Бөтә яңылыҡтар

Белоретта «Россия 1» телеканалы заказы буйынса сериал төшөрөлә

Белоретта «Россия 1» телеканалы заказы буйынса «Бәхет тау артында түгел» сериалы төшөрөлә. Фильмдың жанры — детектив, экшн, драма. Эштәр 4 июндән 30 июлгә тиклем бара.

Белоретта «Россия 1» телеканалы заказы буйынса сериал төшөрөлә
Белоретта «Россия 1» телеканалы заказы буйынса сериал төшөрөлә

Сюжет буйынса Крупновтар ғаиләһенең «Бейеклек» туристик базаһында ҡаяға үрмәләү буйынса ҙур ярыш уҙғарыла. Спорт форумы ғаиләнең финанс проблемаларын хәл итергә тейеш була. Әммә Крупновтарҙың оҙаҡ йылдар һаҡлаған ғаилә серенә асылыу һәм күп көс түгеп йыйылған бар нәмәгә юҡҡа сығыу хәүефе янай.

Белорет районы башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, Александр Самойленко, Евгений Сидихин, Александр Голубев, Зоя Бербер, Алена Коломина, Анна Котова-Дерябина, Анна Якунина, Дарья Повереннова, Валентин Смирнитский, Мария Әхмәтйәнова, Игорь Огурцов, Роман Богданов кеүек билдәле актерҙар килә. Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Екатеринбургтан һәм илдең башҡа ҡалаларынан 70-тән ашыу актер ҡатнаша.

Район башлығы «Урал кинопаркы» киностудияһы продюсеры Тимур Абдуллин, киностудияның производство директоры Зилә Закирйәнова, «Студия 4» кинокомпанияһының (Мәскәү) генераль продюсеры Мария Перекатова менән осрашты. Осрашыуҙа райондан тейешле ярҙам тураһында һүҙ барҙы.

«Белореттар, һеҙ ҙә сериал төшөрөүҙә ярҙам күрһәтә алаһығыҙ! Күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашыу өсөн 18-55 йәшлек актерҙар кәрәк. Ҡатнашҡан өсөн аҡса түләнә. Төрлө маркалы автомобилдәр ҙә талап ителә», — тип мөрәжәғәт итте Андрей Иванюта яҡташтарына.

Фото һәм үҙең хаҡында мәғлүмәт менән анкетаны (исем-шәриф, параметрҙар, социаль селтәрҙәр) — 8-996-100-27-24 номерына (WhatsApp), автомобилдәрҙең фотоһын 8-999-623-48-07 номерына ебәрергә мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас в