Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Науруз гүзәле 2022» матурлыҡ конкурсында Башҡортостандан Айгөл Ниғмәтуллина ҡатнаша

«Науруз гүзәле 2022» матурлыҡ конкурсында 26 мартҡа тиклем интернетта тауыш биреү юлы менән тамашасылар һөйөүен яулаған һылыуҡайҙы һайларға кәрәк.

«Науруз гүзәле 2022» матурлыҡ конкурсында Башҡортостандан Айгөл Ниғмәтуллина ҡатнаша
«Науруз гүзәле 2022» матурлыҡ конкурсында Башҡортостандан Айгөл Ниғмәтуллина ҡатнаша

Тамашасылар иғтибарына һигеҙ конкурсант тәҡдим ителде. Улар Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Сыуашстан (РФ), Татарстан (РФ), Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Азербайжан исеменән сығыш яһай.

Башҡортостан исеменән Ҡазан мәҙәниәт институтының 21 йәшлек студенты Айгөл Ниғмәтуллина ҡатнаша. Ошо һылтанма буйынса тауыш бирергә мөмкин.

Еңеүсе 26 мартта Ҡазан ипподромында «Науруз-2022» төрки һәм иран халыҡтарының республика байрамында иғлан ителә. Конкурсты ойоштороусы —  Татарстандың Халыҡтар дуҫлығы йорто.

Башинформ.

 

Автор:
Читайте нас: