Ашҡаҙар
+14 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
2 Декабрь 2022, 11:45

Ҡышҡы балҡыш һымаҡ был кисә

...Беҙ Сәсәниәне үҙенсәлекле, киң эрудициялы шағирә тип беләбеҙ. Ул башҡаларҙан шиғриәтенең үҙенсәлекле, фәлсәфәүи булыуы менән айырылып тора. Шиғырҙарының мәғәнәһенә төшөнөү өсөн шиғырҙарын аҡыл бизмәненә һалып уҡыу зарур.

Сөнки Эльмира Сәсәнбаева үҙенең ижадында донъя, йыһан, ғүмер, көнкүреш кеүек традицион төшөнсәләрҙе яҡтыртып ҡына ҡалмай. Ә һәр бер һүҙҙең тарихын, тарихи сығанаҡтарын өйрәнә, төрлө ғилми хеҙмәттәргә нигеҙләнә, этимологик эҙләнеүҙәр алып бара. Шул эҙләнеүҙәрен шиғыр ҡалыбына һалып, уҡыусы күңеленә алып барып еткерә. Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҙәгендә үткән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Эльмира Сәсәнбәеваның (Сәсәниәнең) ижадына арналған “Ҡабатланмаҫ ижад” исемле әҙәби кисәлә быға тағы бер ҡат инандыҡ.

Кисә Мәскәү ҡалаһының “Аҡ тирмә” ансамбле башҡарған “Әрүахтар һамағы” сығышы менән башланып китте. Был осраҡлы түгел, видеола фәҡәт Стәрлетамаҡта йәшәп ижад иткән авторҙың – Эльмира Сәсәнбаеваның йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәр яңғыраны бит. – Эльмира Сәсәнбаева әҙәбиәт өлкәһендә беҙҙең ҡалала ғына түгел, республикала билдәле шағирә. Ул шағирҙарға иң бай төбәктәрҙең береһе булған Ишембай районының данлыҡлы Маҡар ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килә. Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Екатеринбургта геологик эҙләнеү ойошмаһында, аҙаҡ ҡалабыҙҙың “Сода” берекмәһендә эшләй һәм ошо ойошманан хаҡлы ялға сыға. Бөгөн ул – беҙҙең хөрмәтле ҡунағыбыҙ. Уның бер-бер артлы баҫылып сыҡҡан “Рәхмәт һүҙе”, “Илгиҙәр”, “Моң тәңре”, “Ваҡыт әйләнеше”, “Шиғырҙар”, “Ҡобайыр ҡатламдары” тигән китаптары киң ҡатлам уҡыусыларҙың күңеленә хуш килде. Автор тыуған ергә, тәбиғәткә мөкиббән, халыҡ яҙмышы өсөн борсола, мәңгелек темаларҙы ла үҙенсә аса.
Беҙҙең китапханала шағирәнең китап күргәҙмәһе эшләй, – тип сараны асты Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, китапханасы Нәзифә Иҫәнғужина.
Ҡәләмдәше, шағир Әҡсән Хәлилов билдәләүенсә, Сәсәниәнең шиғриәте үҙенсәлеге шуныһы менән дә айырыла – ул поэтик фекерен, образдарын төрлө шиғри формала шәкелләй, форма, жанр өлкәһендәге эҙләнеү-табыштары етди иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Һуңғы 15-20 йылда күләмле генә робағиәттәр, сонет шәлкемдәре булараҡ тыуған әҫәрҙәр байтаҡ, уларҙы авторҙың “Шиғырҙар” китабында уҡыу мөмкин. Ни өсөн тап робағи һәм сонет икәнен тәрәнерәк тикшереүҙәр аша аңлап була: шағирә Евразияның иң камил ике шиғри формаһын үҙләштергән. Эльмира Йыһанбай ҡыҙының ижадында мәснәүи, өс юллыҡтар, ғәзәл, һамаҡ һәм башҡа шиғри форма-жанрҙар осрап тора, ул бик эҙләнеүсе автор.
Сарала ҡатнашыусы профессор Вилә Баймырҙина ла шағирәнең ошо һыҙаттарынан тыш уның фәнни хеҙмәттәрен, ғилми эштәрен баһалап, Эльмира Сәсәнбаева – ғалимә лә әле ул, тине. Уның кешелеклелек сифаттарын юғары баһаланы. Кисә барышында ҡалған сығыш яһаусы ҡәләмдәштәре – шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова, Римма Фәйзуллина, Рәшит Заһиҙуллин, Кәрим Булат Сәсәниә менән аралашҡан йылдарындағы хәтирәләрҙе ихлас иҫкә төшөрҙө. Шулай уҡ шағирәнең класташтары, яҡташтары шәхес менән ғорурланыуҙары хаҡында бәйән итте. Ә күп профилле һөнәри колледждан Гөлфиә Ноғоманова етәкселегендәге “Ҡаурый ҡәләм” әҙәби ижад төркөмөнөң әүҙем ағзалары Рүзәлина Латипова, Руслана Төхвәтуллина, Әлфинур Ғәлиева шағирәнең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Коллеждың беренсе курс студенттары Ева Гиззәтуллина, Гөлсибәр Ситдиҡова, Арина Дәүләтбирҙина, Айгизә Дәүләтова иһә башҡорт халыҡ бейеүен башҡарып сараға йәм өҫтәнеләр.
Кисәлә шағирәнең һуңғы китаптарының береһе – “Ҡобайыр ҡатламдары” тура-һында ла һүҙ булды. Авторҙың был китабы хаҡында китапхана системаһы ветераны Алмира Мөхәмәҙйәрова ентекле итеп һөйләне. Ул шағирәнең бөтә өлкәләрҙә лә белемле булыуына һоҡланыу белдерҙе. Ә ҡалабыҙҙың башҡорт-ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе Зөлфиә Йәғәфәрова: – Яҡташыбыҙ Эльмира Сәсәнбаеваны – Стәрлетамаҡтың ысын патриоты тиһәк тә хаталанмабыҙ. Сөнки 90-сы йылдарҙа башҡорт теленә ҡәҙер-хөрмәт яулаған дәүерҙә ҡалабыҙҙа башҡорт театры, башҡорт мәктәбе, балалар баҡсаһы асҡан йылдарҙа уның үткер һүҙе лә ярайһы ярҙам итте һәм шағирәне ҡалабыҙ кимәлендә йәмәғәт эшмәкәре итеп танытты, – тине.
Ысынлап та, Эльмира Сәсәнбаева фәҡәт үҙаллылыҡ яулаған йылдарҙа ырыуҙар хәрәкәтен үҫтереүҙә лә яҡындан тороп ҡатнашты. Ҡалабыҙҙа башҡорт театрын булдырыуҙа, ҡала
мәктәптәрендә тәүге башҡорт кластарын астырыуҙа ла өлөшө бар. Шулай уҡ ҡала башҡорттарының “Аманат” халыҡ үҙәгендә милли ойошоу мәсьәләләрен хәл итеүҙә тәүгеләр сафында тороп, тарих комиссияһы етәксеһе булғайны ул. Бер һүҙ менән әйткәндә, шағирә Эльмира Сәсәнбаева туған тел, тыуған ер яҙмышына бер ҡасан да битараф ҡалманы, һәр саҡ үҙ һүҙен ваҡытында әйтә барҙы. Шуныһы менән ҡәҙерле ул замандаштарына.
Римма ҒАЯЗОВА.

Ҡышҡы балҡыш һымаҡ был кисә
Ҡышҡы балҡыш һымаҡ был кисә
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: