Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло

Аяҡ баҫыу менән әкиәт иленә килеп юлығаһың...

1-се китапханала “Әкиәт булдырам” һәм “Әкиәт ижад итәм” оҫтаханаларында шөғөлләнеүсе балалар йыйылды. Улар граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн бирелгән Рәсәй Федерацияһы президенты гранттары фонды аҡсаһы иҫәбенә хәйриә фонды тормошҡа ашырған проект буйынса “Әкиәт оҫтаханаһы” ижади лабораторияһында ҡатнашып, үҙ эштәрен тәҡдим иткән.

Проект 2020 йылдың ноябренән алып 2021 йылдың аҙағына тиклем дауам итә. Бында аяҡ баҫыу менән әкиәт иленә килеп юлығаһың. Сөнки һине бында әллә күпме әкиәт персонаждары ҡаршылай. Проектты тормошҡа ашырып, китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар менән бергәләп ижади оҫтаханалар эшенә йомғаҡ яһаны. Балалар белгән әкиәттәре буйынса “өй эйәһе”нең викторина һорауҙарына яуап бирҙе, уҡыған китаптар буйынса үҙҙәренең ижади эштәрен дә тәҡдим иттеләр. Сара һуңында китапхана мөдире Елена Кириллова проектта ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырып, кескәй ижадсыларҙың күңелен үҫтереп ебәреүе айырыуса мәғәнәгә эйә.
Проект әле лә дауам итә һәм балаларҙы “Әкиәт оҫтаханаһы”на сәйәхәткә көтә.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотоһы.
Читайте нас