаныштарын барлап сыҡҡандан һуң ҡала мәҙәниәт бүлеге белгесе Раушания Күсмәева ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьевтың ҡотлау сәләмен еткерҙе һәм коллективта шөғөлләнеүселәрҙең барыһына ла мәҙәниәт бүлегенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ә Ҡала мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Светлана Баранова барлыҡ ижадташ коллективтар исеменән ихлас ҡотланы.
Сара «Ашҡаҙар нағыштары»на йөрөгән һәм арабыҙҙан киткән ағай-апайҙарҙы хәтергә алыуҙан башланып китте. Уларҙың барыһы ла беҙҙең «Ашҡаҙар» гәзитенең алыштырғыһыҙ яҡын дуҫтары ине. Шуға күрә экранда таныш йөҙҙәрҙе күргәндә, ирекһеҙҙән, иланым да ебәрҙем. Етмәһә ҡулъяулыҡ алмағанмын, күҙ йәштәремде эргәлә ултырыусыларҙан йәшерә-йәшерә битлегемә һөртөп ултырҙым. Балалар фольклор ансамблдәре «Арман»дың «Башҡорт һылыуҙары» һәм «Дуҫлыҡ» бейеүе һәм «Аҡ шоңҡар»ҙың «Перовский» бейеүе һәм «Соҡан батыр» йыры һағышлы кәйефтәрҙе күтәреп ебәрҙе. Ә бына Зиннур Сәлимовтың «Таштура» йыры, Зилиә Мырҙағолованың «Кәкүк», Рәлиә Сәғәҙиеваның «Хәйерле кис, дуҫтарым, туғандарым!», Вәрисә Рәфғүтдинованың «Бәхетле булһын балам», Фәйрүзә Ҡотлобаеваның «Әүлиә шишмәһе», Мәхмүзә Мырҙағолованың «Ғүмер үтеп бара» йырҙары беҙҙе үҙебеҙҙең йәш саҡтарға алып ҡайтты. Ә инде Салауат Фәтҡуллин, Динара Йосопова, Айгөл Хәмзина башҡарған йырҙар һәр тамашасының яҙғы күңел хистәренә ауаздаш булғандыр, тим. Шулай уҡ Регина Гәрәева башҡарған «Сафия» бейеүенә тамаша залындағы кескәйҙәр ҙә ҡушылды. «Ашҡаҙар нағыштары»ның «Йөрәктау» халыҡ фольклор ансамбле менән бергәләп башҡарған «Һалдат хаты» фольклор композицияһы йөрәктән-йөрәккә етте. Концертта айырым-айырым башҡарылған «Бибирәхилә», «Мирфәйзә» йырҙары һәм таҡмаҡтар һәр кемдең күңеленә ятышлы булды. Ә инде Раим Очиловтың «Йөрәктау» халыҡ фольклор ансамбле менән башҡарған «Фатима» композицияһы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов исемендәге ҡала премияһы лауреаты Әлфиә Зөбәйерованың сираттағы ижад емеше ул! Шулай уҡ «Ашҡаҙар нағыштары»ның «Аҫалы балаҫтар» фольклор композицияһы һәм сарала ҡатнашҡан барлыҡ ансамблдәрҙең бергәләп башҡарған «Башҡорт теле» композицияһы етәксенең ижади кредоһын билдәләй. Тимәк, ҡалабыҙҙа халыҡ фольклорына бынан байтаҡ йылдар элек нигеҙ һалған һоҡланғыс шәхес Гөлсинә Батыршинаның эше бөгөн дә гөрләп дауам итә.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас