Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
27 Октябрь 2022, 17:24

АТА-БАБАЛАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛЫРБЫҘ!

Айыусы, Мырҙаш, Мәҡсүт, Күсәрбәй... Стәрлетамаҡ районындағы был башҡорт ауылдарының ҡайһыһын ғына алма, Рәсәй тарихы өсөн генә түгел, сит илдәргә лә даны барып еткән улдар үҫтереп сығарған. Данлыҡлы шәхестәребеҙҙең вариҫтары быуаттар ҡатламында булған ваҡиғаларҙың әһәмиәтен әле лә белә, һаҡлап килә.Улай ғына ла түгел, тарих ул әллә ҡайҙа йыраҡта түгел, ә йылдар аша ҡабатланып килә тиҙәр үҙҙәре. Бөгөнгө көн ваҡиғалары ла быға дәлил, Европа илдәре һәр ваҡыт беҙҙең тарафтарға ымһынып ҡарап ҡуйыр булды, шуға ла еңеүселәребеҙҙең исемдәрен киләсәк быуынға күрһәтеп, үҙебеҙҙең хәтирәләрҙе, уй-фекерҙәрҙе яңыртып торор кәрәк. Тап ошондай уйҙар менән Стәрлетамаҡ районы башҡорттары Айыусы ауылында “Ата-бабалар иҫтәлегенә лайыҡлы булырбыҙ!” тип аталған мәҙәни-тарихи фестивалгә йыйылды.

АТА-БАБАЛАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛЫРБЫҘ!
АТА-БАБАЛАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛЫРБЫҘ!

Айыусы ауылындағы тормош, әйтерһең дә, ауыл эргәһенән тыныс ҡына ағып ятҡан Ашҡаҙар йылғаһы кеүек, һәлмәк кенә аға ла аға. Үҙебеҙҙең еребеҙменән кинәнеп йәшәйһе лә йәшәйһе әле тигән уйҙар килә ауылға барып ингән мәлдәрҙә. Тик был тыныс тормош, азатлыҡ та дауланып алынған заманында, ата-бабаларыбыҙ бергә ойошоп, яҙғы ташҡындай бар кәртәләрҙе, быуалай дошман ғәскәрҙәрҙен бер-бер артлы йырып үтеп киткән. Юҡ, беҙ баҫҡынсылар түгел, Парижғаса барып инһәк тә, ундағы халыҡты буйһондороп, ерҙәрен тартып алғандарҙан түгелбеҙ. Әле лә шулай! Ауыр замандарҙа ла нәфрәт һәм золом сығармай үҙ мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе ул тарафтарҙа күрһәтеп, яңы йырҙар, әҫәрҙәр, бейеүҙәр, легендар шәхестәр булып, ташҡын үҙ ярҙарына ҡайтҡандай, Тыуған яҡтарға юл тотҡанбыҙ. Тап ошондай юғары мәҙәнилек, ҡурҡыу белмәҫ яугирҙарыбыҙға беҙ рәхмәт әйтер өсөн Айыусыға йыйылған инек тә.

Айыусы Наполеонға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан башҡорт полктары командирҙарының береһе Ҡаһым Мырҙашевтың тыуған ауылы икәнен һәр беребеҙ белә. Тик быны белеү генә әҙ, яугирҙың рухы шатланһын, исеме халҡы араһында йәшәһен өсөн шул ваҡыттағы тарихи ваҡиғаларҙы тойор кәрәк. Фестивалдә ҡатнашыусы абруйлы ҡунаҡтар: Башҡортостан Башлығы фондынан проект кураторы Айҙар Хажин, Бөтә донъя ҡоролтайы башҡорттары башҡарма комитеты ағзаһы Нурислам Ҡалмантаев, республиканың һыбай йөрөү һәм уҡ атыуҙы үҫтереү буйынса “Мәргән уҡсы” автономиялы ойошмаһы директоры Юлай Ғәлиуллин, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, Стәрлетамаҡ районының почетлы гражданы Велмир Аҙнаев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Ғәлим Хисамов, Стәрлетамаҡ районы ветерандар советы рәйесе Николай Миронов фестиваль барышында ауыл халҡы менән бергә 1812 йылдағы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенә арналған митингта ҡатнашып, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктары командирҙарының береһе Ҡаһым Мырҙашев һәм 1813-1814 йылдарҙа урыҫ армияһының сит ил походтарына арналған стелаға сәскә һалып, “Ашҡаҙар” йыры һәйкәле эргәһендә легендар йырҙы тыңлап быға ирешә алғандыр.

Мәҙәниәт йорто эсендә лә ҙур сараға күптән әҙерләнгәндәре һиҙелә ине, бында бөгөнгө көндә йәшәүсе нәҫел дауам итеүселәрҙең Ҡаһым Мырҙашев
тоҡомоноң быуын ептәренән торған ҙур шәжәрә яҙмалары килтереп ҡуйылған ине. Уның менән Велмир Хәйбрахман улы ныҡлы таныштырҙы,

– Ауылда йәшәүсе Ҡаһым түрә вариҫтары әле лә бар, Аллаға шөкөр! – тип тамамланы ул һүҙен.

Ә стеналарҙы биҙәп торған бер төркөм картиналар, яугирҙарҙың күҙенә ҡарап, уларҙың хис-тойғоларын һиҙергә, кейемдәрен күрергә, хатта аттарының хәрәкәтен, кешнәүҙәрен, пушкаларҙың тауышын да ишеткәндәй булырға
мөмкин ине. Картиналарҙың авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилев, ул үҙ оҫталығы аша Европаны Наполеон илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарын бар яҡлап та сағылдырған.
Тағы ла бында музей экспонаттары булып һаҡланған француз яуында ҡулланылған мылтыҡ, ат эйәре өлөштәре, миҙалдар күргәҙмәһе ойошторолған ине. Бында шулай уҡ башҡорт милли көнкүреш атрибуттары, һандыҡ, балаҫтар,
милли кейемдәр күрһәтелгән ине.

Был экспонаттар менән фотоға төшөп, уларҙың үҙенсәлектәре менән ныҡлап танышырға, авторҙарын, һаҡланыу тарихын да белергә мөмкин булды. Йырҙарҙа йырланған, риүәйәттәрҙә данлаған Ҡаһым түрә Мырҙашев ысын мәғәнәһен-
дә райондың ғына түгел, республикабыҙҙың ғорурлығы булып тора. Фестиваль барышында Төбәк-ара башҡорт халыҡ тарихи йырҙарын башҡарыусылар араһында “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра”
онлайн-фестивалгә лә старт бирелде. Ҡунаҡ булғас, йырһыҙ, бейеүһеҙ булмай, сәхнәлә йырҙары, бейеүҙәре менән райондың артистары, ағинәйҙәр сығыш яһаны. Сара барышында фестивалдә ҡатнашыусыларға республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән тәбрикләү һүҙҙәрен Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Рәмил Рәхимов еткерҙе.

– Дәүләт азатлығын иңгә-иң терәп яҡлаған ата-бабаларыбыҙ мираҫына тоғро булайыҡ! – тине ул.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙыһәм ҡунаҡтарҙы Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, урындағы ҡоролтай рәйесе Эльвера Иманғолова ла сәләмләп үтте, етәксе бындай фестивалдәрҙең
әһәмиәтле булыуын һәм киләсәктә лә милли мөхитте, үҙебеҙҙең яугирҙарыбыҙҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлап, төрлө саралар ойоштороп тороу кәрәклеген билдәләп үтте.

– Был фестиваль ижтимағи-мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереү буйынса “Мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге” ойошмаһы тарафынан Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында уҙғарыла.
Тимәк, дәүләт тарафынан да милли шәхестәребеҙҙе данлау буйынса ярҙам күрһәтелә, – тип билдәләне Эльвера Ғүмәр ҡыҙы.

Артабанғы саралар Айыусы ауылы мәктәбенә күсте. Унда “Ата-бабалар иҫтәлегенә лайыҡлы булайыҡ!” фестивалесиктәрендә Рәсәйҙең хәрби тарихын өйрәнеү, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың иҫтәлегенә ихтирам һәм уҡыусыларҙа Тыуған илгә, Ватанға ҡарата илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән “Башҡортостан Республикаһында 1812-1814 йылғы геройҙар” онлайн-мәктәп уҡыуҙары ойошторолдо. Фәнни уҡыуҙарҙа шулай уҡ Өфө, Мәләүез һәм Ғафури райондарынан уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡатнашты.

Рим Янғужин исемендәге Айыусы ауылы мәктәбенә килгәс, тарихсы, этнограф, тарих фәндәре докторы, профессор Рим Зәйниғәбитдин улы Янғужинға арналып ойошторолған музейға ла инеп сыҡмау яҙыҡ булыр ине.
Бындағы баҫмалар, яҙыуҙар, шәхестең шәхси әйберҙәре, һәр ваҡыттағыса, йылы хәтирәләр ҡалдыра. Стәрлетамаҡ районында милли спорт төрө лә үҫеш ала, музейҙы ҡарап сыҡҡас та мәктәптең спорт залына йүнәлдек, унда уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе бара ине. “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе, тарихи реконструктор Юлай Ғәлиуллин уҡыусыларҙы уҡтан атыу серҙәренә төшөндөрә, ул нисек итеп сәпкә төҙ һәм дөрөҫ атырға кәрәклеген ентекле
өйрәтеп үтте. Уҡтан атыу ҡыҙыҡ булһа, тарихи реконструкторҙан башҡорттарҙың боронғо милли кейемдәре тураһында ишетеп белеү фәһемле булды. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, уҡ атыу һуңғы ваҡытта популярлашты, уҡыусыларға ла был шөғөл ҡыҙыҡ.
– Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән “9 көньяҡ ырыуының мәргән уҡсылары” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Фестиваль барышында Стәрлетамаҡ
районы был проектты тормошҡа ашыра башлаусыларҙың иң тәүгеһе булды, төп маҡсат – бөтәһе 9 районда яндан атыу түңәрәктәрен асыу. Биш ай дауамында Мәләүез, Ишембай, Ғафури һәм Федоровка райондарында һәм Салауат ҡалаһында был проектты тормошҡа ашырабыҙ, – тип һөйләп үтте Юлай Ғәлиуллин.

Әлегә проект ярҙамында Стәрлетамаҡ районына грант буйынса яндан атыусылар өсөн ян, уҡтар, уҡ һаҡлағыстары, сәптәр һәм уҡтар ситкә осоп китмәһен өсөн ҡуйыла торған ҡалҡандар тапшырылды. Уҡыусылар, оҫталыҡ дәресен күҙәткәндән һуң, яңы уҡ һәм яндар менән сәптәргә тәүге тапҡыр атып ҡаранылар. Уҡ атыусылар араһында Шайморатов класы уҡыусылары ла булды, улар өсөн йәнә бер хәрби шөғөл өҫтәгәндер был сара.
Айыусынан Мырҙашҡа ла юл тоттоҡ, унда фестиваль ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары “Ҡаһым түрә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәгендә булды. Әйткәндәй, был үҙәкте киләһе йылға асыу планлаштырыла. Унда әле лә бик күп атрибуттар, халыҡ алып килгән тарихи йыһаздар бар.

Нисек кенә булмаһын, бер фестиваль барышында Стәрлетамаҡ районында эшләнгән эштәрҙең бер өлөшөн күреп, урындағы башҡорттарҙың әүҙем булыуына инанаһың, Ҡаһым түрәләй ойоштора алырлыҡ идарасылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар әле тигән фекергә киләһең. Бер яҡтан тарихҡа ололарса етди ҡараш булһа, икенсе яҡтан балаларға ла шәхестәр исемдәре аша тәрбиә бирелә.

АТА-БАБАЛАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛЫРБЫҘ!
АТА-БАБАЛАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛЫРБЫҘ!
АТА-БАБАЛАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛЫРБЫҘ!
АТА-БАБАЛАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛЫРБЫҘ!
АТА-БАБАЛАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛЫРБЫҘ!
АТА-БАБАЛАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛЫРБЫҘ!
АТА-БАБАЛАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛЫРБЫҘ!
АТА-БАБАЛАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛЫРБЫҘ!
АТА-БАБАЛАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛЫРБЫҘ!
АТА-БАБАЛАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛЫРБЫҘ!
АТА-БАБАЛАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛЫРБЫҘ!
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: