

Алмаз Сәйетов профессиональ сәнғәт — театр-концерт ойошмалары һәм кино тармағы өсөн яуаплы.
Алмаз Рәсих улы Сәйетов — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1966 йылда Башҡортостандың Илеш районында тыуған, 1991 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында һөнәри әҙерлек үткән.
Тәжрибәле идарасы, быға тиклем Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе булып эшләгән.
Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбле директоры вазифаһын Нәзир Байегетов башҡара.
Башинформ.