Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өмөт йәшәтә “күгәрсенкәйҙәрҙе”

Башҡортостаныбыҙҙың театр сәнғәтенә тос өлөш индергән Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының даны йылдан-йыл арта бара. Был уның иҫ киткес талантлы коллективынан тыш бай һәм мәғәнәле репертуарына ла бәйле.

Өмөт йәшәтә “күгәрсенкәйҙәрҙе”
Өмөт йәшәтә “күгәрсенкәйҙәрҙе”

Тарихы бай булған, милли колорит менән айырылып торған театрыбыҙҙың юбилейына билдәле драматург Флорид Бүләковтың “Күгәрсенкәйҙәрем минең” исемле комедияһын сәхнәләштерелеүе лә ҙур бүләк булды. Сөнки, тамашасы театрға үҙен күрергә, күңелен өйкәп торған һорауҙарға яуап эҙләп килә бит ул. Йәшәү йәмен, тормош ғәмен, театрҙан эҙләп һора, тигәндәй, заман талабына ярап, ауаздаш булған әҫәрҙәр нәҡ бына ошо Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының ижади коллективының эшмәкәрлегендә айырыуса бер балҡыш менән сағыла. Комедияны сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимовтың был эше йәмғиәтебеҙҙең иң актуаль мәсьәләлә-рен күтәргән теманы үҙенең ижади, рухи күҙлеге аша күреп ҡалып, театр төркөмө менән алып сығыуы тип уйлайым. Йөрәкте өйкәп торған был мәсьәләләрҙе уйынлы-көлкөлө комедия жанры аша тамашасы донъяһына тапшырып, уңыш яулау – ҙур баһаға лайыҡ, минеңсә.

Социаль йорттарҙа йәшәп тә, төшөнкөлөккә бирешмәгән, бирелмәгән ололарыбыҙҙың бер көнө менән йәшәп, танышыу – ул бер әсе хәҡикәт, үҙе бер дәүер кешеләренең эске донъяһына бағыу... Кәрәк саҡта төрлө саралар өсөн ҡулланырға мөмкин булған йәмғиәтебеҙҙең “рухи көҙгө” булырҙай экспонаттары, музей ҡомартҡылары йәшәй был йортта. Тик улар “йәнле”, уларҙың да күңел тойғолары бар, улар саф һәм эскерһеҙ... Тик әбейҙәр генә көн күргән ятаҡҡа Абдулланың (Илһам Рәхимов) килеп инеүе, әлбиттә, бер яңылыҡ, үҙенә күрә бер “байрам” була. Һәр бер образдың яңынан асылып, үткәндәргә бирелеүе – ул бит беҙҙең совет быуын кешеләренең яҙмышы, тарихи үткәне! Бер иркенлеккә сығып китергә тип тилмергән, хыялланған ололарҙың яҙмышы ла был комедияла әсе сағылыш таба. Улар һәр береһе хыял илендә йәшәй...

Абдулланың килеп инеүе, уның йөҙөндә “ҡотҡарыусыны” күреп, тиҙерәк китеү сараһы күргән инәйҙәребеҙ йөҙөндә күпме әйтеп бөтөлмәгән сер, һағыш ята... Хатта үҙен һәр саҡ тәртиптә тотҡан, ҡырҡыу, бойороусан тон менән бөтәһенә лә хужа булған Фатиманы (Миңниса Бакирова) алаһыңмы, үҙенең ихлас хыялдары, бер генә лә ир рәхәте күрмәһә лә яһалма хыял аша ла үҙен алдай алған шуҡ Әҡлимәме (Рафиға Галина), йомшаҡлығы, иплелеге менән үҙенә бер мөнәсәбәт, һөйөү талап иткән Сәлимә (Ләйсән Кәримова) тиһеңме һәм дә өндәшмәй генә ятып һуңғы көндәрен көтә, тигән фекер тыуған, үҙенең әрһеҙлеге, мутлығы менән айырылып торған Хәнә (Гөлнара Йәрмиева) булһынмы, һәммәһенә берсә көлөп тә, берсә йәлләү тойғоһо аша ла ҡарап һоҡланаһың. Ошо геройҙарға үҙеңдән-үҙең ғашиҡ булаһың.

Артистарҙың үҙ ролдәрен асып биреүе әйтеп бөтөргөһөҙ һоҡландырғыс тамаша булды. Йөрәк әрнеше аша көлдөрә лә белгән был әбей-инәйҙәребеҙ улар бит ҡайҙалыр ситкә китмәгән, ошонда ғына беҙҙең арабыҙҙа йәшәйҙәр... Шундай уҡ йорттарҙа ғәзиз балаларын, ҡайҙандыр мөғжизә көтөп йәшәйҙәр. Тыуған яҡтарына ҡайтырға, иркен һауаларҙы һуларға, үткәндәрен иҫкә төшөрөп йылы мейестәргә терәлешеп, йырлашып, хәтирәләргә күмелгеләре килә бит! Уларҙа “кейәүгә” сығыу түгел, көслө Абдуллаға таянып, күңел утрауына китеп йәшәгеләре килә. Ҡасандыр йәмғиәттә күпме өмөт итеп яңғыҙлыҡҡа дусар булған миллионлаған оло йәштәге ҡәҙерлеләребеҙ һаман да нимәгәлер алданып, өмөтләнеп, хыялланып йәшәй, көслө ир ҡулдарынан ярҙам көткәндәй, нимәлер көтә бирә...

Көлкө ҡатыш асылған хәҡиҡәт режиссерҙың оло уңышы ла, асышы ла, тип әйтер инем мин. Әйтелмәгән һорауҙарға яуап табып, йәшәйешебеҙҙең оло дөрөҫлөгөн иҫбатларҙай әҫәрҙәрҙең бөгөнгө көнөбөҙҙө аса алған икән, тимәк комедияға юл асыҡ! Һәләтле актерҙарыбыҙ, театрҙың алтын бағанаһын тотоп торған рух илселәренә, театр эшмәкәрлегенә, етәкселәренә, әҙәби һәм мәҙәни яҡтан эшсәнлек итеүсе хеҙмәткәрҙәргә лә ихластан ижади уңыштар, илаһи сафлыҡ, театр тигән тылсымлы донъяның серҙәрен тағы ла байытһындар, өйрәтеп, хисләнеп, рухланып эшләһендәр, тигән теләктәр еткерге килә. Тамашасы һөйөүенә күңелдәрегеҙ гел үҫеп, ҡуйған, уйнаған ролдәрегеҙ рухи кинәнес килтерһен! Ижади офоҡтарығыҙ балҡышлы, тамашасыларығыҙ алҡышлы булһын, яратҡан Стәрле театры.

Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Баҫмаға Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА әҙерләне.
Айҙар ЛАТИПОВ фотоһы.

Автор:
Читайте нас: