Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
7 Декабрь 2021, 09:20

Театрға әүрәп, ғүмер үткәне лә һиҙелмәй...

Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтар  сәхнәлә – утыҙ йыл. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актерҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Физәлиә Рәхимовтарҙың ижады тураһында мәҡәләне сайтта уҡығыҙ.

Театрға әүрәп, ғүмер үткәне лә һиҙелмәй...Театрға әүрәп, ғүмер үткәне лә һиҙелмәй...
Театрға әүрәп, ғүмер үткәне лә һиҙелмәй...

Үҙҙәренең колоритлылығы менән айырылып торған Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актерҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Физәлиә Рәхимовтарҙың уйнаған ролдәрен кемдәр генә яратып ҡарамай икән?!. Бына хәҙер өс тиҫтә йыл инде улар төрлө образдарҙа балҡып, тамашасы күңелен яулауын дауам итә. Быйыл иһә улар өсөн айырыуса иҫтәлекле, ваҡиғаларға бай осор: театрҙа эшләй башлауҙарына утыҙ йыл һәм дә икеһенең дә матур юбилей йылы. Ошо уңайҙан яратҡан артистарыбыҙға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

 – Стәрлетамаҡта театр асылғанда ҡуйған спектаклдәрҙе халыҡ әле лә һағына. Һеҙҙең дә ижадығыҙҙың шишмә башы тап ошо гөрләп торған йылдарға ҡайтып ҡала.

 Илһам Ринат улы (артабан И.Р.): Физәлиә башта Өфөлә академтеатрҙа ике йыл эшләне. Шунан Стәрлетамаҡҡа килеп эшкә сумды. Мин бында эшләй инем инде. 1995 йылға тиклем бер юлы ике урында – Бейеү театрында ла, драма театрында ла эшләп йөрөнөм.

Физәлиә Әнүәр ҡыҙы (артабан Ф.Ә.): Стәрлетамаҡҡа бер юлы килен дә булып төштөм, театрға ла төштөм (көлә). Академтеатрҙа ла ҡолас йәйеп ҡаршы алдылар, үҙ балаларындай күреп, арҡамдан һөйөп кенә торҙолар. Фундамент ныҡлы һалынған ине. Күренекле ағайҙар, апайҙар менән бергәләп эшләп тәжрибә тупланыҡ. Илшат Йомағолов, Хәмит Яруллин, Фидан Ғафаров, Әхәт Хөсәйенов, Асия Нафиҡова, Нурия Ирсаевалар менән бергә эшләү бәхете тейҙе.

 Стәрлетамаҡҡа килгәс тә йөҙөп йөрөп уйнаным. Тәүге спектаклебеҙ – 1993 йылда Рәмил Ҡол-Дәүләттең “Бермуд өсмөйөшө”ндә ирле-ҡатынлы ролде уйнаныҡ. Азат Нәҙерғолов ҡуйғайны. Яңы ғына өйләнешкән саҡ ине. Ете айлыҡ ауыр менән уйнарға тура килде. Тәүге спектаклдәрҙән Нәҡи Иҫәнбәттең “Һижрәт”, К.Чандрҙың “Бер мөхәббәт – мең ғашиҡ” һ.б. айырыуса күңелгә яҡын.

И.Р.: Утыҙ йыл эсендә алтмышҡа яҡын роль ижад иткәнбеҙ. Байтаҡ сериалдарҙа бергәләп уйнарға тура килә. Руслан Юлтаев идеяһы менән килеп сыҡҡан “Күңелле йәшәйбеҙ” беҙҙең театр өсөн оло бер табыш булды. Ҡыш буйына “Күңелле йәшәйбеҙ”ҙә уйнайбыҙ ҙа йәй буйына тәбиғәт ҡосағына сығып “Сируси”, “Бәхет ҡошо” кеүек сериалдар өҫтөндә эшләйбеҙ. Яңы йылға “Күршеләр” сериалында, “Өс хат”, “Уҡыуҙан тыш дәрес” фильмдарында уйнаныҡ.

– Һеҙ уйнаған ролдәрҙе ҡарауы шул тиклем рәхәт, миңә ҡалһа, унда яһалмалыҡ юҡ, барыһы ла халыҡсан...

 Ф.Ә.: Халыҡсан тигәндән, ысынлап та, мәҫәлән, миңә “бикә”ләрҙе күп уйнарға тура килде. Башта “Бәндәбикә”лә – Бәндәбикә, “Ҡыҙ урлау”ҙа – Туҡтабикә, “Ай тотолған төндә”лә Тәңкәбикә, Нисек кейәүгә сығырға” ла яусы Йыһанбикә... (көлә). Тыуҙырған образдарҙы һанай китһәң, бик күп инде улар. И.Садиҡовтың “Насретдиндың биш ҡатыны”нда Тутыйхон, Флорид Бүләковтың “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы”нда Нурия, Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса”һында – Шәмсиә килен, Әнғәм Атнабаевтың “Хушығыҙ, хыялдарым!”ында Ғиҙелбанат әбей образы. Шулай итеп, роль артынан роль уйнап, төрлө режиссерҙар менән эшләп үҫәһең. Әммә ҡасан, нисек һәм ниндәй роль уйнауға ҡарамаҫтан, уларҙы бар йөрәгебеҙ, булмышыбыҙ менән ҡабул итеп алабыҙ, нисек бар – шулай еткерәбеҙ, бәлки шуға халыҡсан күренәлер. Халыҡсанлыҡ ул – халыҡ йөрәгенә үтеп инерлек итеп уйнау.

– Халыҡ һөйөүен яулауығыҙҙың сере тағы нимәлә тип уйлайһығыҙ?

 Ф.Ә.: Ролдәр төрлө була, ҡайһылары күңелдән үҙенәнүҙе ағылып тора. Ә ҡайһы бер роль күңелгә ятмай ҙа ҡуя. Ундай ролде уйнауы ауыр, әлбиттә. Әммә, уңыштарҙан “бөйөклөк” менән ауырымай, ниндәй бурыс йөкмәтелеүгә ҡарамаҫтан, һин үҙеңдең образыңды-ролеңде аҡларға тейешһең! Аҙағынаса еренә еткереп сығырға, шул саҡта тамашасы ла һинең талантыңды күп ҡырлы һанай ала.

 – Роль нисек тыуа?

 И.Р.: Ролде тыуҙырған ваҡытта һин шуның менән йәшәйһең. Ятһаң да, торһаң да тик шул образды ғына уйлайһың. Урамда йөрөгәндә лә ошо образға оҡшаш кешеләрҙе эҙләйһең. Һәр бер уйнаған ролеңде күңел байрамына әйләндереп уйнай белергә кәрәк. Комик ролдәрҙе уйнап, эс ҡатҡансы көлөп, ял итеп ҡайтабыҙ. Ә етди ролдәрҙән һуң өйгә ҡайтҡас та тыныслана алмай бер булаһың. Уйнай-уйнай һаман да ҡәнәғәт ҡалмайһың. Тағы ла шуныһы, актер булыу бер, бында бейеүсе лә, йырсы ла булырға кәрәк. Музыканы тойомлай белергә кәрәк.

 Ф.Ә.: Роль тыуҙырыу – бала тыуҙырыу менән бер. Образды ай буйына яйлап тыуҙыраһың. Әммә кисектергеһеҙ ролдәр биргән саҡтар була. Әйтәйек, ике көндән – премьера! Мәҫәлән, “Нисек кейәүгә сығырға?”ла ҡыҙҙар спектакль өҫтөндә ай ярым эшләгәс, ауырып киткәндәр. Шул саҡ мине улар урынына һоранылар. Шулай итеп, яусы Йыһанбикә образы ике көндә тыуҙы ла ҡуйҙы. Ни эшләйһең инде, коллективты ауыр хәлдә ҡалдырырға ярамай. Образды тыуҙырыу бер, һүҙҙәрен дә ятлап өлгөрөргә, хәтерҙең дә шәплеге кәрәк бит әле. Партнерыңдың һүҙҙәрен дә иҫеңдә ҡалдырырға тейешһең. Әйткәндәй, партнерҙан күп нәмә тора. Бында һиңә партнерҙан энергетика килә. Бер-береңде ым-ҡараш менән аңлашып, икең бер бөтөн булып уйнағанда ғына уңышҡа ирешелә. Бына шундай нескәлектәре бар спектаклдең.

– Һәр ваҡыт үҙегеҙҙең йәшкә тура килгән ролдәрҙе генә уйнайһығыҙмы?

И.Р.: Йәш саҡта “Их, Өфө ҡыҙҙары!”нда оло йәштәге “колхоз старшинаһы”н уйнарға тура килде. Әхәт ағай Хөсәйенов аяғын һындырған да, уйнарға кеше юҡ. Хәҙер 25 йәшлек кенә мине уйнарға һоранылар. Ҡуйы бөҙрә сәсте күрһәтмәҫ өсөн парик кейеп, эскә яһалма ҡорһаҡ ҡуйып уйнарға тура килде (көлә).

– Һәр эштә лә дәртләндереп торған этәргес булырға тейеш. Илһам сығанағын ҡайҙан алаһығыҙ?

Ф.Ә.: Беҙ бит – ауыл балалары, ер кешеләре. Күңел ауылға тарта. Әбйәлилгә лә, Стәрлебашҡа ла өлгөрәбеҙ. Тыуған яҡтарға ҡайтып күңелде ял иттереп, йәнгә ял алып киләбеҙ.

И.Р.: Беҙҙең яҡҡа – Стәрлебашҡа ҡайтып, атҡа ултырып бер арба булып тейәлешеп еләк йыйып, үлән йыйып йөрөүе үҙе бер матур йолаға әүерелгән. Физәлиәнең тыуған яғы Әбйәлил – күлдәр иле. Унда һыу инеп, миндек бәйләп тәбиғәттән көс алып ҡайтабыҙ. Тәбиғәткә сығып күңелде күтәреп ҡайтҡан һайын, дәртләнеп эшкә тотонабыҙ. Бына шул инде беҙҙең илһам сығанағы!..

– Күҙәтеп барыуымса, ҡайһы бер ролдәрегеҙҙе тиҫтәләгән йылдар дауамында уйнарға тура килә.

И.Р.: Эйе, “Насретдиндың биш ҡатыны”н, мәҫәлән, 13 йыл уйнаныҡ, “Иремде һатам”ды – 12 йыл, “Ҡоҙаса”ны – ун йыл, “Ғәлиәбаныу”ҙы ун йыл уйнаныҡ. Халыҡтың ҡараған һайын ҡарағыһы килә. Ныҡ мөкиббән китеп ҡараған тамашасылар бар. Мәҫәлән, Васильевтың “Ә таңдар бында тыныс” спектаклен бер үк кешеләр һигеҙәр(!) тапҡыр тамаша ҡылғаны булды. Тимәк, был спектаклдәр, халыҡ күңелен ебәрмәй тотҡан күренештәр, бер ҡасан да иҫкермәй торған рухи ҡиммәттәрҙе күтәреп сыҡҡан әҫәрҙәр! Бындай ролдәр булыу театрыбыҙҙың, репертуарыбыҙҙың юғары кимәлен билдәләй, минеңсә.

– Театр тормошон һайлағанға үкенмәйһегеҙме?

 Ф.Ә.: Сәнғәт юлы әсәйемдең тормошҡа ашмаған хыялы булғандыр ул, тип уйлайым. Әсәйем үҙе күлдәктәр тегеп кейҙерҙе. Әсәйемдең эшләткән ҡул биҙәүестәрен, түшелдерек-ҡашмауҙарын әле булһа сәхнәлә кейеп уйнайым. Атайым да йыр-бейеүгә әүәҫ кеше булды. Музыкаль белеме булмаһа ла ул ваҡытта һатыуҙа юҡ әйберҙәр – мандолина, скрипкаларҙы үҙе яһап, шул ҡоралдарҙа үҙе уйнаны. Ул заманда һатыуҙа ла юҡ ине бит, ҡайҙан белгәндер, ғәжәп. Ағайҙарым, апайҙарым барыһы ла гармунда, баянда уйнаны, йырбейеүгә әүәҫтәр.

Әйткәндәй, уҡырға нисек инеүем ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Унынсыны бөткәс, документтарҙы Өфө сәнғәт институтының режиссерҙар әҙерләү бүлегенә тапшырҙым. Бөтә имтихан турҙарын да уңышлы үтеп киттем. Институтты бөтәм дә ауылға ҡайтып режиссер булам, йәнәһе. Халыҡ театры асырға тигән хыял менән килгәйнем. Яҙмыш үҙенекен итте. Күренекле режиссер Рифғәт Исрафилов курсына эләктем һәм ул мине режиссерҙар курсынан актерҙар әҙерләү курсына күсерҙе. Беренсе курстан уҡ өлкән курстар менән уйнарға саҡыра башланылар. Ғабдулла Ғиләжев, Лек Вәлиев кеүек көслө театр әһелдәренән белем алдым. 4-се курста уҡығанда диплом спектаклендә уйнағанда Гөлдәр Ильясова Стәрлетамаҡҡа үҙенең театрына эшкә саҡыра башланы.

– Балаларығыҙ ҙа һеҙҙең юлды һайланымы?

И.Р.: Әлбиттә, артист “ене” уларға ла ҡағылған. Балалар үҙҙәре театрҙа үҫте – бер спектаклде лә ҡалдырманылар. Күңелдәре менән сәнғәткә яҡындар. Әммә улар тормошта юлды үҙҙәре табырға тырышты, икенсе һөнәрҙе һайланылар. Улыбыҙ Юлдаш өс йәшенән ҡурай һорап йөрөгән бала, үҫкәс ҡарашы бер аҙ үҙгәрҙе, БашДУ-ның иҡтисад факультетын һайланы. Алһыу ҡыҙыбыҙ театр менән ҡыҙыҡһына, һәр спектаклде ҡараған һайын үҙ фекерен әйтә. Әйткәндәй, унан бик шәп театр тәнҡитсеһе сығыр ине, әммә Өфө авиация техник университетында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге факультетында уҡып йөрөй.

Ф.Ә.: Театр эшенә бирелеп, ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Балаларҙың үҫкәнен дә күрмәгәнбеҙ. Бала артынан бала тыуҙы, роль артынан роль тыуҙы. Иң мөһиме: тормошобыҙҙан бик ҡәнәғәтбеҙ!

Утыҙ йыл ғүмер бер тынала үтеп тә киткән. Был бит үҙе бер дәүер! Ошо утыҙ йыл эсендә Стәрлетамаҡтағы менталитет та үҙгәрҙе, халыҡтың эске милли культураһы үҫеште. Үҙешмәкәр Стәрлетамаҡ юғары профессиональ мәҙәни үҙәккә әйләнде... Бына ошоларҙы иҫләйһең дә, ул саҡта йәш, һәләтле актрисаның баш ҡалабыҙҙағы данлыҡлы академия театрын ҡалдырып Стәрлетамаҡҡа килеүенә ғәжәпләнер-лек тә шул. Ә хәҙер Стәрлетамаҡтың үҙенә генә хас менталитеты барлыҡҡа килде, уның юғары мәҙәниәтле үҙ тамашасыһы бар.

Тамашасыларға матур хистәр бүләк иткән, онотолмаҫлыҡ яҡты тәьҫораттар ҡалдырған актерҙарыбыҙға утыҙ йыл нисек дәртләнеп ижад иткән, киләсәктә лә шулай илһамланып эшләүен, халыҡ һөйөүенә ҡойоноп йәшәүен теләйбеҙ. Рәхмәт һеҙгә, яратҡан артистарыбыҙ!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фото Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры архивынан алынды.

Театрға әүрәп, ғүмер үткәне лә һиҙелмәй...
Театрға әүрәп, ғүмер үткәне лә һиҙелмәй...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас