Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә рус халыҡ инструменттары оркестры сығыш яһаны

Ватанға һөйөү менән. Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә рус халыҡ инструменттары оркестры сығыш яһаны. Өфө тамашасыһы тиҙҙән Стәрлетамаҡтың башҡа ижади коллективтары менән дә осрашасаҡ.

Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә рус халыҡ инструменттары оркестры сығыш яһаны
Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә рус халыҡ инструменттары оркестры сығыш яһаны

Рус халыҡ инструменттары оркестры Өфөгә яңғыҙы килмәгән. Фойела тамашасыларҙы шаян скоморохтар ҡаршылай. Был ролдә - Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе бейеүселәре һәм вокалистары сығыш яһай.

Беҙҙең ижади коллективтарыбыҙ ете йыл элек Өфө сәхнәләрендә сығыш яһағайны. Быйыл беҙ үҙебеҙҙең тамашаларыбыҙҙы Рәсәйҙә иғлан ителгән мәҙәни мираҫ йылына һәм театрыбыҙҙың һәм филармонияның ойошторолоуына 30 йыл тулыуға арнайбыҙ.

Харис Әбдрәхимов, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры

Республикала тәүге һәм әлегә берҙән-бер профессиональ рус халыҡ инструменттары оркестры сирек быуат элек ойошторола. Ул Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларының иң яҡшы музыканттарын берләштерә. Коллективты Башҡортостандан ситтә лә яҡшы беләләр.

Оркестрҙың юғары башҡарыу кимәле республикала танылыу яулаған вокалистарҙы ла йәлеп итә. Йәш йырсылар ҙа, оркестр оҙатыуында сығыш яһап, үҙ оҫталыҡтарын арттыра. Айгиз Уйылданов, Стәрлетамаҡ филармонияһында өс йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, абруйлы халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулаған.      

Оркестр менән бергә музыкаль-әҙәби лекторий солистары сығыш яһай. Һәм мин рус халыҡ йыры «Ах, ты душечка»ны башҡарам. Һәр сығыш тулҡынландыра, әлбиттә. Беҙ үҙебеҙ өсөн эшләмәйбеҙ, ә халыҡ өсөн, тамашасыны яратып, уларға үҙебеҙҙең мөхәббәтебеҙҙе, йырҙарыбыҙҙы бағышлап йырлайбыҙ.

 Айгиз Уйылданов, музыкаль-әҙәби лекторий солисы, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Өфөләге ҙур гастролдәре дауам итә. Легендар Бейеү театры һәм Башҡорт драма театры тамашасыларҙы көтөп ҡала.

Баш ньюс.

Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә рус халыҡ инструменттары оркестры сығыш яһаны
Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә рус халыҡ инструменттары оркестры сығыш яһаны
Автор:
Читайте нас: