Етәкселәр алдағы ижад миҙгеленә пландар, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләне һәм шулай уҡ журналистарҙың һәм блогерҙарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Мәғлүм булыуынса, 2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан беҙҙең ҡалала йәшәгән музыкаль династиялар, табиптар династиялары, предприятиеларҙа эшләгән династияларҙың эшмәкәрлегенә бәйле һәм уларҙың вариҫтары тураһында мәғлүмәт йыйыу эштәре бара, тине Лира Әнүәр ҡыҙы. Мәҫәлән, Хәйбуллиндар династияһының дөйөм эш стажы 1000 йылдан ашыу(!). Әйткәндәй, хеҙмәт династиялары буйынса быуындар бәйләнешен асыҡлауҙа ҡала профсоюз ойошмалары ярҙам итә икән. Лира Фәйзуллина белдереүенсә, филармония 32-се концерт миҙгелен 22 сентябрҙә аса.
Илһам Ринат улы 29-30 сентябрҙә яңы ижад миҙгелен асыу уңайынан күрһәтеләсәк премьера тураһында һөйләне.
– “Берҙәм Рәсәй” партияһы “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проекты сиктәрендә йыл һайын бер тапҡыр спектаклдәр ҡуйыу өсөн аҡса бүлә, – тине театрҙың художество етәксеһе. – Быйыл ошо аҡсаға Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Аҡ ҡалфаҡ” драмаһын ҡуйырға булдыҡ. Пьесаның нигеҙендә «Хәмдиә» йыры ята.
Әҫәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин сәхнәләштергән. Композиторы – БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев, ҡуйыусы балетмейстеры – БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәмизә Мөхәмәтшина. Спектаклдә актерҙар Резеда Әмәкәсова, Марат Зөбәйеров, Илгиз Әкимбәтов, Фәнил Ҡарасурин, Гөлнара Йәрмиева, Илнур Атйетәров, Ҡәҙриә Аҡбаева һәм йәш актер Илнур Сәлимгәрәев ҡатнаша. 29-ында төп состав уйнаһа, 30-ында яңы состав эшләйәсәк.
Премьерала төп ролдәрҙе башҡарыусы актерҙар – БР-ҙың атҡаҙанған артисы Резеда Әмәкәсова, танылған драма артисы Марат Зөбәйеров уйнаясаҡ ролдәре тураһында, филармонияның нәфис һүҙ оҫталары – БР-ҙың атҡаҙанған артисы Гөлназ Иҙрисова һәм Линар Зарипов филармонияның эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте.
Матбуғат кәңәшмәһендә шулай уҡ берләшмәнең гастролдәргә йөрөү, «Пушкин картаһы» программаһы буйынса эшләү мәсьәләһенә ҡағылышлы һорауҙар ҙа булды. Әйтергә кәрәк, яңыса форматта ойошторолған матбуғат кәңәшмәһе бик йылы шарттарҙа үтте һәм унда ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде. Хәйер, тел тейгеһеҙ тамашалары менән йөрәктәрҙе арбаған оло мәҙәниәт усағының һәр сараһы ла юғары кимәлдә ойошторола.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Фото театр архивынан алынды.