Ашҡаҙар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
27 Декабрь 2021, 11:26

Айнур Асҡаров «Урал батыр» эпосы буйынса сериал төшөрөргә йыйына

Режиссер, продюсер, «АсҡарФильм» студияһы етәксеһе Айнур Асҡаров республикала кино индустрияһын үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә «Урал батыр» эпосы буйынса һигеҙ сериялы фильм төшөрөргә йыйыныуы хаҡында һөйләне. Фильмды этник стимпанк жанрында төшөрөү, уны кинопрокатта түгел, ә онлайн майҙансыҡтарҙа күрһәтеү планлаштырыла, тине режиссер.

Айнур Асҡаров «Урал батыр» эпосы буйынса сериал төшөрөргә йыйына
Айнур Асҡаров «Урал батыр» эпосы буйынса сериал төшөрөргә йыйына

Айнур Асҡаров кинопроизводствонан рибейттар (һалым ҡайтармаһы) темаһын да күтәрҙе. Уның һүҙҙәренсә, был программа кино һәм телепроизводство өсөн льготалы шарттар булдырылған 10 төбәктә эшләй: төбәктәр рибейттар программаһы буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтара. Пилот төбәктәрҙә төшөрөлгән сериалдар һәм фильмдар ярҙамында яңы эш урындары булдырыла, ә территориялар туристарҙы күпләп йәлеп итә башлай.

Башҡортостан Башлығы фекеренсә, был тема ентекле өйрәнеүҙе талап итә, сөнки төбәктәрҙә төшөрөлгән фильмдар һирәк осраҡта ғына прокатта үҙ сығымын ҡаплай. Донъя киноиндустрияһында ла фильмдарҙың 10 проценты ғына килем килтерә, ҡайһы саҡта Голливуд блокбастерҙары ла прокатта уңышһыҙлыҡҡа осрай. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең режиссерҙарҙың фильмдары илдә ҙур уңыш менән прокатҡа сығыуын иҫәпкә алып, республикала кинематографҡа булышлыҡ итеү системаһын төҙөү зарур, тип иҫәпләй Радий Хәбиров.

«Ғорурлыҡ менән күрһәтә алырҙай сифатлы, ҡыҙыҡлы кинопродукт кәрәк», – тине республика етәксеһе.

Башҡортостанда «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивален дә әүҙемерәк үҫтереү мөһим, тип билдәләне ул.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: