Наил Ғәйетбаевтың “Нисек кейәүгә сығырға?..” пьесаһы буйынса ҡуйылған комедияла һүҙ бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ хаҡында... Ҡатын-ҡыҙҙың был тормошҡа килгән бөйөк миссияһы – кейәүгә сығып, балалар үҫтереп, йәшәйеште дауам итеү хаҡында... Тик һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, был хәҡиҡәтте лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк, донъяның матурлығы шунда бит!
Өр-яңы премьераны 14 майҙа, шулай уҡ, 20 майҙа театрҙың ижад миҙгелен ябыу тантанаһын ҡарарға мөмкин буласаҡ. Эштең күп мәле булыуын да аңлайбыҙ... Тик ни бары ике сәғәткә үҙегеҙгә ял биреү рәхәтлеген дә онотмағыҙ. Хәҙер былай ҙа өс айға хушлашып торабыҙ, шуға күрә миҙгелдәрҙе берләгәләп оҙатайыҡ. Һуңынан бергәләп ҡаршыларға яҙһын!
Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА,
театрҙың әҙәби бүлек етәксеһе.