Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәргәнлек йөрәгебеҙҙә ята

Элегерәк малайҙарҙың талдан, муйылдан, хатта ҡарама ағасын киҫеп ян яһап һауаларға уҡ сойорғотоп урам тултырып, йә туғайҙарға сығып уйнап йөрөгән мәлдәре иҫкә килеп төштө 7-се мәктәптә "Ғаилә" традицион яндан уҡ атыу клубын асыу тантанаһы ваҡытында. Хәрби ҡорал булып һаналһа ла, уҡтан атыу берләштерә, быға беҙ ғаиләләр өсөн ойошторолған оҫталыҡ дәресе һәм турнир барышын инандыҡ та инде.

Мәргәнлек йөрәгебеҙҙә ята
Мәргәнлек йөрәгебеҙҙә ята

"Ғаилә" традицион яндан уҡ атыу клубын асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ ҡоролтайы ағзаһы, "Булат" тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге автономлы коммерция булмаған ойошмаһы етәксеһе Үтәев Айнур Фәнис улы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы депутаты, 7-се мәктәп директоры Илшат Ҡотлошин, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының Ресурстар үҙәге эксперты Евгения Долгих сәләмләне.
7-се мәктәп милли спорт төрҙәренең үҙәгенә әйләнеп бара тип әйтергә булаҙыр, сөнки уҡыу йорто халҡыбыҙҙың милли спорт төрө көрәш менән дан тотоуын күптән беләбеҙ. Хәҙер бында мәргән уҡсылар ҙа үҫеп етер.
Шулай ҙа клуб ойоштороусыһы Айнур Фәнис улы һүҙҙәренсә проекттың төп маҡсаты патриотик рух тойғоһон уятыусы шөғөл аша ғаилә менән ял сәғәттәрен файҙалы үткәреүгә йүнәлтелгән.
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, был проект президент гранты еңеүсеһе булды.

Мәргәнлек йөрәгебеҙҙә ята
Мәргәнлек йөрәгебеҙҙә ята
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: