Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“КИРБЕС УРЫНЫНА БАЯН ТЕЛДӘРЕН ҺАЙЛАНЫМ!”

Баянсы, йырсы һәм тамада Радик Ғәлимйәнов быға һис тә үкенмәй

“КИРБЕС УРЫНЫНА БАЯН ТЕЛДӘРЕН ҺАЙЛАНЫМ!”
“КИРБЕС УРЫНЫНА БАЯН ТЕЛДӘРЕН ҺАЙЛАНЫМ!”

Элек-электән кешеләрҙең мәҙәни аңын үҫтергән, һынаулы мәлдәрендә ҡайғыларын уртаҡлашыр, шатлыҡтары менән бүлешер, хатта аралашып күңел бушатыр урын булған мәҙәниәт усаҡтары. Булдыҡлы директор Әлфиә Әсфәндиәрова етәкселегендә эшләп килгән Ҡала мәҙәниәт һарайы ла Стәрлетамаҡ мәҙәниәте өсөн иң мөһим бурыстарҙы үтәп килә. Айырыуса унда эшләгән коллектив ҙур баһаға лайыҡ. Ошо коллективтың сағыу бер вәкиле булған Радик Ғәлимйәнов, мәҫәлән, инде 36 йыл буйы үҙ һөнәренә тоғро ҡала килә. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҫта баянсы-гармунсы, моңло йырсы, бай телле алып барыусы һәм талапсан остаз-уҡытыусы һәр эшенә күңелен биреп, еренә еткереп башҡара.

КҮПМЕ ҺАҒЫШТАРҘЫ БАҪҠАН, КҮПМЕ ТАЛАНТТАР АСҠАН УЛ!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында үҫкән талантлы гармунсының музыкаға булған һәләте бала сағынан асыла. – Миңә 3-4 йәштәр тирәһендә, улым йырлап күрһәт әле тиһәләр, ултырғысҡа баҫып, микрофон урынына ағас ҡалаҡ тотоп, “Эх, матур ҡыҙ Зилә, көн дә күрәһем килә...” – тип йырларға тотона инем. Шул минең иң яратып башҡарған йырым була торғайны. Артабан иһә музыка ҡоралдары менән мауыға башланым. Элек телевизорҙарҙан гел артист, баянсы, матур итеп йылмайыпкөлөп торған, ҡыҙыл баяны менән сәхнә түренә сыҡҡан Ридик Фәсхетдиновты күрһәтә торғайнылар. Әсәйемдең ошо ағай һымаҡ, мине лә баянға уҡытып, телевидениела күрергә, тигән хыялы бар ине. Ошо хыял артынан әсәйем менән икәүләшеп бергә юлландыҡ. Тәүге юл беҙҙе музыка мәктәбенә алып барҙы, – тип сәнғәт юлына аяҡ баҫыуын Радик Ғәлимйәнов яҡты бер төш кеүек хәтерендә һаҡлай.
 Тик... Артист булам тип янған дәртле малайҙың музыка мәктәбенә тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡанда баянға әле буйы ла етмәгән була. Шуға күрә, уға скрипкала өйрәнергә тәҡдим итәләр. Әммә көр баҫып, баянсы булам тип килгән малай икенсе музыка ҡоралында өйрәнеүҙән баш тарта. Тик хыялынан баш тартырға уйламай: 1974 йылда, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һарайы асылғандан һуң, ошонда урынлашҡан студияға йөрөй башлай, ул хорҙа шөғөлләнеп тора ла, аҙаҡтан кире музыка мәктәбенә әйләнеп ҡайтып, музыка буйынса уңышлы тамамлай.
Әммә совет мөхитендә тәрбиәләнгән Радиктың, егет ҡорона еткәс, хыялдары икенсе планға күсә, сөнки ата-әсәһе ғүмер буйына төҙөүсе булып эшләй – хеҙмәт кешеһе династияһын дауам итеп, уларҙың юлынан китергәме әллә сәнғәтте һайларғамы – үҫмер ошо хаҡта баш вата.
– Күңелем менән йыр-моңға тартылһам да, төҙөлөш техникумына уҡырға индем, – ти ул.
 – Шулай ҙа яҙмыш барыбер үҙ юлымдан илтте – шуға бәхетлемен, – тип тә өҫтәй Радик Иркен улы. Уның был юлдан киткәненә яҡташтары ла ҡыуанып бөтә алмай, сөнки үҙенең моңо, һәләте менән күпме кешенең күңел байлығын арттырған, һағыштарын баҫҡан, таланттар асҡан музыкант!
Радик Ғәлимйәновтың төҙөлөш техникумында алған белеме лә бушҡа булмай – Ватан адындағы изге бурысын Монголияла, төҙөлөш батальонында үтә бит. Әйткәндәй, шул саҡтарҙа күңеле һәр саҡ музыкаға тартылған егет ансамбль булдырып, кискеһен клубта баянда уйнап, бәләкәй генә концерттар, төрлө кисәләр ойошторорға әүәҫләнеп китә.
 
– Әрме сафтарынан ҡайтҡас профессиональ баянсыға уҡып сыҡтым, Башҡортостандың халыҡ артисы, бик күп башҡорт һәм татар халыҡ көйҙәренең баян өсөн эшкәртмәләре авторы Хәлит Фәтихов, Альфред Яҡшымбәтов менән бер курста уҡыныҡ, – ти әңгәмсем алған һөнәре хаҡында. Гармунға килгәндә, уны музыкант ҡулына алты йыл элек кенә алған икән, шунан бирле ул яҡын дуҫына әйләнгән.
 – Күңел тулһа ла, эс бошҡанда ла, шатланһам да, моңланһам да ҡулыма гармун алам, үҙемдең өйрәнсектәрем – “Иркен” гармунсылар ансамбле менән бергәләп яңы көйҙәр өйрәнәбеҙ. Улар менән бергә бар нәмәгә яңынан өйрәнәм, – ти Радик Иркен улы. “Иркен” тигәндән, был ансамблдә Радик Иркен улы кескәй гармунсыларҙы ошо музыка ҡоралы серҙәренә төшөндөрә, үткән һандарҙың береһендә яҙып сыҡҡанса, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеүсе лә була кескәй гармунсылар!

250 КЕШЕЛЕК МӘЖЛЕС ҮТКӘРГӘН!

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, гармунсы, ”Иркен“ гармунсылар ансамбле етәксеһе генә түгел, барыһына ла бик оҫта тамада булараҡ та билдәле ул.
 – Иң беренсе туйҙы 1982 йылда үткәрҙем. Элек ҡунаҡ, мәжлестәрҙә йәнле күңел асыуҙы хуп күрә торғайнылар. Минең уйнаған баяныма ҡушылып, рәхәтләнеп йырлап, бейеп күңел асып, ҡыуанып ҡайттылар ҡунаҡтар. Шунан һуң яйлап байрамдарҙы алып барғанда төрлө йырҙар йырлап ишеттерә, сентизаторҙа уйнай башланым. Минең алып барғаным кешеләргә бик ныҡ оҡшай, тере тауыш менән йырлауым халыҡ күңелен яйлап яулай башланы. Ул йылдарҙа ҡалалағы ҙур етәкселәр, төрлө ойошмалар директорҙарының туйҙарын, тыуған көндәрен үткәрҙем. Иң күп ҡунаҡ булған, иҫтә ҡалырлыҡ мәжлесте “Спутник” пионер лагерының ҙур залында 250 кешелек туйҙы алып барҙым. Бөгөнгө көндә лә күбеһенсә баян, гармун көйҙәрен үҙ иткән, тере тауыш менән йырлағанды яратҡан йәштәштәремдең байрамдарын, юбилейҙарын алып барам.
Минең өсөн иң мөһиме – мәжлестәрҙе матур итеп ойоштороу, йомғаҡҡа туплау һәм рәхәтләнеп һөйләшерлек мөхит тыуҙырыу, – ти тәжрибәле тамада. Көлкө һөйләп, гел генә йырлап йөрөүселәр сәхнәлә лә етәрлек, уларҙы дөйөм тамашасы ҡабул итә. Ә мәжлестә икенсерәк шул, өлкәндәргә – өлкәндәрсә, йәштәргә йәштәрсә ҡараш кәрәк. Кешенең йөҙөнә түгел, күҙенә ҡарап эшләргә кәрәк. Икенсенән, алып барыусы – ул психолог та була белергә тейеш бит әле.
– Хәҙерге заманда тамадалар бик күп, әммә йәш алып барыусыларҙың күбеһе фонограммаға йырлай, йә тик конкурстар менән генә сикләнә. Был ҡунаҡтарға гел генә оҡшап бармай. Ә был өлкәлә бик күп йылдар эшләгән алып барыусылар күберәк һөйләргә, йырларға тырыша, теге-был ваҡиғаны тормош тәжрибәһенә таянып, мәжлестә килеп сыҡҡан төрлө хәлдәр менән бәйләй ала, – тип эш серҙәре менән бүлешә мәжлестәр алып барыусы. Радик Иркен улы ғүмер буйына был өлкәлә ҡайнағас, әлбиттә, уйлап сығарыу һәләте көслө. Төрлө йәштәге кешеләр менән уртаҡ тел таба ала. Тере тауыш, гармун, баян көйҙәрен уйнауы менән айырыла башҡаларҙан тамада.
Әйткәндәй, иң бәхетле көндәрегеҙҙе иҫтә ҡалырлыҡ, ҡунаҡтарҙың күңеле булырлыҡ итеп үткәргегеҙ килһә, тәжрибәле тамада Радик Ғәлимйәновҡа
мөрәжәғәт итегеҙ. Уның телефоны: 8-917-40-29-419.
     – Теләһәм, иң “тәртипһеҙ” ҡунаҡты ла йырлап ҡына урынына ултырта алам! Минең өсөн – ҡунаҡтар мине яратып һәм хөрмәт менән ҡабул итһен. Әгәр ҙә улар аҙаҡтан “беҙгә барыһы ла оҡшаны, рәхмәт”, тип әйтәләр икән, мин шуға риза булып, был мәжлес тураһында онотам да, икенсеһенә әҙерләнә башлайым, – тип тә өҫтәй Радик Иркен улы.
   Төрлө яҡтан талантҡа бай замандашыбыҙға артабан да “Иркен” ансамбле тәрбиәләнеүселәренең уңыштарына һөйөнөп, сәхнәләрҙә, мәжлестәрҙә тамашасыларын, ҡунаҡтарҙы моңо, дәрте менән ҡыуандырып-ҡыуанып йәшәргә яҙһын!


Г. Ҡыуатова.
М.Зәйнетдинов фотоһы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: