Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
10 Декабрь 2021, 17:00

Йәш композиторҙарҙың «Партитура» Бөтә Рәсәй конкурсында яҡташыбыҙ Ринат Камалов лауреат булды.

Конкурста ҡатнашыу өсөн тотош илдән 840 заявка бирелгән. Жюри милли колориттың, телдең байлығына айырыуса ҙур иғтибар биргән.Башҡорт мотивтарына нигеҙләнгән әҫәрҙә Ринат Камалов йырсы Иҙел Аралбаев башҡарыуындағы ҡурай моңон һәм вокал солоһын файҙаланған.

Йәш композиторҙарҙың «Партитура» Бөтә Рәсәй конкурсында яҡташыбыҙ Ринат Камалов лауреат булды.
Йәш композиторҙарҙың «Партитура» Бөтә Рәсәй конкурсында яҡташыбыҙ Ринат Камалов лауреат булды.

Лауреаттарҙың концерты 25 ноябрҙә П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының Ҙур залында булды. Унда Дәүләт академия симфоник оркестры Павел Коган идаралығында «кино һәм музыка», «эстрада-симфоник музыка» номинациялары еңеүселәренең әҫәрҙәрен башҡарҙы.

«Минең өсөн лауреаттар араһында булыу оло мәртәбә. Жюриға, оркестрға, дирижерға һәм тыңлаусыларға юғары баһа өсөн ҙур рәхмәт! Шулай уҡ ҡатыныма, яҡындарыма, коллегаларыма һәм ихлас ярҙамы, юғары һөнәри оҫталығы өсөн Иҙел Аралбаевҡа рәхмәт белдерәм», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ринат Камалов.

Ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Мәғлүмәт https://vk.com/kurultaibashkir алынды

Йәш композиторҙарҙың «Партитура» Бөтә Рәсәй конкурсында яҡташыбыҙ Ринат Камалов лауреат булды.
Йәш композиторҙарҙың «Партитура» Бөтә Рәсәй конкурсында яҡташыбыҙ Ринат Камалов лауреат булды.
Автор:
Читайте нас: