Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло

Ике еңеүсе билдәләнде...

Өфөлә “Башҡортостан” концерт залында IX "Мисс республика" төбәк конкурсы финалы уҙҙы. Матурлыҡ бәйгеһендә республиканың төрлө төбәгенән бөтәһе 13 сибәркәй ҡатнашты.

Мәртәбәле конкурста Сибай ҡыҙы Илүзә Иҫәндәүләтова (һүрәттә) Гран-при яуланы. Һылыуҡай Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында III курста уҡый. Ул күптән түгел Мәскәүҙә ойошторолған Miss Russian Continental-2021 конкурсында республикабыҙ намыҫын яҡлап төп титулға эйә булғайны.
Әйткәндәй, былтыр пандемия айҡанлы конкурс үтмәне, шуға күрә "Мисс республика-2020" конкурсы еңеүсеһе лә билдәләнде, был исемгә Өфө ҡалаһынан Альбина Шәйхисламова лайыҡ булды. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала, ковид-госпиталдә эшләй.
Йәй көнө һылыуҡайҙар халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурстарында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Был хаҡта "Башҡортостан"гәзите яҙып сыҡты.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас