

Һунарсы ҡыҙ
– Дилә, артистар менән әңгәмә ҡорғанда ғәҙәттә улар ижад шишмәһен ғаиләһенә, кендек ҡаны тамған еренә бәйләй. Һинең нисек килеп сыҡты бейеүсе булып китеүең? Ата-әсәйеңдән күскән һәләтме? Инйәр һыуы (Белорет районы Инйәр ауылы) шулай шифалымы?
– Әлбиттә, билдәле булыуынса, һәр башҡорт ғаиләһе йортонда, ҡунаҡта, тамашаларҙа бейей, шулай үҙенең шатлығын белдерә, һағышын баҫа. Беҙҙең ғаиләгә лә был күренеш хас булды. Әммә, һәләт, ошо өлкәгә эҫенеүемә килгәндә, дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең нәҫел өсөн был яңы күренеш ине. Мин һунарсылар ғаиләһенән, тиһәм, хата булмаҫтыр, шуға атайым, ике туған ағайҙарым өйрәтеүе буйынса күп кенә һунар серҙәрен беләм, ә бына бейеү серҙәрен үҙаллы, остаздарым арҡыры өйрәнергә тура килде.
Башланғыс кластарҙа бейеү хәрә-кәттәрен тәүге тапҡыр Гөлнара Маслова исемле уҡытыусым өйрәтте, уның асылына, мәғәнәһенә төшөнөргә иһә артабан музыкаль мәктәптең фольклор түңәрәгендә шөғөлләнгәндә, Стәрле-тамаҡта Башҡорт республика мәҙәниәт ағартыу техникумында (хәҙерге Баш-ҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы) уҡығанда остаздарым ярҙам итте. Бигерәк тә хореография буйынса уҡытыусыларым Рәсимә Аҫылғужина, Светлана Ушакова, Зилә Ғәбиҙуллина-ларға миндә бейеү мөмкинлектәре күреп, уны үҫтереүгә, артабан ҙур сәхнәгә сығарыуға ярҙам иткәндәре өсөн мәңге бурыслымын һәм рәхмәтлемен.
– Ә бына кисәге студентҡа ғына көйө абруйлы Бейеү театрында нисек бейеүсе булып киттең? Унда бит ныҡ һайлап алалар.
– Бала саҡтан РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшиҙә апай Туйсина бейеүҙәренә ғашиҡ булып үҫтем. Яҡташым, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов сығыштарын һоҡланып ҡарай инем. Эх, шундай мэтрҙар менән бер сәхнәлә бейеһәң, бергә эшләһәң ине ул, тип хыяллана инем. Һәм… бер көн килеп хыялдарым тормошҡа ашты!
Ысынлап та, Стәрлетамаҡ бейеү театрының бер өлөшө булып китеү, беҙ эшкә килгән заманда ла еңел түгел ине. Сөнки донъя кимәлендә исеме булған театрға ныҡ һайлап алалар. 2005 йылда аҙаҡҡы курста уҡығанда тыуған яҡҡа ҡайтып эшләрмен, бейеү сәнғәтен үҫтерермен тип йөрөй инем. Һәм бына сығарылыш дәүләт имтихандары. Комиссия ағзалары араһында Риф ағай ултыра. Балетмейстер ул саҡта Стәрлетамаҡ бейеү театрын етәкләй ине. Шулай итеп, сығыш яһаныҡ, һөҙөмтәләр көтәбеҙ. Риф Ғәбитов килде лә: “Һылыу беҙҙең театрға эшкә килергә теләр инеңме?” – тимәһенме!.. Минең күҙҙән йәш аға, шатлығымдан, бәхетемдән бейеп китергә әҙермен! Бер ҡыуанам, шул уҡ ваҡытта бар яуаплылыҡты тойоп, бер хафаланам.
Нисек кенә булмаһын, эш башланым. Мәртәбәле ансамблдең талаптарына, кимәленә ярарға кәрәк ине. Шуға тәүге көндән үк эшкә сумдым, үҙ өҫтөмдә эшләй башланым. Беренсенән, Риф ағай етәкләгән коллектив булараҡ тулҡынланһам, икенсенән, ҡасандыр был театрҙы Рәшиҙә апай Туйсинаның улы Хәлил ағай Ишбирҙин булдырған бит. Шулай итеп, хыялым тормошҡа ашты. Инде артабан ошо хыялға хыянат итмәй бейергә генә ҡалды!
Әлбиттә, профессиональ бейеү сәнғәтендә ныҡлы аҙымдар менән атлап китеүҙә ошо коллективта бергә эшләгән етәкселәремә, остаздарыма рәхмәтлемен. Коллективҡа нигеҙ һалыусы һәм беренсе йылдарҙа эшләүселәр – республикала билдәле сәнғәт әһелдәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Лоҡманов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Эльвира Дауытова, Лилиә Хәбибуллина, Резеда Шаһиева, Әлфиә Һаҙыева, Руслан Сөләймәнов һәм башҡа абруйлы бейеүселәрҙең кәңәштәре, ярҙамы ныҡлы нигеҙ булып торҙо һәм, әле инде, үҙебеҙ инде икенсе быуын бейеүселәр булып, артыбыҙға тағы йәштәр килһә лә, һаман да терәк булып тора. Ғөмүмән, был коллективта үҫеш өсөн мөмкинселек һәр ваҡыт бар. Бөгөнгө көндә, мәҫәлән, яңы композициялар өҫтөндә эшләнелә, халыҡ яратып өлгөргәндәре байытыла. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимов, филармониябыҙҙың художество етәксеһе Лира Фәйзуллина, Бейеү театры етәксеһе Эльвира Даутова төрлө исемдәр юллау, матди яҡты нығытыу аша ла бейеүселәрҙең ҡанатын нығыта.
Сая ҡыҙҙар бейеүендә характерым сағыла!
– Бейеү театрының репертуары бик бай, жанр, география буйынса киң. Был репертуарҙа һинең солист булараҡ та, дуэт менән башҡарған әҫәрҙәр ҙә бар.
– Меңәрләгән тамашасы күңелен яулаған билдәле бейеүҙәре сәхнәгә сығарыла – “Башҡортостан”, “Порт-Артур”, “Урал бәйете”, “Ирәндек бөркөттәре”, “Любезники – любизар”, “Ағиҙел тулҡындары” һәм башҡа тәрән рухлы хореографик композициялар урын алған. Бейеү театры коллективына нигеҙ һалыусы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҙур талант эйәһе, билдәле балетмейстер Хәлил Ишбирҙин һалған “Иңсебикә”, “Дала сыңы”, “Аттар”, “Урал бәйете”, “Бүреләр”, “Порт Артур”, “Башҡортостан” хореографик композициялары үҙенең эстәлекле йөкмәткеһе, тарихи сағылышы менән халыҡ күңелен бөгөн дә булһа арбай, күңелде тетрәндерә. Сәхнәлә башҡорт халҡының легендалары ауаздаш булһа, “Бөрйән егеттәре”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Ирәндек бөркөттәре”, “Күбәләк”, “Кис ултырыу” бейеүҙәрендә халҡыбыҙҙың ысын булмышы, мөхите сағыла. Оҫта хәрәкәттәр ярҙамында коллегаларым халҡыбыҙҙың милли характер үҙенсәлектәрен асып һала, легендаларҙы бейеү теле аша һүрәтләй. “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Киске уйын” һымаҡтарын бигерәк тә халыҡ һәр саҡ көтөп ала. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов ҡуйған “Саптар”, “Башҡорт йөрәге” хореографик композицияларында халыҡ күңеле тулы-һынса сағылдырыла. 2018 йылдан алып Бейеү театрының баш балетмейстеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Дауытова ҡуйған “Ҡымыҙ бешеү-се ҡыҙҙар”, “Беләҙек”, “Ағиҙел тулҡын-дары” хореографик композициялары репертуарға тос өлөш индерә.
Ошо репертуарҙың айырылғыһыҙ өлөшө булып торған “Башҡортостан”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Байрам”, “Ҡапма-ҡаршы” бейеүҙәрендә солист булараҡ бейеүем менән ысын бәхетлемен. Башҡорт бейеү сәнғәтенең классикаһы, башҡорт халҡының мәҙәни хазинаһы булған был мәңгелек әҫәрҙәрҙә төп акттарҙы башҡарыу – ҙур бурыс, шуға сәхнәгә ошо бейеүҙәр һәр сыҡҡан һайын тулҡынланам. Ғөмүмән, солист булараҡ бейейһеңме, массалы бейеүме, һин тамашасыға халҡыбыҙҙың ошо әҫәрҙәргә һалған һәр мәғәнәһен сайпылдырмай алып барып еткерергә тейешһең.
Бынан тыш “Лак бейеүе”, “Ловзарь” бейеүҙәрендә лә солист булараҡ бейейем. Ғөмүмән, төрлө халыҡ бейеүҙәренән тора солист булараҡ сығыштар. Бейеү сәнғәте, әлбиттә, күмәк бейеүҙәрҙән генә ғибәрәт түгел. Яңғыҙ башҡарған бейеүҙәр, дуэттар, өс кеше башҡарыуында бейеүҙәр бар. Был йәһәттән дуэт менән бейергә оҡшай. Мәҫәлән, Самат Ишемғолов менән “Күбәләк”, “Һыу буйында осрашыу” бейеүҙәрен бейейем. Яңғыҙ бейеүҙәр ҙә бар репертуарымда, әммә әлегә уларҙы ҙур концерттарға сығарған юҡ, киләсәктә ошо йүнәлештә эшләргә уйлайым.
– Дилә, ә бына бейеүҙә нимәгә нығыраҡ иғтибар бирәһең: эмоция, кисерештәргәме әллә бейеү алым-техникаһынамы?
– Билдәле, бейеүҙе, бигерәк тә башҡорт бейеүҙәрен, ғөмүмән, әҫәргә һалынған ваҡиғаны, уның мәғәнәһен, эстәлеген йөрәгең аша үткәрмәй тороп бейеү мөмкин түгел. “Башҡортостан” бейеүен башҡарғанда, мәҫәлән, ғорурлыҡ, дуҫлыҡ, яуаплылыҡ һымаҡ тойғоларҙы күрһәтеп, ошо тиклем республикала йәшәү – үҙе бер бәхет тигән мәғәнә алып барып еткерергә кәрәк бейеүҙә. Шуға бында йә техника мөһим, йә хис-тойғоларың ташып торорға тейеш тип кенә ҡырт киҫеү, минеңсә, бик үк дөрөҫ түгел. Башҡорт бейеүҙәрен тамашасы һис шикһеҙ ундағы оҫта башҡарыу манераһы, характер аша яҡын ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта башҡорт бейеүҙәрен бейер өсөн, кем әйтмешләй, башҡорт булып тыуырға кәрәк. Һәр хәрәкәт айырым мәғәнәгә эйә, техник яҡтан ябай булмаған әҫәрҙәрҙе һәр кем дә бейей алмайҙыр ул.
Артистлылыҡ та булырға тейеш, әлбиттә. Мәҫәлән, “Ағиҙел тулҡындары” бейеүен башҡарабыҙ. Легенда буйынса, Ағиҙел – ул йылғаға әйләнгән ҡыҙ. Башта ул йәш башланғыс була, аҙаҡ тулыланып, зирәк ҡатынға әйләнә һәм уның дауамы ҡыҙҙарына күсә… Был композицияла нисәмә быуын, дәүер, тарих, кеше яҙмышын тәбиғәт күренеше бәйән иткән фәлсәфәүи мәғәнә сағыла һәм ул бер еп булып үрелә килә. Ошо тарихты бәйән итеү, уның асылын еткереүҙә ҡатнашыу бейеүсе булараҡ миңә бик ҡыҙыҡ ине. Әйткәндәй, был бейеү менән беҙ Ҡырғыҙстанда үткән Халыҡ-ара бейеү конкурсында 2-се урын алып ҡайттыҡ. Унда 17 илдән 600-ҙән ашыу артист ҡатнашҡайны.
Репертуарҙа төрлө характерҙағы бейеүҙәр бар. Әммә, Ҡатай ырыуының сая ҡыҙы булараҡ, үҙемә сая ҡыҙҙар бейеүе оҡшай. Киләсәктә ошо юҫыҡта соло бейеүҙәр өҫтөндә лә эшләргә теләйем. Сөнки нәҡ был бейеүҙәр аша башҡорт ҡатын-ҡыҙы, башҡорт халҡы нескә күңелле, ҡунаҡсыл, әммә кәрәк икән, ул сая, яугир булыу ла бар тигән мәғәнә ята, минеңсә.
Аяҡ һынмаһа, кейәүгә сығып булмаҫ ине
– Һеҙ Илгиз менән (Илгиз Ҡашҡаров, драма актеры, оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ театры, аҙаҡ СДТКБ-нең художество-постановка бүлеге мөдире булып эшләүсе) икегеҙ ҙә ижади кеше, ғаиләлә был нисек сағыла?
– Ижади ғаилә тигәс, өйләнешеүебеҙ ҙә – үҙе бер тарих. Икебеҙҙең дә эшләй башлаған ғына саҡ. Илгиз Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актеры, мин Бейеү театрында. Никахлашырға ваҡыт таба алмай бер булдыҡ. Әмәлгә ҡалғандай, өс көн буш ваҡыт табылды: уныһыла – мин аяҡ һындырғанда. Илгиз Сорғоттан гастролдәрҙән ҡайтып төштө, өйгә инеп сумаҙандарҙы ғына ҡалдырған да Инйәр-гә килеп еткән. Әйткәндәй, быға тиклем, Бельгия, Голландияла бер ай гастролдә йөрөгәндә мине һоратып килгәндәр ине. Үҙем дә белмәйем, Илгиз дә белмәй. Ысынлап та, Илгиз менән бер сәхнәлә тиерлек эшләнек, әле Илгиз, әлбиттә, эшҡыуарлыҡ өлкәһенә сумды, әммә был да уның ижади күңелле булып ҡалыуына, мине аңлауына ҡамасауламай.
Шулай ата-әсәй ярҙамы, үҙебеҙҙең көс менән йәшәп киттек. Өс бала тәрбиәләйбеҙ. Әлегә беҙҙең юлды һайларҙармы-юҡмы – билдәһеҙ! Иң мөһиме: балаҡайҙарыбыҙ һау булһын инде! Ғөмүмән, ғаиләмдән дә бик уңдым. Бәхетле бейеүсе, ҡатын, әсә, ҡыҙ тип әйтә алыр инем үҙем хаҡында.
– Ҡыҙыҡлы яуаптарың өсөн рәхмәт. Уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.