Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“ҺИНЕҢ ҺЫМАҠ ҺОНТОРҘАР ҘА БУЛҺЫН ӘЛЕ!..”

Гөлнара ЙӘРМИЕВА – ғәҙәти булмаған ролдәр оҫтаһы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисткаһы Гөлнара Сафый ҡыҙы ЙӘРМИЕВА ошо көндәрҙә үҙенең матур ғүмер байрамын билдәләне. Ошо айҡанлы яратҡан актрисабыҙ менән әңгәмәне беҙҙең сайтҡа инеп уҡығыҙ.

Диплом алғандарҙан – барыһы ла бергә

– Гөлнара, актриса булыу хыялы бала саҡтан киләме? Сәнғәт юлына аяҡ баҫыуың ҡайҙан башланды?

 – Бала саҡтан һинд киноларын яраттым, спектаклдәрҙе яраттым. Артистар менән ҡыҙыҡһына инем. Үҙебеҙҙең ауылда (Ғафури районы Ҡурғашлы ауылы) башланғыс класты уҡып бөткәс, ҡалала уҡығым килә ине, шуға үҙем теләп Ишембайға интернат-мәктәпкә барҙым. Сәнғәт юлына аяҡ баҫыуым, нисектер, ҡапыл ғына килеп сыҡты. Башта Өфөлә китапхана техникумында бер йыл уҡыным, “бишле”гә генә уҡып йөрөһәм дә, күңел ятманы. Стәрлетамаҡта яңы асылған театр өсөн актерҙар әҙерләү буйынса махсус курстар асылыуын ишетеп ҡалдым да, документтарымды тиҙ генә алып, шунда илтеп тапшырҙым. Шулай итеп, имтихандарҙы уңышлы ғына тапшырып, 1991 йылдан Башҡорт республика мәҙәниәт техникумы студенты булып киттем.

– Махсус сығарылыш курсын тамамлаусы булараҡ, ошо турала ентекләберәк аңлат әле.

 – Уҡырға ингәндә егермеләп кеше инек, аҙаҡ бишәүебеҙ генә диплом алды. Шуларҙың дүртәүһе – Айгөл Зөбәйҙуллина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Таһир Фәтҡуллин һәм мин әле беҙҙең театрҙа эшләп йөрөйбөҙ. Курс етәксебеҙ Илшат ағай Йомағолов булды. Ғөмүмән, беҙҙе Илшат Йомағолов, Хәмит Яруллин, Гөлдәр Ильясова кеүек күренекле театр әһелдәре уҡытты. Ошо йәһәттән үҙемде бик бәхетле тип һанайым. Шулай уҡ ошо уҡыу йортоноң шул саҡтағы директоры Зигмунд Слотвинский сольфеджионан уҡытты, уға ла рәхмәтлемен. Талантлы, итәғәтле педагог төплө белем бирҙе.

Уның һымаҡтар юҡтыр...

– Тимәк, һин шундай талантлы һәм талапсан шәхестәрҙең уҡыусыһы?.. Ә Илшат ағайҙа белем алыуы үҙе бер бәхет.

 – Илшат ағай, иҫ киткес оҫта актер, драматург булыу менән бергә, талантлы педагог та ине. Хәҙер ундайҙар юҡтыр. Эйе, мин бының менән ғорурланам. Ундай шәхестәр йөҙ йылға бер тыуалыр ул.

– Уҡырға инеү үҙе бер шатлыҡлы ваҡиға. Ошо турала күңелеңдә тәьҫораттар һаҡланалыр.

 – Имтихан бирергә индем, этюд күрһәтергә кәрәк. Ә мин уның нимә икәнен дә белмәйем. Нимәлер күрһәттем дә, ишеккә йүнәлдем. Үҙемдең уңышһыҙ сығыш яһауымды аңлағайным инде, шулай ҙа бәхетемде тағы бер һынап ҡарамаҡ булып кире боролдом. “Шиғыр һөйләп күрһәтәйемме?” – тип Илшат ағайға төбәлдем. Аҙаҡ, уҡый башлағас минән бер аҙ көлөп тә алды: “Үҙе оҙон, үҙе нәҙек. Театрҙа ундайҙар ҙа кәрәк, һинең һымаҡ һонторҙар ҙа булһын әле. Иллә мәгәр теләгең көслө, шуға күрә лә уҡырға алдым һине,” – тине. Ысынлап та, теләгем көслө ине. Илшат Йомағолов һалған фундамент оҙаҡ йылдар үткәс тә сәхнәлә асылырға ярҙам итте.

– Театрҙа уйнаған тәүге спектаклең?

 – Театр сәхнәһенә тәүге аяҡ баҫыуым диплом спектакле булды. Тәүге ролем – Карпенко Карыйҙың Гөлдәр Ильясова ҡуйған “Бәхетһеҙ мөхәббәт” спектаклендә Софийка роле.

Утыҙ биш йәшемдә “әбей” булдым

– Образ һиндә нисек тыуа?

– Образ тыуҙырыу ул бер генә кешенең эше түгел. Режиссер нимә талап иткәнен аңларға тейешһең. Ул һиңә йүнәлеш бирә, ә актер уны үҙе тыуҙыра.

Иң беренсе образ тыуҙырырға тырышам. Ғөмүмән, мин үҙем башлыса драма әҫәрҙәрен яратам. Үҙемдең комедияла уйнауымды күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Ә хәҙер, киреһенсә, комедияла йөҙөп йөрөп уйнайым. Режиссер Азат Йыһаншин әйтмешләй, драманы һәр актер ҙа уйнай ала. Ә бына комедияны бөтәһе лә уйнай алмай. Драманан айырмалы булараҡ, комедияның нескәлектәре күп. Унда ролде үҙең барлыҡҡа килтерәһең.

Төрлө образдар тыуҙырырға тура килде. Утыҙ биш йәшемдә үк тоттолар ҙа “Ҡыҙ урлау” спектаклендә иң оло Әбей ролен бирҙеләр. Башта ҡыйын булды, нисек уйнарға белеп булмай. Килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Әбей булып атларға, һөйләргә кәрәк. Шуны килештерер өсөн тыштан ғына түгел, эске булмышыңдан да килтереп сығарырға кәрәк. Әбей булам тип, тауышты үҙгәртеп, атлауҙы үҙгәртеп кенә образ тыуҙырып булмай. Ғөмүмән, һәр роль дә шулай. Ошо ролдән һуң миңә оло йәштәге ҡарсыҡ, әбей ролдәрен ышанып тапшыра башланылар.

– Ниндәй режиссерҙар менән эшләргә тура килде?

– Режиссерҙарҙан һәр ваҡыт уңдым. Һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле. Юлымда осрап, һәләтемде астылар. Төрлө режиссерҙар була. Режиссерға ышанырға, уның нимә теләгәнен аңларға кәрәк. Образ өҫтөндә эшләгәндә режиссерҙың тәнҡитен дөрөҫ ҡабул итеп, үткәреп ебәрә белһәң, шул саҡта роль дә уңышлы килеп сыға. Ролде тыуҙырыу өсөн айҙар үтә. Ролде бирәләр, башта бәй, был минең характер түгел, нисек килеп сығыр икән тип, борсолоп йөрөһөң. Шунан яйлап шул ролде үҙ итә башлайһың, аҙаҡ ул, өлгөрөп етеп, үҙенән-үҙе килеп сыға.

 Был йәһәттән яҙмышыма рәхмәтлемен. Киң диапазонлы режиссер Гөлдәр Ильясова ҡуйған спектаклдәрҙә күп ролдәр ижад ителде. Ул мине актриса булараҡ асты. Артистың роле килеп сыҡмай икән, ул һинең үҙеңә генә хас булған эске булмышыңды асыу һәләтенә эйә. Актриса булараҡ формалашыуымда уның хеҙмәте ҙур.

 Гөлдәр Мозафар ҡыҙы сәхнәләштергән бихисап драмаларҙа, комедияларҙа уйнаным. В.Гуркиндың “Кадриль” әҫәрендә Бәлхиә, Ф.Бүләковтың “Аптыраҡ” спектаклендә Ҡарсыҡ ролен, Т.Уильямстың “Тамғалы роза”һында Эстелла Хогэнгартен, Р.Нәҙерғолованың “Ҡоҙағый”ында Мәҙинә, К.Аҡбашевтың “Тимер ҡатын” спектаклендә күрше ҡатыны ролдәрен башҡарҙым. Азат Йыһаншин ҡуйған спектаклдәрҙә лә күп уйнарға тура килде. Ә.Атнабаевтың ул ҡуйған “Хушығыҙ, хыялдарым!” комедияһында Томочка, Ф.Ғәлимовтың “Гонаһлы хыялдарым”ында Хәнә, Н.Ғәйетбайҙың “Күңелле йәшәйбеҙ”ендә Гөлсирә ролдәрен башҡарҙым. Әлеге ваҡытта Азат Йыһаншин сәхнәләштереүендә М.Фәйзиҙең “Аҡ ҡалфаҡ” спектакле өҫтөндә эшләйбеҙ – унда мин Йыһан апай ролен уйнаясаҡмын. Миңә Азат Нәдир улының шул сифаты оҡшай: уны һинең исемең дә, дәрәжәң дә ҡыҙыҡһындырмай, ә образды еренә еткереп асып бирә алыуың ҡиммәт.

Һәм тағы ла Милли йәштәр театры режиссеры Рөстәм Хәкимов ҡуйған “Ҡыҙ урлау”, “Эх, күгәрсенкәйҙәрем!” әҫәрҙәрендә, режиссер Зиннур Сөләймәнов ҡуйған спектаклдәрҙә – М.Буранғоловтың “Ашҡаҙар”ында Ҡәмәриә, Аманулланың “Әлепле әртистәре”ндә Сабира, Ф.Г.Лорканың “Бернарда Альба йорто”нда Бернарданы, И.Абдуллиндың “Тиле йәшлек” спектаклендә председатель Сәйҙәне уйнаным.

Шулай уҡ Ә.Хәкимовтың Айҙар Зарипов ҡуйған “Ҡуштирәк” спектаклендә ябай ауыл ҡатыны – һауынсы ролен бик яратып башҡарҙым. Ул сәхнәләштергән күп кенә әкиәттәрҙә уйнарға тура килде. Талантлы актер һәм режиссер Филарит ағай Бакировты бик йылы итеп иҫкә алам. Ул миңә күп ролдәрҙе ышанып тапшыра торғайны. К.Аҡбашевтың “Ут күршеләре”ндә Гөлнур, Д.Сәлиховтың “Өҙөлгән йөҙөм”өндә Гөлйөҙөм ролен, К.Чандрҙың “Бер мөхәббәт – мең ғашиҡ” спектаклендә күмәк сәхнәләрҙә уйнаным. Шулай уҡ В.Шекспирҙың үзбәк режиссеры Маннон Хәмид ҡуйған “Ричард III” әҫәрендә леди Анна образын тыуҙырҙым. В.Распутиндың “Йәшә һәм онотма” әҫәре буйынса Мәскәү режиссеры Татьяна Воронина сәхнәләштергән спектаклдә Надька, йәш режиссер Ф.Кәримов ҡуйған Б.Васильевтың “Ә таңдар бында тыныс” әҫәрендә Мария Никифоровна, Мәсәлим Күлбаев сәхнәләштергән “Ҡарауыл, атай өйләнә!” спектаклендә Котэ ҡарсыҡ (һүрәттә) ролдәрен яратып башҡарҙым.

“Бөтә жанрҙарҙа ла үҙемде таба алдым”

 – Һинең уйнаған ролдәреңдә яһалмалыҡ та юҡ, ҡаушап ҡалыу ҙа һиҙелмәй. Уйнаған ролдәрең үҙенә бер төрлө, башҡаларҙы ҡабатламайһың. Тик үҙеңсә генә йөҙөп йөрөп уйнайһың. Һәр хәлдә халыҡсанлыҡ ярылып ята. Был характерҙан киләме?

 – Бала саҡта ныҡ оялсан, баҙнатһыҙ булдым. Хәҙер шул баҙнатһыҙлығымды еңдем – сәхнәлә асылып китеп, бар булмышым менән уйнап, тамашасыға үҙемдең асылымды еткерергә тырышам. Минеңсә, иң мөһиме, тырышлыҡ. Булған талантыңа тырышлыҡты өҫтәһәң – уңышҡа ирешәһең.

– Белеүемсә, улың да бәләкәйҙән сәхнәлә сығыш яһай. Киләсәккә пландары ниндәй?

 – Ирназар 19 йәштә. Ҡалалағы 1-се лицейҙы бөттө. Ул да икенсе йыл инде режиссер-педагог Айҙар Зарипов беҙҙең театр өсөн йыйған махсус курста уҡый. Театр сәхнәһенә өс йәштән сыҡты. Унда Гөлдәр Ильясова ҡуйған “Тимер ҡатын”да Малай, В. Распутиндың һуғыш темаһына арналған “Йәшә һәм онотма” әҫәрендә Родька, Б.Васильевтың “Ә таңдар бында тыныс”ында Альберт ролдәрен уйнаны. Ф. Бүләковтың “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?” спектаклендә күмәк сәхнәлә ҡатнашты.

– Гөлнара, театрҙа эшләй башлаған ваҡытың бөгөнгөләй хәтеремдә. Янып торған бер төркөм йәш артистар килгәс, Стәрлетамаҡ театры тағы ла нығыраҡ гөрләп, йәнләнеп эшләп киткәйне.

– Эйе, ғүмер – аҡҡан һыу кеүек. Театрҙа эшләүемә лә егерме ете йыл булып киткән. Ошо йылдар эсендә утыҙҙан ашыу роль ижад иткәнмен.

– Ә шулай ҙа иң яратҡан ролдәрең барҙыр...

– Яратмаған ролдәрем юҡ. Образды яратмай тороп, сәхнәгә сығып уйнап булмай. Бөтә жанрҙарҙа ла үҙемде таба алдым тип әйтә алам. Һәр хәлдә үҙемде маҡтай алмайым. Уныһы – тамашасы хөкөмөндә.

– Гәзит уҡыусыларға теләктәрең?

– Тормошта үҙ урынымды беләм, үҙемә тейешлеһен эшләп йөрөйөм тип уйлайым. Коллективымды яратам. Тамашасыларымды яратам. Халыҡ спектаклдәргә йөрөп торһон, беҙҙе һағынып килер тамашасыларыбыҙ  булһа, театрыбыҙ ҙа йәшәр.

Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

“ҺИНЕҢ ҺЫМАҠ ҺОНТОРҘАР ҘА БУЛҺЫН ӘЛЕ!..”
“ҺИНЕҢ ҺЫМАҠ ҺОНТОРҘАР ҘА БУЛҺЫН ӘЛЕ!..”
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: