

Баҡтиһәң,ҡарбуздың иң тәмлеһен телефон ярҙамында ла һайлап алырға була икән.
Бының өсөн "Watermelon Prober" ҡушымтаһы кәрәк буласаҡ.Ул смартфондағы микрофон ярҙамында ҡарбуздың өлгөргәнлеген тикшерә.Тикшереү өсөн үҙегеҙгә кәрәкле ҡарбузды һайлап алып, ҡушымтаны асып ҡарбуз янына ҡуйып икенсе яҡтан емешкә өс тапҡыр ҡаҡҡылап ҡарарға кәрәк. Шунда уҡ тест һөҙөмтәләре телефонығыҙҙың экранында баҫылып сығасаҡ. Тағы ла ошо ҡушымта ҡарбуздың бешкәнлеген билдәләй ала икән- "Melony: World First Watermelon Ripeness".