Бөтә яңылыҡтар

Директорҙар советы тергеҙелә

Стәрлетамаҡта ҡала хакимиәте башлығы ҡарамағында директорҙар советы булдырыла. Коллегиаль ижтимағи орган ҡалабыҙ тормошон яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерергә әҙер булған барлыҡ предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәрен, һәм шулай уҡ эшҡыуарҙарҙы берләштерәсәк.  Беренсенән, үҙ хеҙмәткәрҙәренең ижтыяжын барыһынан да бигерәк етәкселәр белә. Икенсенән, Стәрлетамаҡта директорҙар советының уңышлы эшләп килеү тәжрибәһе ғәйәт ҙур.

– Ошо традицияны яңынан тергеҙергә булдыҡ, – тип аңлатты Рөстәм Ғәзизов беренсе етәкселәр менән осрашыуҙа. Проблемалар күп йыйылған: халыҡ өсөн уңайлыҡтар булдырыу, ҡаланың таҙалығы, коммуналь техника торошо һ.б.  Директорҙар советы менән бер төптән эшләү йәмәғәт транспорты, предприятиеларға йәнәш урынлашҡан биләмәләрҙе төҙөкләндереү эшен яйға һаласаҡ. Етәкселәр менән берлектә эштәр һөҙөмтәлерәк  һәм туранан-тура оператив башҡарыласаҡ, тине ҡала етәксеһе.

Кәңәшмәлә Бөйөк  Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығын үткәреүгә арналған сараларҙы уҙғарыуҙа  ярҙам күрһәткәне өсөн “БСК”  акционерҙар йәмғиәте  генераль  директоры  Эдуард Давыдовҡа, Стәрлетамаҡ  механик заводы  директоры Алексей Волошенковҡа, “ТАУ НефтеХим” идарасы компанияһы генераль  директоры Ильяс Ғилметдиновҡа,  “Башпласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Василий Космынинға, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың  VI  саҡырылыш депутаты Ринат Раймановҡа рәхмәт хаттары тапшырылды.

Советта ҡатнашыусылар аҙна эсендә Совет тураһында  Положениены бергәләп хәл итәсәк һәм үҙ тәҡдимдәрен индерәсәк.

– Директорҙар советы иҡтисад өсөн ауыр йылдарҙа ҡалала килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлашты, – тип шул осорҙағы хәтирәләре менән уртаҡлашты  Стәрлетамаҡ механик  заводы  директоры Алексей Волошенков.–  Совет – ул  йәнле, һөҙөмтәле орган, – тип тә өҫтәне етәксе.

Ысынлап та, 90-сы йылдар тәжрибәһенән күренеүенсә, директорҙар советының  етди  мәсьәләләргә ҡағылышлы ҡарарҙарҙы ҡабул итеүҙә роле ғәйәт ҙур. Был – ҡалабыҙ үҫешенә оло ярҙам буласаҡ.

Роза САФИНА.

Дмитрий ПИСКАРЕВ фотолары.

Директорҙар советы тергеҙелә
Директорҙар советы тергеҙелә
Автор:Роза Сафина
Читайте нас в