Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
22 Февраль 2022, 15:38

БСТ каналында "Һеңлекәш" художестволы фильмы күрһәтеләсәк

Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”повесы буйынса ҡуйылған “Һеңлекәш” фильмының бөтә Рәсәй буйынса премьераһы 2019 йылдың сентябрендә үткәйне.

БСТ каналында "Һеңлекәш" художестволы фильмы күрһәтеләсәк
БСТ каналында "Һеңлекәш" художестволы фильмы күрһәтеләсәк

Фильмды кинотеатрға барып ҡат-ҡат ҡараусылар ҙа булды, бөгөн иһә 22 февраль 19:40 cәғәттә Башҡортостан Юлдаш Телеканалында ла ҡарарға мөмкин буласаҡ. Ҡарағанынғыҙ булмаһа, зәңгәр экрандарға рәхим итегеҙ.

«Һеңлекәш» — Рәсәйҙә режиссёр Александр Галибин төшөргән драма. Киң прокатҡа сығарылған башҡорт телендәге тәүге рәсәй фильмы. Фильм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» тигән повесына нигеҙләнеп төшөрөлгән. Прокатҡа Рәсәйҙә 2019 йылдың 19 сентябрендә, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йәш тулыу алдынан сығарылған. Прокатҡа сығарған компания Walt Disney. Фильмды «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамы менән төшөргәндәр. 2020 йылдың 18 апрелендә "Һеңлекәш" фильмы «Россия – Культура» телеканалында күрһәтелә.

БСТ каналында "Һеңлекәш" художестволы фильмы күрһәтеләсәк
БСТ каналында "Һеңлекәш" художестволы фильмы күрһәтеләсәк
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: