Бөтә яңылыҡтар

“КӘРӘК ИКӘН – БУЛАМ АРТИСТ, ЕТӘКСЕ ҺӘМ СЦЕНАРИСТ!..”

Рәмилә НӘЗИРОВА мәҙәниәт өсөн янып йәшәй

Шөкөр, ҡалабыҙҙа әленән-әле оло байрамдар, төрлө мәҙәни саралар, конкурстар гөрләп тора. Атап әйткәндә, “Сәскә ат, Башҡортостаным!” (“Цвети, мой край Башкортостан!”), “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе”, “Шәжәрә” байрамдары, “Стәрлетамаҡ гүзәле”, “Халыҡ рухы” вокаль йыр конкурсы, “Моңға бай гармун байрамы, “Театраль Стәрлетамаҡ” һәм башҡа бик күп әһәмиәтле, тәрән йөкмәткеле саралар уҙғарыла беҙҙә. Шуныһы ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ: был оло саралар Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡын ғына түгел, Башҡортостандың көньяҡ районҡалалары халҡын да берләштерә. Улар, артабан республика кимәленә сығарылып, дипломдар, төрлө номинацияларҙа еңеүҙәр яулай. Ә ошо матур сығыштар артында ауыр хеҙмәт ята. Шул турала күптәребеҙ, моғайын, уйлап та ҡарамайҙыр. Бөгөн һүҙебеҙ тап ошо өлкәлә күҙгә күренмәгән эштәр башҡарыусы, ғөмүмән, ҡалала мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе Рәмилә Ғаяз ҡыҙы НӘЗИРОВА хаҡында.

 Өләсәһенән ҡалған ҡомартҡы ...

Стәрлетамаҡтың иң эре мәҙәниәт усаҡтарының береһе булған Ҡала мәҙәниәт һарайындағы методика бүлеге бүлмәһенә килеп инеү менән, ундағы зауыҡ менән биҙәлгән боронғо милли мөхиткә юлығаһың. Баҡтиһәң, бынан йөҙ йылдар элек ҡул менән һуғылған шаршау, таҫтамалдар, аҫалы балаҫтар – Рәмилә Ғаяз ҡыҙының өләсәһенән ҡалған ҡомартҡылар икән. Заманса шарттарҙа эшләп ятҡан мәҙәниәт усағында бындай күренеште, ысынлап та, көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә табырмын тимә! Уларҙы күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡлау менән бергә, үҙе лә ҡул эштәренә маһир ханым, әсәһе яғынан юрматы ырыуы вәкиле булараҡ, ошо ырыу ҡатын-ҡыҙҙарының һаҡалын үҙе яһаған. Бик боронғо замандарҙы хәтерләтеп, бынан йөҙ йыл элекке батшалар заманындағы талир тәңкәләре сыңлап торған, аҫылташтар ҡуйып, урын-еренә еткереп, ҙур зауыҡ менән эшләнгән был һаҡал төп нөсхәһенән һис айырылай. Үҙ эшенә бар булмышы менән сумған, үҙ эшен яратып башҡарған белгес һис ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырмай, һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Ошо бүлекте ике тиҫтәнән ашыу ваҡыт етәкәләү осоронда ул бында күптән үҙенең “Йондоҙҙар оҫтаханаһы”н булдырған.

 Һәр милләтте яҡын күреп...

Халыҡ араһынан таланттар эҙләү, уларҙы ошо сараларҙа ҡатнашырға йәлеп итеү, берләштереү, һайлап алыу турҙары уҙғарыу, һанай китһәң, осо ҡырыйы юҡ!.. Быларҙың барыһы ла Ҡала мәҙәниәт һарайының методика бүлеге иңендә ята. Ниндәй генә вазифаларҙа эшләргә тура килмәй уға: ябай администраторҙан алып директор вазифаларын да алып барырға тура килә. Стәрлетамаҡ театр берләшмәһендә художество-постановка бүлеге мөдире булып эшләү, спектаклде сәхнәгә сығарыуҙа әҙерләүсе, филармонияла концерт эшмәкәрлеге буйынса директор урынбаҫары булыу, смета төҙөү, хужалыҡ эштәрен алып барыу кеүек төрлө баҫҡыстарҙы үтеү бай тәжрибә тупларға ярҙам итә лә инде замандашыбыҙға. Етәкселек эше менән бергә, милли үҙәктәр менән эш алып барырға ла ваҡыт таба Рәмилә Ғаяз ҡыҙы. Быныһы инде йөрәк ҡушыуы буйынса. Ошо көндә ҡалала туғыҙ милли үҙәк ҙур ойошҡанлыҡ менән эшләп килә. Был үҙәктәргә рус, башҡорт, татар, украин, мордва, сыуаш, немец, йәһүд, белорус милләттәре вәкилдәре ҡарай. Бына хәҙер егерме йылдан ашыу инде Рәмилә Нәзирова ошо үҙәктәрҙе берләштереп, йыл һайын тәрән йөкмәткеле, матур саралар ойоштора, милли кәңәшмәләр уҙғара. Мәҫәлән, “Икмәк байрамы”, “Беҙ – бергә!”, “Милли шиғриәт көнө” кеүек халыҡты берләштерә торған әһәмиәтле саралар гөрләп уҙа беҙҙә. Ике йылға бер уҙғарылып килгән “Беҙ – бергә!” исемле сарала төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең мәғрифәтселәре, күренекле шәхестәре тураһында видеоматериалдар әҙерләй. Уларҙы халыҡ араһынан эҙләп табып, ойоштороп, сараларҙа ҡатнашыуға йүнәлеш биреп кенә ҡалмай Рәмилә Ғаяз ҡыҙы, йыш ҡына сценарийын да үҙенә яҙырға тура килә. Бына әле уның тураһында мәҡәлә яҙырға тип барғанда, ул Руслан һәм Гүзәл Сөләймәновтар тураһында “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе”нә арналған видеотапшырыу әҙерләй ине.

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Ҡала мәҙәниәт һарайының методика бүлеге ҡарамағында, шулай уҡ, “Аҫылташ” шиғриәт яратыусы ҡатын-ҡыҙҙар” клубы бик әүҙем эшләп килә. Бында Рәмилә Ғаяз ҡыҙы үҙе кеүек шиғыр яратыусы, үҙенсәлекле ҡатын-ҡыҙҙарҙы туплай, уларҙың төрлө байрамдарға арналған видео программаларын, тапшырыуҙарын халыҡ бик яратып ҡабул итә. Белеүебеҙсә, былтыр Артур һәм Гөлсөм Ишмөхәмәтовтар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында ҡатнашып, республика кимәлендә еңеүсе булды – 1-се дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булдылар. – Сценарийҙарҙы ла үҙемә яҙырға тура килә. Ҡайһы берҙә ҡатнашыусылар үҙҙәре әүҙем, тырыш була, ә ҡайһы саҡта инде үҙебеҙгә тырыштырырға тура килә. Ошондай сараларҙы ойошторғанда күҙгә күренмәгән эштәр күп була, еренә еткереү өсөн күп көс түгергә тура килә, – ти әңгәмәсем. – Был йәһәттән был эшкә бик яуаплы һәм ижади ҡараған Ишмөхәмәтовтар ғаиләһенә афарин тиергә генә ҡала. Әйткәндәй, 8 июлдә республика кимәлендә уҙасаҡ “Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө”нә арналған сараға “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында еңеүсе Ишмөхәмәтовтар, Сөләймәновтар хаҡында сценарий һәм видео тапшырыу әҙерләү өсөн әүҙем эш алып барыла. Кубоктар әҙерләү, жюри ағзаларын һайлау, сценарий яҙыу, положение яҙып, раҫлау өсөн хакимиәткә тапшырыу, аҙаҡ сайт аша отчет биреү кеүек бихисап мәшәҡәттәр ята методика бүлегенең иңендә. Әйткәндәй, Рәмилә Ғаяз ҡыҙы яңғыҙ түгел, ышаныслы ярҙамсыһы, ижади ҡарашлы Хәлиҙә Фәйзрахман ҡыҙы Абдрахманова менән бергә кәңәшләшеп эшләгәс, эштәр ырамлы бара, һөҙөмтәләр ҙә көттөрмәй. Ҡала кимәлендә ике телдә – рус һәм башҡорт телдәрендә уҙғарылған ҙур сараларға халыҡ ҙур теләк менән йөрөй. 

“Бала саҡтан бейергә яраттым!”

“Ә шулай ҙа мәҙәниәт донъяһына нисек килеп индең?” – тип ҡыҙыҡһынам әңгәмәсемдән. – Мәҙәниәткә бер ҡасан да битараф булманым, – тип һөйләп алып китте ул үҙенең мәҙәни тормошо хаҡында. – Бәләкәйҙән бейергә яраттым. Ҡалала үҫкән ҡыҙ булараҡ, 1-се класта уҡыған сағымда уҡ бейеү түңәрәгенә йөрөнөм, 12-се мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһының хореография бүлегенә уҡырға индем. Бына шунан бирле мәҙәниәттән айырылғаным юҡ. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта беренсе тапҡыр (2006 йылда) уҙғарылған “Ашҡаҙар таңдары” фестивалендә ҡатнашып, Рәмилә Нәзирова Гран-при яулағайны! “Бабай”, “Орсоҡ” бейеүҙәрен башҡарып, оҡшатып бейеүҙә юғары профессиональ башҡарыу оҫталығы өсөн дипломант та булды ул унда. “Ойоштороу һәләте һәр кемгә лә бирелмәй. Уңыштарыңдың сере нимәлә?” – тигән һорауыма: – Эш булғас, төрлө хәлдәр була, кемдәрҙер ҡыйын хәлдә ҡалдырған саҡтар ҙа була. Етәксе яуаплы мәлдә аҡыллы ҡарарға килә белергә, шәхси амбицияларҙан баш тарта белергә тейеш, – тип яуапланы әңгәмәсем. – Ә шулай ҙа үҙ эшемде ныҡ яратам. Эшкә байрамға барған һымаҡ шатланып йөрөйөм. Һәр ваҡыт эҙләнәбеҙ, бер сценарийҙы ҡат-ҡат эшләргә тура килә. Эшебеҙ төрлөлөгө менән ҡыҙыҡлы: бөгөн концерт, иртәгә фестиваль һәм башҡалар...

 

Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт матур булырға тейеш!

Яратҡан шөғөлөнә – сәйәхәт итергә лә ваҡыт таба ул. – Башҡортостан тәбиғәтен яратам, баҡса эшен, сәскәләр үҫтерергә яратам, йәнә лә шиғриәткә ғашиҡмын – шиғырҙар һөйләргә яратам, – ти Рәмилә ханым. Әйткәндәй, Рәмилә Ғаяз ҡыҙының йәнә бер һәләте – зауыҡ менән кейенә белеү. Быныһы инде мәҙәниәт кешеһенә генә хас булған күркәм сифаттарҙың береһе. – Ғаилә хәлемә килгәндә, бер бөртөк кенә ҡыҙым бар – Лилиә. Ике ейәнсәрем: Сафия менән Дария – бына шул инде минең иң ҙур байлығым, – тип бәхетле йылмая ул. – Кейәүемде лә үҙ улымдай күрәм, ғаиләһенә терәк һәм ҡыҙымды, ейәнсәрҙәремде яратҡан бик аҡыллы ғаилә башлығы ул. Бына ҡырҡ йылдан ашыу инде Рәмилә Нәзирова арымай-талмай Стәрлетамаҡ мәҙәниәтенә хеҙмәт итә. Яңыраҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы, уның хеҙмәте юғары баһаланып, “Башҡортостан профсоюздары өлкә Советы булдырылыуға 100 йыл” миҙалы менән бүләкләнде. Яратҡан эшең, талантлы, эшһөйәр коллегаларың булыуы, яратҡан шөғөлөң, яҡындарың иҫән-һау булыуы – ошонан да ҙурыраҡ бәхет бар микән?!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Һәм ғаилә архивынан алынды.

“КӘРӘК ИКӘН – БУЛАМ АРТИСТ, ЕТӘКСЕ ҺӘМ СЦЕНАРИСТ!..”
“КӘРӘК ИКӘН – БУЛАМ АРТИСТ, ЕТӘКСЕ ҺӘМ СЦЕНАРИСТ!..”
Автор:Роза Сафина
Читайте нас в