Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло

ҠИТҒАЛАРҒА ДАНЫ ТАРАЛҒАН Башҡорт драма театрыбыҙ бар!

Ҡала тарихы бынан өс быуатҡа яҡын элек башланһа ла, уның аяҡҡа баҫыуы, нығыныуы, үҫеше йылдарға һуҙыла. Стәрлетамаҡ элек-электән сәнәғәт буйынса ла, сәнғәттә лә, татыу булып йәшәүҙә лә һәр саҡ өлгө булып ҡалды. Ошо төрлө өлкәләрҙәге ҡаҙаныштары, еңеүҙәре һәм хатта юғалтыуҙары ла уның бай тарихын тәшкил итә лә инде. Ҡала учреждениелары араһында бихисап исемдәрҙе атарға булыр ине. Шулай ҙа кешене сәнғәт тәрбиәләгәнен, уның рухын үҫтергәнен күҙ уңында тотоп, бөгөн йәнә данлыҡлы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры тарихына бағайыҡ әле бергәләп.

Барыһы ла уларҙан башлана
…1990 йылдар башындағы көрсөк арҡаһында бик күп мәҙәни үҙәктәр ябылғанда, Стәрлетамаҡта яңы башҡорт дәүләт драма театрының асылыуы оло тарихи ваҡиғаға әүерелә. 1990 йылдың 1 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Стәрлетамаҡ театрҙар берекмәһе ҡарамағында башҡорт театрын булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуя. Әлбиттә, был ҡаһарманлыҡты ул саҡтағы Мәҙәниәт министры Салауат Әминев һәм Стәрлетамаҡ ҡала етәкселәре Спартак Әхмәтов, Марат Резбаев ойошторҙо. Ул саҡта театр ойоштороу өсөн кадрҙарҙы туплай алыусы йәш режиссер Гөлдәр Ильясоваға, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, билдәле драматург, педагог Илшат Йомағоловҡа, шулай уҡ Рус драма театры директоры Анатолий Евсеевич Полянкинға һәм ҡалалағы телем, халҡым тип янып йөрөүсе зыялыларыбыҙға оло рәхмәттәр яуһын! Улар башҡарған эштәр театр тарихы биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Тап ошо шәхестәрҙең ныҡышмалылығы, тынғыһыҙ ҡаһарман хеҙмәте арҡаһында бөгөн халыҡҡа Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры бар.
Театрҙа тәү башлап эшләүсе артистар, театрға нигеҙ һалыусылар – Башҡортостандың халыҡ артистары Кинйәбикә Исламғолова, Рафиға Галина, Әхәт Хөсәйенов, шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Таһир Искәндәров, Ләйсән Кәримова, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фаяз Йомағужиндың исемдәрен дә атап үтеү мөһим.
Көтөп алған тәүге премьера
1991 йылдың 7 апрелендә тамашасыға тәүге премьера – Дулат Исабековтың “Көтөр кешем бар минең” драмаһы тәҡдим ителә (режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Гөлдәр Ильясова, Вил Ғүмәров тәржемәһе). Тап ошо дата театрҙың тыуған көнө тип билдәләнә. Әлбиттә, Стәрлетамаҡ театрының яңынан барлыҡҡа килеүендә, ижади коллективтың формалашыуында, репертуарын байытыуҙа Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясованың һәм Илшат Хәлил улы Йомағоловтың эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Улар, бар булмышын башҡорт театр сәнғәте үҫешенә бағышлап, республикала ҙур эҙ ҡалдырыусы бөйөк шәхестәр. Йәштәргә һәм башҡа театрҙарҙан килгән актерҙарға таяныс булып, сәхнәлә матур-матур образдар тыуҙырыусылар улар.
“Иң яҡшы” тип баһалайҙар
Стәрлетамаҡ башҡорт театры үҙенең үҫеш дәүерендә төрлө кимәлдәге фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашып, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә. Шуларҙың бер нисәһенә туҡталып үтәйек. 1993 йылда “Театр яҙы – 93” республика фестивалендә Б.Гавриловтың (Илшат Йомағолов тәржемәһендә) “Ҡабул ит уларҙы, Шамбала!” спектакле, 1994 йылда «Театр яҙы – 94» республика фестивалендә Ф.Бүләковтың “Онотолған доға” спектакле лауреат исеменә лайыҡ була. Ошо айҡанлы драматургҡа, спектаклдең режиссеры Гөлдәр Ильясоваға, балетмейстер Ирина Филипповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. 2008 йыл-да “Ҡолонсаҡ” балалар спектаклдәре фестивәлендә И. Йомағоловтың “Серле моң” әкиәте буйынса ҡуйылған спектакль (режиссеры – Айсыуаҡ Йомағолов) Гран-при яулай. 2009 йылда “Театр яҙы” фестивалендә Ф. Бүләковтың “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме...” спектакле менән театр “Өмөт”, “Иң яҡшы сценография”, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” (БР-ҙың халыҡ артисы Миңниса Бакирова) номинацияларына лайыҡ була. 2010 йылда иһә Флорид Бүләковтың “Мәскәү-Васютки” (режиссеры – Азат Йыһаншин) Республика театр фестивалендә Гран-при яулай. 2011 йылда ошо уҡ спектакль Бөтә Рәсәй йәш режиссерҙар фестивалендә “Иң яҡшы спектакль” тип таныла. 2017 йылда театр коллективы “Театр яҙы” фестивалендә М.Ҡунафиндың “Люксембургҡа барып ҡайтҡансы” әҫәрен сәхнәләштереп, диплом менән бүләкләнде. 2019 йылда – М.Кәримдең “Өс таған” әҫәре буйынса ҡуйылған спектакле Гран-при менән ҡайтты, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакирова “Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңде. “Иң яҡшы сценография” дипломы менән спектаклдең режиссеры А.Федоров менән театр-концерт берләшмәһенең художество-бутафор цехы начальнигы Лилиә Сөләймәнова бүләкләнде.
Традициялар йәштәрҙә дауам итә
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры һәр заманда ла үҙенең профессиональ актерҙар коллективы менән дан тота. Бөгөнгө көндә театрҙа республикала һәм Рәсәйҙә танылыу тапҡан Башҡортостандың халыҡ артистары Рафиға һәм Рауил Галиндар, Миңниса Бакирова, Физәлиә Рәхимова, Зөлфиә Хәлилова, Фәим Әхмәтйәнов ижад итә. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илһам Рәхимов, Ләйсән Кәримова, Илфир Баймырҙин, Резеда Әмәкәсова, Рафиҡ Хәсәнов тамашасыларҙың һөйөүен яулаған талант эйәләре. Шулай уҡ Айгөл Зөбәйҙуллина, Гөлнара Йәрмиева, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Илгиз Әкимбәтов, Таһир Фәтҡуллин, Рәсил Сынбулатов, Әлиә Зарипова, Марат Зөбәйеров, Гөлйемеш Ибраһимова, Әлфинур Ғәзимоваларҙың исемдәре театр сәнғәте күген балҡыта. Йәштәрҙән Ҡәҙриә Аҡбаева, Нурзидә Сәфәрғолова, Айһылыу Фазылова, Илнур Атйетәров, Фәнил Ҡарасурин, Сәлимә Солтангәрәева, Ирек Иб-раһимов театрҙың киләсәген билдәләүсе яҡшы алмаш булып тора. Стәрлетамаҡ актерҙарын республикабыҙ халҡы көн һайын БСТ каналындағы “Күңелле йәшәйбеҙ!” тележурналы, “Бәхет ҡошо”, “Сируси”, “Күршеләр” се-риалдары, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналған ҡыҫ-ҡа метражлы “Өс хат”, “Кластан таш дәрес” фильмдары аша ла яҡшы белә. Бөгөнгө көндә театрыбыҙҙы талантлы режиссер, актер Айҙар Зарипов етәкләй. Айҙар Марат улы художество етәксеһе булараҡ театрға яңы һулыш өрөп ебәрҙе, шул уҡ ваҡытта йылдар буйы үҫеп, һаҡланып килгән традицияларҙы емереп ташламаны.
Ошо традицияларҙы булдырған Башҡортостандың халыҡ артисы Филарит Бакиров Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында оҙаҡ йылдар эшләп, береһенән-береһе сағыу образдар тыуҙырып, яҡты иҫтәлектәр ҡалдырып китте. Шулай уҡ театр күгендә йондоҙ булып балҡыған Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин, Башҡортостандың халыҡ артисы Әсҡәт Йәнбәков, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмзиә Ҡудашева, Илдар Сафин, Азамат Хәлиловтар тамашасы күңелендә мәңге һаҡланыр, улар һалған традициялар дауам итер...
Йөҙгә яҡын спектакль!
Театр репертуары Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” һәм “Аҫылйәр”, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса”, Б.Рацер, В.Константинов пьесаһы буйынса “Ҡарауыл! Атай өйләнә?!”, кеүек һәм башҡа сағыу әҫәрҙәренән тора. Театрҙа кескәй һәм йәш тамашасылар зауығын ҡәнәғәтләндерерҙәй сәхнә әҫәрҙәре лә байтаҡ. Наркотиктарға ҡаршы көрәш, уттан һаҡ булырға өйрәткән, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ, хеҙмәтте һөйөү темалары ла урын ала.
Һуңғы йылдарҙа сәхнәгә бөтәһе биш премьера – М.Кәримдең “Өс таған” повесы һәм “Ай тотолған төндә” трагедияһы, Н.Гоголь пьесаһы буйынса “Көйһөҙ кейәү” комедияһы, М.Буранғоловтың “Ашҡаҙар” музыкаль драмаһы, С.Ильясовтың романы буйынса “Биғылый” спектаклдәре “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты буйынса ҡуйылды. Башҡорт драма театры үҙенең эшләү дәүерендә йөҙгә яҡын спектакль ҡуйып, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында профессиональ театр булараҡ уңыш ҡаҙанды.
... Йылдар үткән һайын, башҡорт драма театры сәнғәт донъяһында билдәлелек яулай барып әлеге ваҡытта профессиональ театрҙар араһында иң-иңдәр иҫәбендә. Үҙенең уникаллеге менән ошо йылдар эсендә абруйлы театр белгестәренең иғтибарын, ихтирамын яулап өлгөргән, төрлө режиссерҙарҙы ҡыҙыҡһындырған театр, киләсәктә лә тамашасыһын яңы ижад емештәре менән һөйөндөрөр тигән теләктә ҡалабыҙ.

Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА, театрҙың әҙәби бүлек етәксеһе.
Фотолар театр архивынан алынды.
Читайте нас