Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
9 Ноябрь 2022, 15:15

Өфөлә «Юлдаш Plus» милли йәштәр фестивале ойошторола

Өфөлә «Юлдаш» радиоһы йылға йомғаҡ яһай: хит-парад еңеүселәрен бер сәхнәлә йыя һәм әүҙем йәш ижадсыларҙы бүләкләй. Быйыл 22 декабрҙә «Юлдаш Plus » милли йәштәр фестивале уҙғарыла. Һәләтле йәштәрҙе асыуға йүнәлтелгән проект республика Башлығы гранты булышлығында ойошторола.

Өфөлә «Юлдаш Plus» милли йәштәр фестивале ойошторола
Өфөлә «Юлдаш Plus» милли йәштәр фестивале ойошторола

10 ноябрҙә матбуғат конференцияһында гала-концертта ҡатнашыусылар һайлап алына. Проектҡа 100-ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙы республикабыҙҙа билдәле ижади шәхестәр, йәмәғәтселек вәкилдәре, уҡытыусыларҙан торған жюри ҡарай. Проектта бөтәһе 12 номинация, улар иҫәбендә иң моңло йыл йырсыһы, төркөмө, блогеры, композиторы һәм шағиры асыҡлана. Шулай уҡ «иң матур йыр», «тренд», «ремейк», «кавер», «дуэт» һәм «асыш» номинацияларында еңеүселәр иғлан ителә. Һәр номинацияла3-5 кеше финалға сыға.

Фестиваль Hilton Garden Inn ҡунаҡһанаһында киске 5-тә башлана. Жюриҙың эшен «Юлдаш Plus» радиоһының во «Бәйләнештә»ге төркөмөндә тура трансляцияла күҙәтеп барырға мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: