Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
16 Декабрь 2021, 13:23

Туймазыла “Тылсымлы ҡурай моңо” конкурсы финалы үтә

Бөгөн унда ҡурайсылар конкурсы башлана. Ижади ярышта Рәсәй төбәктәренән дә ҡатнашыусылар бар. 

Туймазыла  “Тылсымлы ҡурай моңо” конкурсы финалы үтә
Туймазыла “Тылсымлы ҡурай моңо” конкурсы финалы үтә

  “Ҡурай халыҡ араһында танылыу яулай. Был уйын ҡоралында уйнаусылар арта”, ти район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов.

- Икенсе турға 25 бик көслө һәүәҫкәр ҡурайсылар үтте.  Геогафия быйылғы йылда ҙур. Силәбе, Төмән, Ырымбур өлкәләренән Һәм Башҡоростандың 22 район ҡалаһынан ҡатнашыусылар ғаризаларын бирҙе. 16 декабрь икенсе турҙа ҡатнашыусыларҙы тыңлаясаҡбыҙ.  Бүләкләү һәм тантаналы рәүештә ябыу кисәһе, Гала концерт үтәсәк. Иң оло ҡурайсы - 44-се йылғы, Белорет районынан Мөхәммәт Түләбаев. Уны көтәбеҙ. Иң йәш ҡурайсыға ете йәш.  Был конкурс һәүәҫкәрҙәрҙең бәҫен күтәрергә, уларҙы ла  халыҡҡа сығарыу маҡсатынан үткәрелә.

БЮТ.

Автор:
Читайте нас: