Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
1 Сентябрь 2022, 11:20

Стәрлетамаҡта креатив индустриялар мәктәбе асылды

Башҡорт  республика сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы сиктәрендә Стәрлетамаҡта креатив индустриялар мәктәбе асылды.

Бындай мәктәп әлегә Башҡортостанда иң тәүгеһе. Бында дүрт студия буласаҡ: анимация һәм 3D-графика, тауыш режиссураһы һәм тауыш дизайны, заманса электрон музыка, фото һәм видео төшөрөү.

Был ижади һөнәрҙәргә 12-17 йәшлек балалар өйрәнә аласаҡ.  Унда 2022 йылдың сентябрь айынан 80 уҡыусы уҡый башлаясаҡ. Бындай мәктәпте асыр өсөн 46 млн һәм аҡса бүленгән, 39 миллон һумы -  федераль ҡаҙнанан. 

Рәсәйҙә артабан ошондай уҡ 32 мәктәп асылыуы планлаштырыла. 

Р.ЗАМАНОВА.

Стәрлетамаҡта креатив индустриялар мәктәбе асылды
Стәрлетамаҡта креатив индустриялар мәктәбе асылды
Автор:Роза Сафина
Читайте нас