Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
18 Ғинуар 2022, 13:41

Башҡорт фильмында -ысын бүре!

Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһында «Яуа ҡарҙар — аҡ ҡарҙар» исемле фильм төшөрөлә. 

Башҡорт фильмында -ысын бүре!
Башҡорт фильмында -ысын бүре!

Картинаның авторы - Вилүрә Иҫәндәүләтова.
Сюжет нигеҙендә - төпкөл башҡорт ауылында йәшәүсе бәләкәй ҡыҙ тарихы. Дауаханаға эләккәндән һуң уның тормошҡа ҡарашы үҙгәрә. Эпизодтарҙың береһе бүре менән осрашыуға бәйле.
Авторҙар бүрене оҙаҡ эҙләй, иғлан да биреп ҡарай.
- Иғланға яуап биреүсе булмағас, эт менән дә төшөрөп ҡараныҡ. Был эпизодты төшөрһәк тә, бүре эҙләүҙе дауам иттек, - ти фильмдың режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтова.
Нийаһәт, бүре көтөлмәгән ерҙән табыла. Өфөлә йәшәүсе Алидә исемле ҡыҙ өйөндә бүре балаһын аҫраған. Кира исемле хайуан хужабикәһен бик ярата, уның бар әйткәндәрен үтәй икән. Шулай итеп урман йәнлеге хужабикәһе менән киноға килеп эләгә.
- Тәүҙә Кира беҙгә өйрәнә алмай йонсоно. Унан эйәләшеп киткәс, беҙ уның бик яғымлы хайуан икәнен белдек. Эргәгә килә, үҙен һыйпата, ә бына ир-егеттәрҙән нишләптер ҡурҡынҡырай. Хатта төшөрөү процессында ҡулдан ысҡынып ҡасып китте. Беҙ уны урман буйлап баҫтырып йөрөттөк. Хужабикәһен бер һүҙҙән аңлай һәм уны тыңлай. Шулай ҙа бүре — ул бүре инде, хәүефлерәк. Картинала төп героиня бәләкәй ҡыҙ бала булғанға ла бәлки бүре менән төшөрөү яуаплыраҡ күренгәндер, — тип фекерен дауам итте фильм режиссеры.
Көндәрҙең ҡышҡыса һалҡын булыуы, мул итеп ҡар яуыуы кино өсөн бик шәп булды. Фильмды Мәскәүҙән килгән кинооператор Вячеслав Ложковой төшөргән. Ул быға тиклем режиссер Айнур Асҡаровтың “Өс таған”, “Йыл ғаиләһе” фильмдары өҫтөндә эшләгән.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: