Зөһрә Янышева менән Әсҡәт Баязитов , Гөлфара Латипова менән Илдар Зыязов башҡарған йырҙарҙы тыңлағанда залдағыларҙың барыһы ла йәшлектәренә ҡайтып әйләнгәндер ул. Әйткәндәй, был йырсылар үҙҙәре генә айырым да йырланы. Әсҡәт Баязитов иһә сараны музыкаль йәһәттән биҙәүсе лә икән. Концерттың тәүге өлөшөндә Фәниә Фәйзуллина «Бәхет», «Туғандар янында» йырҙары менән йөрәкте яулаһа, сараның икенсе өлөшөндә ул үҙе яҙған шиғырҙарын һөйләп күңелде күтәрҙе. Шулай уҡ айырым йыр башҡарыусыларҙан Марат Әнүәровтың «Һандуғас» йыры, Тәскирә Нәсретдинованың «Әсәйем гөлдәре» йырҙары йөрәктән-йөрәккә етте. Йәш йырсы, бихисап конкурстар лауреаты Раушан Сөләймәнов башҡарған «Һине генә көтөп», «Зәңгәр күҙле ҡыҙҙар» йырҙары «Шишмә»гә яңы һулыш өҫтәне тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Күренеп тора - талантлы, киләсәкле йырсы!
Әлбиттә, бер концерт та бейеүһеҙ үтмәй. Ҡала мәҙәниәт һарайының визит карточкаһы булған «Ҡояшҡай» халыҡ театр-студияһы башҡарыуында «Башҡорт бейеүе», «Казактар бейеүе», «Татар бейеүе» - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Гүзәл һәм Роберт Ишмәковтарҙың ижад емеше көҙгөһө булып ҡабул ителде. Был осраҡта матурлыҡтың сиге юҡ, тигән һүҙҙәрҙе фәҡәт уларға төбәп әйтергә була. Ә Сәлимә Ғиззәтуллина етәкселегендәге «Шишмә» халыҡ вокаль ансамбле бер ҡасан да ҡоромаҫ, сөнки ансамблгә йөрөүселәр һыуҙы халыҡ моңо тулы ҡойонан ала. Йыл һайын концертты матур итеп алып барыусы Хәлиҙә Абдрахмановаға рәхмәтле улар.
Тамашасы фекере:«Хазина» төркөмөнән барыбыҙ ҙа бергәләшеп «Шишмә» ансамбле сығышын ҡарарға барҙыҡ. Бик матур концерт булды, бергә ҡушылып йырлап ултырҙыҡ. Афарин, тип кенә әйтергә ҡала. Һәр береһе икешәр айырым йыр башҡарҙы. Концертта ял итеп, һуңынан фотоға төшөп, күңел асып ҡайттыҡ. Ни өсөн тигәндә, был ансамблгә беҙҙең төркөмдән Фәниә Фәйзуллина йөрөй, бик матур йырҙары менән күңелде солғаны. «Шишмә»ләрҙең һыуы ҡоромаһын, яңы йырҙар менән тулыланып торһон, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Зимфира ИБРАҠОВА, «Хазина» фольклор төркөмө етәксеһе.