

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырыу ниәтендә күркәм саралар ойоштора. Артабан уларҙың сираттағыһына, 19 ноябрь киске сәғәт 7-лә үтәсәк сараға туҡталып үткем килә.
Башҡорт бейеүен данлап Бейеү театры коллективы хәҙер инде ярты Ер шарын гиҙгәндер. “Быуаттарҙы быуаттарға ялғап…” тип аталған программала ла коллективтың меңәрләгән тамашасы күңелен яулаған билдәле бейеүҙәре сәхнәгә сығарыла – “Башҡортостан”, “Порт-Артур”, “Урал бәйете”, “Ирәндек бөркөттәре”, “Любезники – любизар”, “Ағиҙел тулҡындары” һәм башҡа тәрән рухлы хореографик композициялар урын алған. Белеүебеҙсә, Бейеү театрының һәр бейеүе нигеҙендә башҡорт халҡының тарихи ваҡиғалары һәм легендалары ята! Оҫта хәрәкәттәр ярҙамында бейеүселәр халҡыбыҙҙың милли характер үҙенсәлектәрен асып һала, легендаларҙы бейеү теле аша һүрәтләй.
Ғөмүмән, филармонияла рухиәтебеҙҙе ны-ғытҡан, тарихыбыҙҙы данлаған саралар дауам итә, был йәһәттән һәр коллектив ең һыҙғанып эшләй. “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө, мәҫәлән, 25 ноябргә “Быуындарға ялғап быуындарҙы, илде тотҡан телем, һүҙем бар” тип аталған программа әҙерләгән. Был мәҙәни сарала ла халҡыбыҙҙың күңел биҙәге булып таралған сәнғәт әҫәрҙәре яңғыраясаҡ – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмил Әүбәкеров, Ғафуан Фазуллин, республика йыр бәйгеләре лауреаттары Ришат Хәмитов, Зөлфиә Әүбәкерова, Гүзәлиә Татлыбаева, Илдар Әбдрәшитов, Зарина Ҡотлоғужина, ҡурайсылар – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңлеғәле Хәсәнов, Азамат Асаинов, Динар Абдуллин әҙерләгән тамаша – ҡурай моңдары, халыҡ йырҙары, эстрада һәм ретро йырҙар тамашасыны битараф ҡалдырмаҫ!
Халҡыбыҙҙың сал тарихын шулай мәңгелек әҫәрҙәребеҙ, йыр-моңдарыбыҙ, сағыу тама-шаларыбыҙ аша бергәләп һаҡлайыҡ, бергәләп ҡәҙерләйек, дуҫтар!
Лиана ЯМАЛЕТДИНОВА,
филармонияның әҙәби бүлек мөдире.
Фотолар филармония архивынан.