Бындай форматтағы сара барлыҡ татар донъяһында беренсе тапҡыр булғандыр, моғайын. «Ғабдулла Туҡай һәм әҙәби Башҡортостан» темаһы буйынса үткәрелгән квеста ҡатнашыу өсөн командаларҙы ойошторған Ауырғазы, Көйөргәзе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондары, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалалары мөғариф бүлектәре етәкселегенә, мәктәп директорҙарына һәм уҡытыусыларға һоҡланырға ғына ҡала. Шулай уҡ байрамға мәртәбә өҫтәгән һәм бүләктәр менән килгән Бөтөндонъя татар конгресының Башҡортостандағы вәкиллеге етәксеһе хөрмәтле Альфред Дәүләтшин:: «:Ғабдулла Туҡай – күренекле шәхес һәм балалар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Уның әҫәрҙәре донъяның күп телдәренә тәржемә ителгән. Ғабдулла Туҡай татар мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән яҙыусы» тине байрамды асып...Сараға республикабыҙҙа һәм ҡалабыҙҙа танылған шағирҙар ҙа килгәйне. Башҡорт шағирҙары Кәрим Булат һәм Римма Ғәлимова Туҡайға бағышлаған шиғырҙарын уҡып ишеттерһәләр, татар шағирҙары Рәсим Шәфи-Рәхмәт ауылы Солтанморатҡа, ә Вәрис Аҡбашев шүрәлегә арнаған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр.Һуңғыһы сараға был юлы килә алмаған шағирә Земфира Муллағәлиеваның ихлас сәләмдәрен еткерҙе.Был проекттың инициаторҙары һәм ойоштороусылары: кафедра мөдире Илсур Сәлихйән улы Мансуров, кафедра доценты Нәсимә Әнүәр ҡыҙы Мөкимова, 5 курс студенты Самат Дәүләтшин ҡуйылған изге маҡсаттарға һәм бик күп бурыстарыбыҙға ирештек тип уйлайҙар. «Башҡорт һәм төрки филологиясы факультетының татар бүлегендә уҡыған һәр студенттың тәғәйенләгән вазифаһы бар ине. Уларҙың һәр береһе ҡулынан килгәнсә сараныүткәрергә булышты», тиҙәр улар. Байрамды музыкаль йәһәттән йырсыларыбыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Инсаф Ғәлимов һәм Миңлеғәли Хөснөтдинов, йырсылар Рәшит Хәбибуллин , аталы-уллы Рафаэль һәм Алик Самиковтар,биҙәне. Педагог-режиссер Рафаэль Самиков Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарын яттан һөйләгәндән һуң үҙе ижад иткән «Ромашкалар» тигән йырҙы ла башҡарҙы. Ә уның улы эшҡыуар Алик Самиков мәшһүр Ногман Мусин һүҙҙәренә Рөстәм Яхин яҙған «Кейек ҡаҙҙар» тигән йырҙы бик моңло башҡарып хайран итте. Шулай уҡ ҡалабыҙҙа күптән танылыу яулаған гармунсы Радик Ғәлимйәновтың ейәне менән башҡарған халыҡ моңдары, «Нәүрүз» вокаль ансамбле студенттарының сығышы ла барыһына ла бик оҡшаны.
Татар халҡының бөйөк улына бағышланған сара ҡалабыҙҙың Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт- татар әҙәбиәте үҙәгендә лә дауам итте.
- Бынан 135 йыл элек донъяға килгән Туҡай бөгөн дә беҙҙең арабыҙҙа һымак. Уның ижады, уның геройҙары беҙҙең күңелдәрҙә, беҙҙең йәнебеҙҙә , - тип сараны асты үҙәктең китапхана мөдире Альмира Мөхәмәдийәрова.
Билдәле булыуынса, Ғабдулла Туҡай донъяла бары тик 27 йыл ғына йәшәгән, нибары 8 йыл ғына ижад итеп өлгөргән. Шулай булһа ла ул ғәйәт ҙур, баһалап бөтмәҫлек рухи байлыҡ ҡалдырған. Уның тормошо һәм ижады - татар халҡының тарихында иң яҡты, иң изге сәхифәләрҙең береһе. Шағирҙың тормошона килгәндә инде, ул Татарстанның хәҙерге Арса районы Кушлауыс ауылында, Мөхәммәтғариф мулла ғаиләһендә донъяға килә. Ғабдуллаға 4 ай булғанда – әтейе,3 йәш тә 9 ай булғанда әнейе Мәмдүдә вафат була. Аҙаҡ буласаҡ шағирҙың ғазаплы, ауыр тормошо башлана: ҡулдан-ҡулға, ауылдан-ауылға йөрөү, йәтимлек, фәҡирлек, кәмһетелеүҙәр…»Әней үлгәс, мин бөтөнләй йәтим булып ҡалҙым. Бер көндө Ҡазанға бара торған бер ямщика ултыртып, мине Ҡазанға оҙаталар. Минең гүмерем шаҡтай йәмһеҙ, шаҡтай
ҡараңғы, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡ ҡына үткән», - тип иҫкә ала Ғабдулла Тукай.
Оянан-ояға күсеп, йылылыҡ эҙләп йөрөгән был сабыйҙың алдағы яҙмышы Ҡырлай ауылы менән бәйле. Бәхеткә күрә, уны Ҡырлай йылы ҡаршы ала. Бала сағының иң матур көндәре шунда үтә.Бында ул беренсе тапҡыр мәҙрәсәгә уҡырға йөрөй башлай. Ундағы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы үҙенең шиғырҙарында яҡтырта. Ауыл малайҙары менән – һыу буйына, балыҡҡа, ә бесән ваҡыты етһә, ураҡҡа йөрөй башлай. Рухи яҡтан ауыл, крәҫтиән тормошон тәмам күңеленә һеңдергән Туҡайҙы көндәрҙән бер көндө әтейһенең дуҫы эҙләп таба ла, Яйыҡ (Уральск) ҡалаһына алып китә. Яйыҡ бер үк ваҡытта Туҡайға оло белем һәи ижад донъяһына оло юл аса. Ләкин тыуған тупраҡ шағирҙы киреҠаҙанға тарта 19 йәшлек Ғабдулла ҡабат Ҡаҙанға ҡайта. Тик шағир ғүмере бик ҡыҫҡа була. Шул ҡыҫҡа ғына ғүмерендә балалар өсөн әкиәт-поэмалар, шиғырҙар, мәсәлдәр ижад итә ул. Уның тәрән, халыҡсанлыҡ рухы менән һуғарылған әҫәрҙәре миллиондарса кешеләрҙең, бөгөнгә ҡәҙәр күңел донъяһын яҡтыртып, байытып килә. Ошо хаҡта һүҙ барҙы китапханала ойошторолған осрашыуҙа. Бында 5-се гимназиянан уҡыусылар, уҡытыусылар һәм Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары килгәйне. Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарын колледж студенттары Аҡсәскә Ғәбиҙуллина һәм Айгөл Хафизова яттан һөйләп ишеттерҙеләр. Шулай уҡ ТНВ корреспонденты Миләүшә Латипова Стәрлетамаҡта алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.Ҡалабыҙҙың «Шишмә» халыҡ вокаль ансамбле йырсыһы Зөһрә Янышева сараны музыкаль йәһәттән биҙәне. Туҡайға бағышланған байрам сараһын ойоштороусы Илсур Мансуров китапханаға Альфред Дәүләтшин китергән китаптарҙы тапшырҙы. Татар халҡының бөйөк улы Ғабдулла Тукайҙың тыуыуына 135 йыл тулыу уңайынан ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булараҡ, мәҡәләмде уға арнаған шиғырым менән тамамлаһым килә.
Әней моңо аша өйөбөҙгә
Килеп инде Туҡай, туған тел,
Әтей йөрәгенән күсте беҙгә
Дуҫлыҡ, ватансылыҡ, тыуған ил.
Туҡай, Назар, Мостай, Атнабайҙар
Йәшәп киткән ерҙә тиргәшмәй,
Татарстан менән ут күршеләй
Башҡортостан тигән ил йәшәй.
Беҙ ҡояштың уң яғында буғай,
Йөрәк кенә беҙҙең һул яҡта.
Туҡай ҙа юҡ, әней-әтей ҙә юҡ,
Моңдар ғына сыңлай ҡолаҡта.
Бер кем белмәй серен ниҙәр барын
Мәңге ҡайтмай торған ул яҡта.
Ә бөгөнгә минең алдарымда
Телде, илде һаҡлар юл ята.
Ошо юлдан тайпылдырмам мәңге
Балаларым – ҡыҙым, улымды…
«Бурысымды үтәнегеҙ, - тиеп
Ғүйә Туҡай ҡыҫыр ҡулымды.
Мираҫтары вариҫтарға ҡалған
Әнкәм-әткәм, Туҡай телдәре.
Тел йәшәһә, ил йәшәһә генә
Тормош дауам итер, билдәле.
Башҡортостан, Татарстан өсөн
Киләсәктәр килер иртәле!
Римма ҒӘЛИМОВА.