«Хазина» ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө 2020 йылдың башында ойошторолдо. Төркөмдөң составы бик үҙенсәлекле: ҡурай – Земфира Рәшитова, вокал, ҡумыҙ – Зәлиә Нурлы, ҡыл-ҡумыҙ – Зәлиә Ғәниәтуллина, ҡыл-ҡумыҙ прима – Наилә Биктимерова, думбыра – Гөлназ Нафиҡова. Башҡарыусылар үҙ репертуарына һирәк яңғыраған милли көйҙәрҙе һәм йырҙарҙы һайлай.