Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
17 Ноябрь 2021, 08:41

Өфөлә күренекле актер һәм режиссер Олег Хановтың юбилейын билдәләйҙәр

«26 ноябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында беҙ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған актер һәм режиссер Олег Хановтың юбилейын билдәләйбеҙ. Көндөҙгө сәғәт 4-се 30 минутта ул театр фойеһында ҡотлауҙар ҡабул итә, Сергей Есениндың «Анна Снегина» поэмаһын уҡый. Киске 7-лә «Ҡыҙ урлау» спектакле күрһәтелә, ул унда төп ролдәрҙең береһен башҡара», — тине театр директоры Иршат Фәйзуллин.

Өфөлә күренекле актер һәм режиссер Олег Хановтың юбилейын билдәләйҙәрӨфөлә күренекле актер һәм режиссер Олег Хановтың юбилейын билдәләйҙәр
Өфөлә күренекле актер һәм режиссер Олег Хановтың юбилейын билдәләйҙәр

11 августа Олег Хановҡа 70 йәш тулды. Ижади биографияһы уның ҡабатланмаҫ ижади стилен булдырған төрлө ваҡиғаларға бай: иңендә ҙур актерлыҡ тәжрибәһе, режиссерлыҡ ижады, административ һәм художество етәкселек эшмәкәрлеге. 1973 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлай, 2012-2019 йылдарҙа театрҙың художество етәксеһе була. Актер Олег Ханов башҡорт, рус һәм донъя драматургияһы әҫәрҙәрендә сағыу ролдәр тыуҙырҙы. Режиссер булып эшләгәндә Рәсәй, сит ил һәм милли драматургия буйынса төрлө жанрҙағы спектаклдәрҙе сәхнәгә сығарҙы.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас