Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡот осҡос хәбәр алдыҡ, дуҫтар!

Кисә кис яратҡан актерыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актеры Фәһим Әхмәтйәнов 57 йәшендә фажиғәле рәүештә арабыҙҙан китеп барҙы.

Ҡот осҡос хәбәр алдыҡ, дуҫтар!
Ҡот осҡос хәбәр алдыҡ, дуҫтар!

Ул ҡатыны, ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Хөснә Әхмәтйәнова менән Әбйәлил районына туғандарын ерләшергә китеп барған. Йөк машинаһы менән уларҙың автомобиле Белорет районында бәрелешә. Икеһе лә урында вафат була...
Ғаилә ике балаға ғүмер биргән.
Фәһим Әхмәтйәнов Ишембай районы Ибрай ауылында тыуған. Өфө сәнғәт институтын тамамлағандан алып ысын мәғәнәһендә ғүмеренең аҙағына тиклем тормошон Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына арнаны, бихисап ролдәре ҡалды.

Әхмәтйәновтар ғаиләһенең балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: