«1985 йылда донъя күргән «Ҡурай» китабы күп йылдар инде музыка мәктәптәре, музыка училищелары уҡытыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы булып тора. Ошо хеҙмәттең ҙур һорау менән файҙаланылыуын иҫәпкә алып, «Китап» нәшриәте Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына йыйынтыҡты ҡабаттан баҫтырып сығарҙы», — тип һөйләне Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров.