Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло

ХАН ҺҮҘЕНӘН ЮҒАРЫРАҠ ӘҘИП ҺҮҘЕ!..

Өфөлә «ХХI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форумы үтте. Был сарала республиканың әҙәбиәт әһелдәре генә түгел, сит өлкәләрҙән килгән ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Яҙыусылар менән форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та осрашты.

– Шуны беләм: күперҙәр, торлаҡ төҙөрбөҙ, әммә әҙәбиәттән, халыҡтың рухи үҫешенән тыш кешеләрҙең башында тәртип урынлаштыра алмаҫбыҙ. Беҙ, өлкән быуын, сифатлы әҙәбиәт уҡығанбыҙ, сифатлы белем, сифатлы әхлаҡи тәрбиә алғанбыҙ, беҙ һулға йәки уңға тайпылмаҫбыҙ. Ләкин балаларыбыҙ бар, уларҙың яҙмышы беҙгә аңлайышһыҙ, улар ҡайҙа барыр, ниндәй кешеләр булып үҫер һәм беҙҙән башҡа республиканы нисек үҫтерер, ошолар хаҡында уйланғанда, һис шикһеҙ, әҙәбиәтте, уның тәрбиәүи әһәмиәтен оноторға ярамай, - тине Радий Хәбиров.
Бер төркөм яҙыусыларға Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы миҙалдары, шулай уҡ “Мәғәриф алдынғыһы” билдәләре һәм башҡа наградалар ҙа тапшырылды был форумда. Прозаиктарҙан Марсель Сәлимов һәм Михаил Чвановҡа «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» исеме бирелһә, шиғриәт өлкәһенән Рәшит Шәкүр менән Роберт Паль “Башҡортостандың халыҡ шағиры” исеменә лайыҡ булды. Яҙыусы Әмир Әминевҡа, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбаев һәм Марат Кәримовҡа – Салауат Юлаев ордендары, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды!
Бөгөн Башҡортостандың яҙыусылар ойошмаһында 288 кеше иҫәпләнә. Форумда яҡташтарыбыҙ, ижад юлын фәҡәт Стәрлетамаҡта башлаған шағирҙар Вәрис Аҡбашев менән Мәүлит Кәримов та улар сафына баҫты. Ҡәләмдәштәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлап, ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ яҙыусыларын форумға алып барыусы шағир Рәсим ШӘФИ-РӘХМӘТКӘ рәхмәтлебеҙ.
Форумда ҡатнашыусыларҙы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ихлас ҡотланы. Ошо осрашыуҙарҙы йомғаҡлап БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, бындай форум Башҡортостанда беренсе тапҡыр ғына түгел, ғөмүмән, советтарҙан һуңғы даирәлә беренсе тапҡыр үтте. Сара фекер алышыу өсөн һәм дәүләт яҙыусыларҙан нәмә көтөүен, шулай уҡ яҙыусылар дәүләттән ниндәй ярҙам көтөүен уртаға һалып һөйләшер өсөн эшлекле майҙансыҡ булды.
Ҡәләмдәштәр форумдан илһам алып, артабан да халҡына ҡәләме менән тоғро хеҙмәт итеү дәрте менән таралышты.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас