Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
24 Декабрь 2021, 14:08

Республика Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт даирәһе вәкилдәре менән осрашты

Республика Башлығы Радий Хәбиров Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе вәкилдәре, уҙып барған йылдың халыҡ-ара һәм Рәсәй конкурстары, фестивалдәре еңеүселәре менән осрашты. Башта республика етәксеһе уҡыу йортоноң кластарын, хореография залдарын, музей һәм дөйөм ятаҡты ҡарап сыҡты.  Колледж тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ республика, ил һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары матур сығыштар ҙа әҙерләгәйне.

Республика Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт даирәһе вәкилдәре менән осрашты
Республика Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт даирәһе вәкилдәре менән осрашты

Ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү һүҙендә Р.Хәбиров: “Беҙҙең сәнғәтте баһалайҙар, яраталар, һәр ерҙә лә көтөп торалар, – тип билдәләне. – Был ысын халыҡ дипломатияһы. Талантлы башланғыстарығыҙға матди ярҙам күрһәтербеҙ. Һеҙ – Башҡортостандың ғорурлығы!” Башҡортостандың етәксеһе ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам программаһы тураһында ла һөйләп үтте. Уға ярашлы, ауыл мәҙәниәтен үҫтереүсе хеҙмәткәрҙәргә 500 мең һумлыҡ грант тапшырыла.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурын үткәреү хаҡында һөйләне. “Конкурстың географияһы йылдан-йыл киңәйә,ҡатнашыусылар ҙа арта”, – тип әйтеп китте. Әйткәндәй, быйылғы еңеүселәр – Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе осрашыуға килгәйне. Ғаилә башлығы – Стәрлетамаҡ рус драма театры актеры Артур Ишмөхәмәтов.

Ишембай районының Маҡар ауыл мәҙәниәт йорто директоры Гөлиә Көмөшбаева 38 йыл ошо өлкәлә эшләй. Ул быйыл иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы хеҙмәткәре булды. “Башҡортостанда ауыл мәҙәниәтенә шундай ҙур иғтибар бүлгәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Был беҙҙе ҡанатландыра”, – тине ул.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, республика Башлығы кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин уға мәҙәниәт һәм сәнғәткә булышлыҡ ҡылғаны өсөн рәхмәт әйтте һәм “Яңы моң” проекты тураһында һөйләп үтте. “Был йәш таланттар өсөн ғәйәт яҡшы старт майҙаны”, – тине.

Радий Хәбиров Мәҙәниәт министрлығына “Яңы моң” һәм “Башҡорт йыры” проекттарын дауам итеүҙе йөкмәтте.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Владимир Копытов быйыл VI “Онегин” Милли опера премияһының “сәхнә оҫтаһы” номинацияһында еңеүсе булды. Ж.Масснеҙың “Дон Кихот”ындағы Санчо Панса роле уға уңыш килтерҙе. Операның премьераһы Мәскәүҙә, Ҙур театр сәхнәһендә үткәйне. “Мәскәүҙең театраль публикаһы бик һайлансыҡ булһа ла, беҙҙең спектаклдәр уларға оҡшаны. Киләһе йылға яңы премьера – “Садко” операһын әҙерләйбеҙ”, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры директоры Артур Нәзиуллин коллективтың ил буйлап уңышлы гастролдәре хаҡында бәйән итте. Икенсе йылға оркестрҙы Мәскәүҙә һәм хатта Берлинда көтәләр.

Быйыл үткән II “Тамға” конкурсы еңеүселәренең береһе Айгөл Ғәлиуллина конкурста ҡатнашыуҙан алған тәьҫораттары һәм алдағы ниәттәре менән уртаҡлашты. Республика етәксеһе Мәҙәниәт министрлығына Өфөлә Милли мода йорто төҙөү мәсьәләһе буйынса эшләргә ҡушты.

Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Арыҫлан Абдрахманов Сергей Довлатовҡа бағышланған “Ҡәләм һынау” әҙәби конкурсында еңеп сыҡҡайны.  Ул күренекле яҙыусының исеме Өфөләге бер скверға бирелһә ине, тигән теләк белдерҙе, Радий Хәбиров быны хупланы.

Йәш рәссам Ләйсән Билалова быйыл Волга буйы федераль округының стрит-арт фестивалендә призер булды. Ул Өфөнөң 450 йыллығына ҡаланы тарихи-этнографик граффити менән биҙәргә тәҡдим итте.

Салауат ҡалаһының “Арлекин” өлгөлө балалар театр студияһы етәксеһе Радик Ғәлиуллин: “Гранттар ярҙамы менән беҙ халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнаша алабыҙ”, – тип хәбәр итте һәм коллективтың уңыштары менән уртаҡлашты.

Башҡортостан Башлығы Мәҙәниәт министрлығына театр коллективтарына грант ярҙамын ҡарау бурысын йөкмәтте.

#МыВместе Халыҡ-ара премияһының “Мәҙәни мираҫ” номинацияһындағы призер Ростислав Савельев мәҙәниәт үҫешендә ирекмәндәрҙең роле тураһында һөйләне. Р.Хәбиров уларҙың ярҙамын юғары баһаланы һәм уның 2024 йылда тағы ла Башҡортостанда үтәсәк масштаблы фестиваль – беренсе Бөтә донъя балалар фольклориадаһында ла кәрәгерен билдәләне.

Осрашыу аҙағында Р. Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

bashgazet.ru

Республика Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт даирәһе вәкилдәре менән осрашты
Республика Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт даирәһе вәкилдәре менән осрашты
Автор:
Читайте нас: