Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
11 Ғинуар 2022, 13:42

Рәсәйҙә «Пушкин картаһы»ның номиналы арттырылды

1 ғинуарҙан «Пушкин картаһы»ның номиналы йылына 3 меңдән 5 мең һумға тиклем арттырылды. Уның ярҙамында 14-22 йәшлек егет-ҡыҙҙар дәүләт иҫәбенә мәҙәни сараларға билет һатып алырға мөмкин.

Рәсәйҙә «Пушкин картаһы»ның номиналы арттырылды
Рәсәйҙә «Пушкин картаһы»ның номиналы арттырылды

Бынан тыш, 1 февралдән ошондай сараларҙың исемлеге киңәйә. Был туралағы ҡарарға Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

«Пушкин картаһы»н театрҙа, музейҙа һәм концерт залдарынан тыш, кинотеатрҙар ҙа ҡабул итә башлай. Картаны Мәҙәниәт министрлығы һәм Кино фонды булышлығында төшөрөлгән Рәсәй фильмдарына билет һатып алғанда ҡулланырға була.

Йыл буйына кинотеатрҙарға барыу өсөн ике мең һумға яҡын аҡса тотонорға мөмкин.

«Пушкин картаһы» – йәштәр өсөн махсус банк картаһы, уның менән мәҙәни сараларға билет һатып алғанда ғына түләргә мөмкин. Бындай карталар иҫәбенә аҡсаны дәүләт йүнәлтә. Был программа 2021 йылда Рәсәй Президенты башланғысы буйынса эшләй башланы һәм популярлыҡ яуланы. Дүрт ай эсендә унда 3,7 миллион самаһы кеше ҡатнашты, 2 миллиард һумдан ашыуға билеттар һатып алынды.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: