Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
12 Апрель 2022, 12:30

«Йөрәк һүҙе» шиғриәт конкурсы Рәми Ғариповҡа бағышлана

12 апрелдә Башҡорт опера һәм балет театрында «Йөрәк һүҙе. Рәми» шиғриәт конкурсының финалы була. Быйыл ошо бәйге Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала.

«Йөрәк һүҙе» шиғриәт конкурсы Рәми Ғариповҡа бағышлана
«Йөрәк һүҙе» шиғриәт конкурсы Рәми Ғариповҡа бағышлана

«Йөрәк һүҙе» проекты бишенсе тапҡыр уҙғарыла, хәҙер ул республикабыҙ бренды булып тора. Был конкурс туған телгә һәм шиғриәткә һөйөү тәрбиәләй. Был шиғриәт бәйгеһе оҙаҡ йәшәр тип ышанам!», — тип яҙҙы Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Финалда республикала йәшәүселәр араһынан видеояҙмалар буйынса һайлап алынған 12 конкурсант ҡатнаша.

«Йөрәк һүҙе» проектым халыҡ трибунаһы булараҡ барлыҡҡа килде. Тап ошо жанр алышта ҡатнашыусыларға туған телендәге шиғри һүҙ аша йәмғиәтте күптән борсоған проблемалар хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтергә мөмкинлек бирә», — ти проект авторы һәм етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова.

«Йөрәк һүҙе» шиғриәт һөйөүселәр өсөн телевизион программанан үҫеп сыҡты. Проект Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт телен популярлаштыра.

Башинформ.

«Йөрәк һүҙе» шиғриәт конкурсы Рәми Ғариповҡа бағышлана
«Йөрәк һүҙе» шиғриәт конкурсы Рәми Ғариповҡа бағышлана
Автор:
Читайте нас: