Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
17 Ғинуар 2022, 11:27

Йырсы Флүрә Килдейәрова Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

15 ғинуарҙа Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле йырсы һәм педагог Флүрә Килдейәрова үҙенең юбилейын билдәләне.

Йырсы Флүрә Килдейәрова  Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде
Йырсы Флүрә Килдейәрова Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында абруйлы ҡунаҡтар, Флүрә Килдейәрова класын тамамлаусылар һәм уның ижадын һөйөүселәр йыйылды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе һәм уға республиканың юғары дәүләт наградаһын – Салауат Юлаев орденын, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы.

«Күп йылдар инде әүҙем ижадығыҙ менән Рәсәйҙең йыр сәнғәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерәһегеҙ. Башҡарыу оҫталығығыҙҙы яратҡан уҡыусыларығыҙға тапшыраһығыҙ, һәр береһенең ижади һәм тормошонда ҡатнашаһығыҙ», – тиелә республика Башлығының ҡотлауында.

Концерт программаһында халыҡ йырҙары, опера ариялары һәм камера-вокаль лирика яңғыраны. Йырсыға Башҡортостандың халыҡ артисы Индира Әсәҙуллина һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Ксения Равнейко ҡушылып уйнаны. Концертты Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виктория Симонова алып барҙы. Билдәле сәхнә оҫталары Иҙрис Ғәзиев һәм Йәмил Әбделмәнов та юбилярға музыкаль ҡотлауҙарын еткерҙе. 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: