Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
2 Декабрь 2021, 11:44

МОҢЛО ЙЫРСЫ СЫҠҺЫН ҺИНӘН, СТӘРЛЕТАМАҠ ЕГЕТЕ!

Стәрлетамаҡтан ун йәшлек Рамазан Биккинин “Сулпылар” республика телевизион конкурсында ҡатнашып Гран-при яуланы. Бында ул “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит!” йыры менән сығыш яһаны. Был турала тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

МОҢЛО ЙЫРСЫ СЫҠҺЫН ҺИНӘН, СТӘРЛЕТАМАҠ ЕГЕТЕ!МОҢЛО ЙЫРСЫ СЫҠҺЫН ҺИНӘН, СТӘРЛЕТАМАҠ ЕГЕТЕ!
МОҢЛО ЙЫРСЫ СЫҠҺЫН ҺИНӘН, СТӘРЛЕТАМАҠ ЕГЕТЕ!

Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә “Сулпылар – 2021” республика телевизион конкурсының гала-концерты булды.

Рим Хәсәнов, Нәзифә Ҡадирова, Илнур Рамазанов, Венер Камалов, Венера Юлгилдина һымаҡ атаҡлы сәнғәт әһелдәренән торған жюри составын әсир итер өсөн, кескәй булһалар ҙа, ниндәй моң һәм тауыш кәрәк булған конкурсанттарға. Әммә йәш башҡарыусылар был бурысты лайыҡлы башҡарып сыға. Баһалама ағзалары иң-иң тип билдәләгән конкурсанттың нәҡ Стәрлетамаҡ егете булыуы – әлбиттә, икеләтә ҡыуаныс.

Был конкурс 2021 йылдың мартынан ноябрь айына тиклем барҙы. Унда барыһы 321 кеше ҡатнашҡан. (Конкурс һайлап алыу турынан, беренсе, икенсе турҙан һәм финалдан торҙо.) Конкурстың финалына республикабыҙҙың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан иң көслө 13 бала сыҡты.

Рамазан ҡалабыҙҙың 30-сы мәктәбендә уҡый, уҡыуҙа ла тик “5”кә генә өлгәшә икән. Һәләтле малай шул уҡ ваҡытта Балалар музыка мәктәбендә шөғөлләнергә лә ваҡыт таба – ул ете йәшенән бирле Әритҡолова Виктория Павловнаның вокал класында, Коннова Елена Витальевнаның баян класында белем ала. Рамазан төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша: башҡорт, рус, инглиз телдәрендә йырҙар башҡарып, бик күп бүләктәр алырға өлгөргән. Быйыл ул шулай уҡ Георгий Маркоров исемендәге XV Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр “Маэстро Джаз” конкурсында ҡатнашып Гран-при яулағайны.
“Баланың һәләтен үҫтереү маҡсатында эштән китергә тура килде”, – ти Рамазандың әсәһе Рәсимә Фәрүәз ҡыҙы. Тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәләрен бирә, күҙ генә тейә күрмәһен берүк.

7 декабрҙә Рамазан Мәскәүгә “Голос-дети” тип аталған музыкаль телешоуға һынау үтергә юллана. Юлың уң булһын, Мәскәүҙән дә еңеү менән ҡайт, Рамазан!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

МОҢЛО ЙЫРСЫ СЫҠҺЫН ҺИНӘН, СТӘРЛЕТАМАҠ ЕГЕТЕ!
МОҢЛО ЙЫРСЫ СЫҠҺЫН ҺИНӘН, СТӘРЛЕТАМАҠ ЕГЕТЕ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас