Ул үҙенең замандаштары, йәштәштәре өсөн генә түгел, үҙенән бик күпкә йәш кешеләр өсөн, киләсәктә тыуасаҡ балаларға ла замандаш булған шағир… Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 135 йыл тулыуға бағышлап, күптән түгел БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы алдында “ТУКАЙ_questparty.str” тип аталған байрам үтте. Бындай форматтағы сара барлыҡ татар донъяһында беренсе тапҡыр булғандыр, моғайын. “Ғабдулла Туҡай һәм әҙәби Башҡортостан” темаһы буйынса үткәрелгән квеста (уйында) ҡатнашыу өсөн командаларҙы ойошторған Ауырғазы, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондары, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалалары мәғариф бүлектәре етәкселегенә, мәктәп директорҙарына һәм уҡытыусыларға афарин тип әйтергә генә ҡала.
Байрамға мәртәбә өҫтәгән һәм бүләктәр менән килгән Бөтә донъя татар конгресының Башҡортостандағы вәкиллеге етәксеһе Альфред Дәүләтшин:
– Ғабдулла Туҡай – күренекле шәхес һәм балалар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Уның әҫәрҙәре донъяның күп телдәренә тәржемә ителгән. Ғабдулла Туҡай татар мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән кеше, - тине байрамды асып. Сараға республикабыҙҙа һәм ҡалабыҙҙа танылған шағирҙар ҙа килгәйне. Башҡорт шағирҙары Кәрим Булат һәм мин Туҡайға бағышлаған шиғырҙарҙы уҡып ишеттерһәк, татар шағирҙары Рәсим Шәфи-Рәхмәт ауылы Солтанморатҡа, ә Вәрис Аҡбашев шүрәлегә арнаған әҫәрҙәре менән таныштырҙы, сараға килә алмай ҡалған шағирә Земфира Муллағәлиеваның ихлас сәләмдәрен еткерҙе.
Был проекттың инициаторҙары һәм ойоштороусылары: БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы мөдире Илсур Сәлихйән улы Мансуров, кафедра доценты Нәсимә Әнүәр ҡыҙы Мөкимова, 5-се курс студенты Самат Дәүләтшин ҡуйылған изге маҡсаттарға һәм бик күп бурыстарыбыҙға ирештек, тип уйлайҙар.
– Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының татар бүлегендә уҡыған һәр студенттың тәғәйенләгән вазифаһы бар ине. Уларҙың һәр береһе ҡулынан килгәнсә сараны үткәрергә ярҙамлашты, – ти улар. Байрамды музыкаль йәһәттән йырсыларыбыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Инсаф Ғәлимов һәм Миңлеғәли Хөснөтдинов, йырсылар Рәшит Хәбибуллин, аталы-уллы Рафаэль һәм Алик Самиҡовтар биҙәне. Педагог-режиссер Рафаэль Самиҡов Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарын яттан һөйләгәндән һуң үҙе ижад иткән “Ромашкалар” тигән йырҙы ла башҡарҙы. Шулай уҡ ҡалабыҙҙа күптән танылыу яулаған гармунсы Радик Ғәлимйәновтың ейәне менән башҡарған халыҡ моңдары, “Нәүрүз” вокаль ансамбленың сығышы барыһына ла бик оҡшаны.
Артабан татар халҡының бөйөк улына бағышланған сара ҡалабыҙҙың Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәте үҙәгендә лә дауам итте.
– Бынан 135 йыл элек донъяға килгән Туҡай бөгөн дә беҙҙең арабыҙҙа һымаҡ. Уның ижады, уның геройҙары беҙҙең күңелдәрҙә, беҙҙең йәнебеҙҙә, – тип сараны асты үҙәктең китапхана мөдире Альмира Мөхәмәҙйәрова.
Билдәле булыуынса, Ғабдулла Туҡай донъяла бары тик 27 йыл ғына йәшәгән, ни бары һигеҙ йыл ғына ижад итеп өлгөргән. Шулай булһа ла ул ғәйәт ҙур, баһалап бөтмәҫлек рухи байлыҡ ҡалдырған! Уның тормошо һәм ижады – татар халҡының тарихында иң яҡты, иң изге сәхифәләрҙең береһе. Шағирҙың тормошона килгәндә инде, ул Татарстандың хәҙерге Арса районы Ҡушлауыс ауылында Мөхәммәтғариф мулла ғаиләһендә донъяға килә. Ғабдуллаға 4 ай булғанда – атаһы, 3 йәш тә 9 ай булғанда әсәһе Мәмдүҙә вафат була. Аҙаҡ буласаҡ шағирҙың ғазаплы, ауыр тормошо башлана: ҡулдан-ҡулға, ауылдан-ауылға йөрөү, етемлек, фәҡирлек, кәмһетелеүҙәр…
Оянан-ояға күсеп, йылылыҡ эҙләп йөрөгән был сабыйҙың алдағы яҙмышы Ҡырлай ауылы менән бәйле. Бәхеткә күрә, уны Ҡырлай йылы ҡаршы ала. Бала сағының иң матур көндәре шунда үтә. Бында ул беренсе тапҡыр мәҙрәсәгә уҡырға йөрөй башлай. Ундағы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы үҙенең шиғырҙарында яҡтырта. Ауыл малайҙары менән һыу буйына, балыҡҡа, ә бесән ваҡыты етһә, ураҡҡа йөрөй башлай. Рухи яҡтан ауыл, крәҫтиән тормошон тамам күңеленә һеңдергән Туҡайҙы көндәрҙән бер көндө атаһының дуҫы эҙләп таба ла, Яйыҡ (Уральск) ҡалаһына алып китә. Яйыҡ бер үк ваҡытта Туҡайға оло белем һәм ижад донъяһына оло юл аса. Ләкин тыуған тупраҡ шағирҙы кире Ҡаҙанға тарта, 19 йәшлек Ғабдулла ҡабат Ҡаҙанға ҡайта. Тик шағир ғүмере бик ҡыҫҡа була.
Шул ҡыҫҡа ғына ғүмерендә балалар өсөн әкиәт-поэмалар, шиғырҙар, мәҫәлдәр ижад итә. Уның тәрән, халыҡсанлыҡ рухы менән һуғарылған әҫәрҙәре миллиондарса кешеләрҙең, бөгөнгә ҡәҙәр күңел донъяһын яҡтыртып, байытып килә. Ошо хаҡта һүҙ барҙы китапханала ойошторолған осрашыуҙа. Бында 5-се гимназия уҡыусылары һәм Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары килгәйне. Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарын колледж студенттары Аҡсәскә Ғәбиҙуллина һәм Айгөл Хафизова яттан һөйләп ишеттерҙе, ә китапханасы Энера Йәһүҙина викторина ойошторҙо. Шулай уҡ ТНВ корреспонденты Миләүшә Латипова Стәрлетамаҡта алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ҡалабыҙҙың “Шишмә” халыҡ вокаль ансамбле йырсыһы Зөһрә Янышева сараны музыкаль йәһәттән биҙәһә, Туҡайға бағышланған байрам сараһын ойоштороусы Илсур Мансуров китапханаға Альфред Дәүләтшин килтергән китаптарҙы тапшырҙы. Татар халҡының бөйөк улы Ғабдулла Тукайҙың тыуыуына 135 йыл тулыу уңайынан ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булараҡ мәҡәләмде уға арнаған “Туҡайҙан ҡалған бурыс ” исемле шиғырым менән тамамлағым килә.
Килеп инде Туҡай, туған тел,
Әтей йөрәгенән күсте беҙгә
Дуҫлыҡ, ватансылыҡ, тыуған ил.
Туҡай, Назар, Мостай, Атнабайҙар
Йәшәп киткән ерҙә тиргәшмәй,
Татарстан менән ут күршеләй
Башҡортостан тигән ил йәшәй.
Беҙ ҡояштың уң яғында буғай,
Йөрәк кенә беҙҙең һул яҡта.
Туҡай ҙа юҡ, әней-әтей ҙә юҡ,
Моңдар ғына сыңлай ҡолаҡта.
Бер кем белмәй серен ниҙәр барын
Мәңге ҡайтмай торған ул яҡта.
Ә бөгөнгә минең алдарымда
Телде, илде һаҡлар юл ята.
Ошо юлдан тайпылдырмам мәңге
Балаларым – ҡыҙым, улымды…
“Бурысымды үтәнегеҙ”, – тиеп
Гүйә Туҡай ҡыҫыр ҡулымды.
Мираҫтары вариҫтарға ҡалған
Әнкәм-әткәм, Туҡай телдәре.
Тел йәшәһә, ил йәшәһә генә
Тормош дауам итер, билдәле.
Башҡортостан, Татарстан өсөн