Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
2 Декабрь 2021, 06:28

Ҡойоп ҡуйған кәмитсе!

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актеры Фәнил Ҡарасурин үҙенең бер кемдекенә лә оҡшамаған һөйкөмлө образдары менән күптән тамашасы йөрәген яулаған.  Береһенән-береһе ҡыҙыҡ, һын ҡатырғыс вайндары менән меңдәрсә йөрәктәрҙе арбаған актер был юлы сәхнәнән күҙгә-күҙ ҡарашып ултырған тамашасыһы алдына  ҡатын-ҡыҙ обазын уйнап эс ҡатҡансы көлдөрҙө. Был турала тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

Ҡойоп ҡуйған кәмитсе!Ҡойоп ҡуйған кәмитсе!
Ҡойоп ҡуйған кәмитсе!

  Алмас Әмиров ҡуйған “Минең ҡатынымдың исеме Морис” спектаклендә Морис ролен оҫта башҡарғаны өсөн, Фәнил Ҡарасурин  "Иң шәп ир роле"  номинацияһында еңеп, БР Театр эшмәкәрҙәре союзының Йәштәр эштәре буйынса  советының Хәҡиҡәт мәле премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булды.

 Йәш, талантлы актерҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә яңынан-яңы еңеүҙәргә ирешеүен теләйбеҙ!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Ҡойоп ҡуйған кәмитсе!
Ҡойоп ҡуйған кәмитсе!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас