Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
3 Октябрь 2022, 12:23

«Өс таған» фильмы «Киношок» фестивалендә наградаға лайыҡ булды

Анапала XXXI «Киношок» халыҡ-ара фестивале үҙ эшен тамамланы. Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы «Актерҙар ансамбле һәм абсолют киногармония өсөн» тигән махсус бүләккә лайыҡ булды.

«Өс таған» фильмы «Киношок» фестивалендә наградаға лайыҡ булды
«Өс таған» фильмы «Киношок» фестивалендә наградаға лайыҡ булды

— Беҙ балалар киноһы секцияһында ҡатнаштыҡ,  — тине Айнур Асҡаров. — Фильм Крымск, Абинск, Анапа һәм башҡа ҡалаларҙа күрһәтелде. Беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алдылар. Бөтә ерҙә лә залдар балалар менән тулы ине, был фестиваль өсөн бик шәп. Жюри эшендә балалар ҙа ҡатнашты, һәр ҡалала үҙҙәренеке. Шундай ҡыҙыҡлы фестиваль. Фильмдар ҙа, тамашасылар ҙа күп, фестивалдең географияһы ла ярайһы уҡ киң. Саранан ныҡ сағыу тәьҫораттар алып ҡайттыҡ.

Әйткәндәй, жюри рәйесе – Айнур Асҡаровтың «Буран» фильмында төшкән актер Михаил Сафронов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мостай Кәримдең повесы буйынса «Өс таған» фильмының премьераһы 2021 йылдың яҙында күрһәтелгәйне. Картина юғары баһа алды, төрлө номинацияларҙа, шул иҫәптән иң яҡшы фильм, иң яҡшы режиссура, сценарий, актерҙар ансамбле өсөн наградалар менән билдәләнде.

«Киношок» фестивале сиктәрендә дүрт конкурс уҙҙы: тулы, ҡыҫҡа метражлы һәм телефильмдар. Рәсәйҙән, Грециянан, Ирандан, Израилдән, Ҡаҙағстандан, Белоруссиянан, Ҡырғыҙстандан, Монголиянан һәм Үзбәкстандан эштәр күрһәтелде. Шулай уҡ «Киношок» фестивалендә продюсер Анастасия Асҡарова «Клюква Сталина» ҡыҫҡа метражлы уйын фильмын тәҡдим итте.

Башинформ.

«Өс таған» фильмы «Киношок» фестивалендә наградаға лайыҡ булды
«Өс таған» фильмы «Киношок» фестивалендә наградаға лайыҡ булды
Автор:
Читайте нас: