Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
9 Ноябрь 2022, 17:25

Рухы яңы үрҙәргә әйҙәһен!

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына Илшат Йомағолов исеме бирелде Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, бар ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә бағышлаған, шул замандың театр донъяһындағы иң сағыу сәхнә оҫтаһы, башҡорт сәхнәһенә бик күп йондоҙҙар әҙерләп сығарған талантлы педагог, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, драматург, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Илшат Йомағоловтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы, театр хәҙер уның исемен йөрөтәсәк. Ошо уңайҙан Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры фойеһында күренекле шәхескә бюст асыу тантанаһы булды

Илшат Йомағоловтың исеме Стәрлетамаҡ өсөн айырыуса мөһим һәм ҡәҙерле. Сөнки Илшат Хәлил улы Стәрлетамаҡта Башҡорт драма театрының ижади коллективын (хәҙерге Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе) булдырыуҙың шишмә башында торҙо. Уның беҙҙең ҡалала башҡорт драма театрына нигеҙ һалыуға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Республикабыҙ театр сәнғәте тормошондағы ошо мөһим тарихи ваҡиғала Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетов, БР Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры, РФ-ның атҡаҙанған һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, башҡорт театр һәм кино актёры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Абушахманов, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры режиссеры, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрын ойоштороусы, уның беренсе художество етәксеһе, БРҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлдәр Ильясова, Илшат Йомағоловтың уҡыусылары һәм хеҙмәттәштәре, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры коллективы, Илшат Хәлил улының йәмәғәте, БР-ҙың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенән вәкилдәр, Илшат ағайҙың туғандары, яҡташтары һәм тамашасылар ҡатнашты.

Был тулҡынландырғыс мәлдә сығыш яһаусы һәр кем Илшат ағайға ҡарата булған йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен еткерергә ашыҡты.

– Стәрлетамаҡ – башҡорт милли театрының бишеге, – тип башланы һүҙен Әхтәм Әхәт улы бюст асыу тантанаһында.

 – Стәрлетамаҡта үткән быуат башында үҙ эшен башлаған милли театр Өфөгә күсеп киткәс, Стәрлетамаҡта театр тормошо күп йылдарға һүнеп ҡала. 90-сы йылдарҙа театрҙы ҡайтанан ойоштора башлағанда режиссер Гөлдәр Мозафар ҡыҙының тап Илшат Йомағоловты саҡырып килтереүе театрҙың киләсәгенә ҙур өмөт уятты. Илшат Йомағолов – ул бренд. Ул республикабыҙҙың театр донъяһында иң яратҡан актерҙарҙың береһе ине. Театрға нәҡ уның исемен биреү коллективтың абруйын күтәрәсәк һәм театр был юғары исемде лайыҡлы хеҙмәте менән аҡлаясаҡ тип уйлайым, – тине күренекле театр әһеле.

 Гөлдәр Мозафар ҡыҙы тап театр асырға йыйынған осорҙа Илшат ағайҙы осратыуын театр өсөн яҙмыш бүләге итеп иҫәпләй. 80-се йылдар аҙағында уларға Салауат театрында бергә эшләргә насип була. Һәм шул ваҡытта Гөлдәр Ильясова Стәрлетамаҡта театр асырға теләүе тураһында әйтә һәм Илшат ағайҙы буласаҡ театрға эшкә саҡырырға йөрьәт итә. Стәрлетамаҡ драма театрының тәүге спектаклен ҡарағандар хәтерләйҙер – ул ҡаҙаҡ драматургы Дулат Исабековтың “Көтөр кешем бар минең” тип атала. Унда Илшат Йомағолов, яңы ғына Сибай театрынан килгән Кинйәбикә Исламғолова һәм Гөлдәр Ильясова үҙе лә уйнағайны. Ролен иҫ киткес оҫталыҡ менән башҡарған актер яңғырауыҡлы, көр тауышы, һәр хәрәкәте, мимикаһы менән арбай ине тамашасыны. Илшат ағайҙың мөһабәт һыны менән сәхнәгә сығып баҫыуы ғына ла үҙе ни тора!

Театрға исем биреү менән ҡотлап, ҡасандыр Илшат Хәлил улында белем алған уҡыусылары, хәҙер инде үҙҙәре Башҡортостандың күптән танылған халыҡ артистары Әхәт Хөсәйенов, Хөрмәтулла Үтәшев хәтирәләре менән бүлеште. Был матур иҫтәлекле сараға “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ла килгәйне. Баҡтиһәң, уға ла Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында Илшат ағайҙың уҡыусыһы булыу бәхете тейгән икән! Әгәр сәнғәт юлынан китһә, моғайын да, Лариса Хашим ҡыҙынан бынамын тигән актриса сығыр ине!

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының художество етәксеһе Илһам Рәхимов, Стәрлетамаҡ дәүләт театрконцерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимов бюсты донъяға сығарыусыларға: БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов һәм скульптор Сергей Казаковҡа һәм дә ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм уның урынбаҫарҙарына оло рәхмәтен белдерҙе.

Бюсты асыу хоҡуғы Илшат Хәлил улының йәмәғәте Рәмзиә Хисамоваға һәм БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетовҡа (һүрәттә) бирелде.

Кисәгә килгән ҡунаҡтар шулай уҡ Илшат Йомағоловтың биографияһына һәм ижадына арналған күргәҙмә менән танышты. Тәбиғәттән актёрлыҡ һәләтенә эйә булған сағыу шәхес 50-нән ашыу онотолмаҫлыҡ роль башҡарған. Хәтерегеҙҙәлер, беҙҙең быуын бала саҡта Илшат ағайҙың радио аша яңғыраған радиопостановкаларын тыңлап үҫте, был матур, яңғырауыҡлы тауыш әле лә ҡолаҡта сыңлай. Ул ысын-ысынында башҡорт театр сәнғәтенең аҫыл вәкиле булды. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ радиоһы архивында ла уның аудио яҙмалары булырға тейеш. Кәбир ағай Аҡбашев отпускыға киткәндә, уның урынында радио тапшырыуҙары алып барған саҡта Илшат ағайҙан сығыш яһауын һорағайным. Ағайыбыҙ ялындырып торманы – күрәһең, минминлектең әҫәре лә булмаған унда! Бер һүҙһеҙ килеп тә етте һәм моңло тауышы менән Стәрлетамаҡ халҡы өсөн бер шәлкем шиғырҙар уҡып ишеттерҙе. Тап ана шундай һүҙ сәнғәте маһирҙарының аһәңле тауышы аша беҙ телебеҙҙең һутын тойорға өйрәнеп үҫтек.

Илшат Йомағоловтың таланты күп ҡырлы: ул үҙен драматургия өлкәһендә көслө драматург булараҡ та иҫбатланы, үҙенән һуң трагедия, драма драма әҫәрҙәренән торған бай мираҫ ҡалдырҙы. Тиҫтәләрсә драма әҫәрҙәре («Нәркәс», «Сәсәндәр», «Семәрле тәхет», «Юл сатында», «Буш сәңгелдәк», «Юғалтыуҙар аша», «Торналар ҡайтҡанда», «Мөхәббәт ҡоштары» һәм башҡалар) авторы булыуҙан тыш, тәржемәсе булараҡ та әүҙем эшләне – рус һәм сит ил классиктарының тиҫтәләгән драма әҫәрҙәрен башҡортсаға әйләндерҙе. Пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр республикала ғына түгел, унан ситтә лә ҡуйылды. Уның тарихи темаға яҙылған данлыҡлы “Нәркәс” трагедияһы ғына ла бөтә илде урап сыҡты!

***

Тантананан һуң Илшат Йомағоловтың “Һөйәрҙәргә ҡапҡан” (Мөхәббәт ҡоштары”) комедияһы буйынса режиссер Айҙар Зарипов ҡуйған спектакль күрһәтелде. Ролдәрҙе Илшат ағайҙың яҡын ғына туғаны Миңниса Бакирова, Илһам Рәхимов, Физәлиә Рәхимова, Илфир Баймырҙин, Илгиз Әкимбәтов, Әлиә Зарипова, Ҡәҙриә Мифтахова башҡарыуындағы спектаклдән тамашасылар йәндәренә ял алып ҡайтты. Ул шул тиклем еңел ҡарала – әлеге ваҡытта тап ошондай сәхнә әҫәрҙәре күңелдәрҙе дауалай, рухты нығыта.

Быйылғы ижад миҙгелен яңы исем менән башлап ебәргән Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының киләсәге лә, ырыҫлы, мәртәбәле булһын! Илшат ағайҙың яҡты рухы фатихаһын биреп, яңы үрҙәргә әйҙәп торһон!

Роза Ҡобағошова.

Рухы яңы үрҙәргә әйҙәһен!
Рухы яңы үрҙәргә әйҙәһен!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: